Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Октябрь 2019, 10:32

Яҡты йөҙлө, хәстәрлекле, ихластар...

Сәрхәт тауынан ҡарағанда Әлмәс ауылы уйһыл ҡалҡыулыҡтар сорналышында ус төбөндәй генә күренә. Әллә нишләп яҡын ул күңелгә, бәлки, көләс йәшлек яҙҙарым ошонда үткәнгәлер ҙә... Юғиһә был төбәктең йәме, йәне булған, ете ят кешеһен дә “балам” тип өҙөлөп ҡаршы алырға ғәҙәтләнгән Мәрйәм инәйем, Ҡәтифә инәй, Миңһылыу инәйҙәр ҙә хәҙер юҡ, һалҡын гүрҙәрҙә. Ә тәбиғәттә бөгөн алтын көҙҙәр, тик элеккеләй ғәмһеҙ түгел, серле, уйсан, ғәжәйеп матур ҙа, бер аҙ һағышлы ла... Әммә алсаҡ, мәрәкәсел инәйҙәрҙәрҙән һуң йәтимһерәп ҡалған төбәктә лә бар әле, бар, күңел һағыштарын таратырҙай, ғүмер көҙҙәренә аяҡ баҫҡан мәлдәрендә лә яҡты йөҙҙәре, ихласлығы менән йөрәккә яҙ яғыусы өлкән быуын вәкилдәре. Шуларҙың береһе – ғүмерҙәре намыҫлы хеҙмәттә, татыулыҡта үткән Лидия менән Ғәли Килсенбаевтар.

Сәрхәт тауынан ҡарағанда Әлмәс ауылы уйһыл ҡалҡыулыҡтар сорналышында ус төбөндәй генә күренә. Әллә нишләп яҡын ул күңелгә, бәлки, көләс йәшлек яҙҙарым ошонда үткәнгәлер ҙә... Юғиһә был төбәктең

йәме, йәне булған, ете ят кешеһен дә “балам” тип өҙөлөп ҡаршы алырға ғәҙәтләнгән Мәрйәм инәйем, Ҡәтифә инәй, Миңһылыу инәйҙәр ҙә хәҙер юҡ, һалҡын гүрҙәрҙә. Ә тәбиғәттә бөгөн алтын көҙҙәр, тик элеккеләй ғәмһеҙ түгел, серле, уйсан, ғәжәйеп матур ҙа, бер аҙ һағышлы ла...

Әммә алсаҡ, мәрәкәсел инәйҙәрҙәрҙән һуң йәтимһерәп ҡалған төбәктә лә бар әле, бар, күңел һағыштарын таратырҙай, ғүмер көҙҙәренә аяҡ баҫҡан мәлдәрендә лә яҡты йөҙҙәре, ихласлығы менән йөрәккә яҙ яғыусы өлкән быуын вәкилдәре. Шуларҙың береһе – ғүмерҙәре намыҫлы хеҙмәттә, татыулыҡта үткән Лидия менән Ғәли Килсенбаевтар.

Ғаилә башлығы илгә Еңеү таңын ҡабыҙған тарихи йылда – 1945 йылда ошо Әлмәс ауылында ишле ғаиләлә тыуған. Атаһы Әбделхаҡ Сабир улы Бөйөк Ватан һуғышынан бер яҡ ҡулы ҡаты яраланып эшкә яраҡһыҙ булып ҡайтыуға ҡарамаҫтан, ир-аттарһыҙ ярым-емереккә әүерелгән ауылды тергеҙеүгә һәм колхозды күтәреүгә тиңһеҙ өлөш индерә. Урман ҡырҡыу, һал ағыҙыу кеүек ауыр эштәрҙән бер ҙә ситтә ҡалмай. Һуғыш касафатын үҙ елкәһендә татыған әсәһе һәм тынғыһыҙ атаһы өлгөһөндә балалары ла бәләкәйҙән эшләп ашарға, эштән йәм табырға өйрәнеп үҫә. 8 класс белем алғас етер тип уйлаған үҫмер Ғәлиҙең артабан уҡыуын дауам итергә теләге булмай. Колхоз-совхоздар гөрләп торған заманда көслө заттар үҫмер саҡтан йәһәтерәк техникаға ултырып, тиҙ генә ир-егет ҡорона инергә ашҡынып торған шул! Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡас та Күгәрсен совхозының Әлмәс бүлексәһенә механизатор булып эшкә сыға. Көҙгө урып-йыйыу ваҡытында комбайндан төшмәй, ураҡ осоронда күпме төндәрҙе уға йоҡоһоҙ үткәрергә тура килә, тәжрибәле тракторсы булараҡ совхоз, халыҡ мәнфәғәтенә йәнен аямай. Совхоз һәм район етәкселеге тарафынан бирелгән бихисап маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары уның алдынғы механизатор, тормошоноң гүзәл һәм дәртле мәлдәре - иртә йәшлегенән хаҡлы ялға сыҡҡансы - намыҫлы хеҙмәттә үткәнлеге хаҡында һөйләй.

Боронғоларҙың: “Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә ҡатын”тигәндәре лә бигерәк дөрөҫ. Ғәли Әбделхаҡ улы әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, 1969 йылда, аҡтан килешле, мөләйемлеге менән арбаусы Урыҫ Әлмәсе ауылы ҡыҙын оҡшатып, оҙаҡ та уйлап тормайынса тимерҙе ҡыҙыуында һуға. Йәш кәләш – Лидия Николаевнаның әсәһе рус, атаһы сыуаш булғанға, егеттең әсәһе, бәлки, тәүҙә күңеленән ризаһыҙлыҡ та белдергәндер. Хәҙерге заманда ғына ҡатнаш никахтар берәүҙе лә хайран итмәй, ул саҡта икенсерәк ҡараш була. Әммә йәш килен тиҙ арала үҙенең һәр яҡлап маһир, өлкәндәргә ҡарата ихтирамлы һәм егәрле икәнлеген таныта. Тормош иптәше менән тирә-яҡ һоҡланырлыҡ шәхси хужалыҡ тота, күпләп картуф-йәшелсәһен үҫтерергә, йорт-ихаталарын шау сәскәлә тоторға ла өлгөрә, совхозда сөгөлдөр эшкәртеүҙә лә алдынғылыҡты бирмәй (өҫтә телгә алған инәйҙәрҙең дә: “Әлмәстә Лида килендән дә уңғаныраҡ, аҡыллыраҡ кеше юҡ”- тигәндәре, алтын ҡуллы хужабикәнең заманында ауыҙҙа иреп торған ҡамыр аштары оҫтаһы булыуы ла һаман хәтерҙә – авт.).

Уңған ҡатын ул таба, тигән боронғолар. Бер-бер артлы тыуған бөркөттәй өс улдары уларҙың бер-береһенә булған йылы мөнәсәбәттәрен арттыра, ғаилә ептәрен тағы ла нығыта төшә. Балаларын һөйөү-наҙға төрөп, уларға лайыҡлы тәрбиә бирергә тырышып тәрбиәләй изгелекле ата-әсә. Өсөһө лә бөгөн ғаиләле, үҙҙәре хәҙер “атай” тигән изге бурысты үтәй. Иң өлкәне – Ринат, атаһына оҡшап алдынғы механизатор, районда ауыл хужалығын үҫтереүгә тос өлөш индерә. Силәгенә күрә ҡапҡасы, хәләл ефете Гөлзиә Әнүәр ҡыҙы ла уңған хужабикә, намыҫлы мәғариф эшсәне, медицина өлкәһен һайлаған ҡыҙҙары – Руфинанан киләсәктә бынамын тигән оҫта белгес сығыр әле. Уртансы улдары – Руслан ғаиләһе менән Тверь өлкәһендә йәшәй, бәхетле атай ике ул үҫтергән. Кинйәләре – Рәмил, ғаиләһе менән төп йортта, ата-әсәһенә ныҡлы терәк булып тора. Кәләше – Айгөл менән атай йортоноң ырыҫын ебәрмәҫкә тырышып, ишле мал аҫрайҙар, ҡорт ҡарайҙар. Йәш ғаиләлә бер ҡыҙ, бер малай үҫә. Кескәйҙәрҙең хеҙмәттән, кешелеккә һөйөүҙән йәм табып, биш тиҫтәгә яҡын йылдарҙы иңгә-иң терәшеп татыу үткән изге йөрәкле ҡәрсәй-ҡартайҙарын үҙҙәренә өлгө итеп алып, киләсәктә йәмғиәткә файҙа килтереүсе күркәм холоҡло кеше һәм эшһөйәр булыуҙарына өмөт ҙур.

- Тормош сикһеҙ матур, өс көнлөктәй донъяла бер-береһен ихтирам итеп, һаулыҡтың иң ҙур байлыҡ икәнлеген аңлап, эштән йәм табып йәшәһендәр ине!

Был – юғары мәҙәнилеге, лайыҡлы тормош юлы үтеүҙәре менән һоҡланғыс Лидия һәм Ғәли Килсенбаевтарҙың йәштәргә еткерер теләге. Хәстәрлекле йәнле, саф күңелле, оло йөрәкле шул ул өлкән быуын вәкилдәре! Тик ғүмер көҙҙәре генә аяҙ булһын, күңел күктәре болоҡһомаһын!

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор фотоһы.


Читайте нас: