Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Октябрь 2019, 15:15

Хөрмәтле оло быуын вәкилдәре! Ҡәҙерле яҡташтар, ветерандар!

Хөрмәтле оло быуын вәкилдәре! Ҡәҙерле яҡташтар, ветерандар! Һеҙҙе халыҡ-ара Ололар көнө менән ҡайнар ҡотлайым! Был яҡты, күңелдәргә йылы бөркөүсе байрам һеҙгә ихтирам белдереү һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткереү өсөн йәнә бер матур мөмкинлек булып тора. Һәр ғаилә ҙур тормош юлы үткән, аҡылға, бай тәжрибәгә эйә булған өлкәндәрҙән өлгө алып йәшәй. Һеҙ балаларығыҙға, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә, бүлә-бүләсәрҙәрегеҙгә ҡиммәтле тормош тәжрибәгеҙҙе тапшыраһығыҙ, уларҙы мәрхәмәтлеккә һәм хеҙмәт һөйөүгә, ғаиләгә тоғро булырға, тормош һынауҙарын еңеп сығырға, бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәҫкә өйрәтәһегеҙ. Һеҙҙең һәр берегеҙ данлы хеҙмәт юлы үткән һәм район, республика, ил үҫешенә лайыҡлы өлөш индергән. Күптәрегеҙҙең әле лә йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуы айырым ихтирамға лайыҡ. Барығыҙға ла ихлас йөрәктән ныҡлы һаулыҡ, бәхет, оҙон ғүмер, тыныслыҡ һәм имен тормош теләйем. Ғайса Янбаев, район хакимиәте башлығы.

Хөрмәтле оло быуын вәкилдәре!
Ҡәҙерле яҡташтар, ветерандар!

Һеҙҙе халыҡ-ара Ололар көнө менән ҡайнар ҡотлайым!
Был яҡты, күңелдәргә йылы бөркөүсе байрам һеҙгә ихтирам белдереү һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткереү өсөн йәнә бер матур мөмкинлек булып тора. Һәр ғаилә ҙур тормош юлы үткән, аҡылға, бай тәжрибәгә эйә булған өлкәндәрҙән өлгө алып йәшәй. Һеҙ балаларығыҙға, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә, бүлә-бүләсәрҙәрегеҙгә ҡиммәтле тормош тәжрибәгеҙҙе тапшыраһығыҙ, уларҙы мәрхәмәтлеккә һәм хеҙмәт һөйөүгә, ғаиләгә тоғро булырға, тормош һынауҙарын еңеп сығырға, бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәҫкә өйрәтәһегеҙ.

Һеҙҙең һәр берегеҙ данлы хеҙмәт юлы үткән һәм район, республика, ил үҫешенә лайыҡлы өлөш индергән. Күптәрегеҙҙең әле лә йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуы айырым ихтирамға лайыҡ.
Барығыҙға ла ихлас йөрәктән ныҡлы һаулыҡ, бәхет, оҙон ғүмер, тыныслыҡ һәм имен тормош теләйем.

Ғайса Янбаев, район хакимиәте башлығы.

Читайте нас: