Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Сентябрь 2019, 12:44

Иман йорто - ауыл ҡото

Үткән аҙнала районыбыҙҙың Аҙнағол ауылында “Ихлас” исемле яңы мәсет асылды.

Үткән аҙнала районыбыҙҙың Аҙнағол ауылында “Ихлас” исемле яңы мәсет асылды.


Аҙнағолда үткән быуаттың 30-сы йылдарынан бирле мәсет эштәре туҡталып ҡалған. Ауылдың указлы муллаһы Әхмәтғәли Солтанғолов совет Хөкүмәте тарафынан һөргөнгә ебәрелә. Шул йылдарҙа мәсет бинаһын башланғыс мәктәп итәләр. Мәсет булмаһа ла ата-бабаларыбыҙ, ағай-апайҙарыбыҙ, әсәй-өләсәйҙәребеҙҙең рухтары һүнмәй. Дини ҡанундарҙы үтәүсе изге йомалар, байрамдар шәхси йорттарҙа үткәрелә. Указлы муллалар булмаһа ла динде яҡшы белеүселәр араһынан хәҙрәттәр һайлана, улар ауылда иман нурын таратыуға күп көс һала. Әхмәтғәли хәҙрәттән һуң Сәхиулла Имәнбаев, Хәйбулла Исхаҡов, Ғәлийән Ишбулдиндар мәзин, хәҙрәт ролен үтәй. Һуңғы йылдарҙа Сәйфетдин ағай Яҡупов, Байрамбикә апай Алсынбаевалар аят-доғаларҙы уҡый. Уларҙан һуң ауылдағы дини эштәрҙе башҡарыу Фәрүәз хәҙрәт Яҡуповҡа йөкмәтелә.

2004 йылда Дауыт-Ҡайып ауылында мәсет төҙөлгәс, Аҙнағол ауылы мосолмандары йомаға Дауыт-Ҡайыпҡа йөрөй башлай. Шуныһы ҡыҙыҡлы, атай-бабайҙар һөйләүе һәм архив материалдары буйынса, 1898 йылда Дауыт-Ҡайып ауылында мәсет янған. Шул ваҡытта беҙҙең олатай-ҡартайҙар дини ҡанундарҙы үтәргә Аҙнағолға йөрөгәндәр. Ошонан сығып, беҙ ике ауыл халҡы элек-электән бер-беребеҙгә бер туғандай яҡын булып йәшәйбеҙ, тип әйтке килә. Әле лә шатлыҡтарҙы, ҡайғы-юғалтыуҙарҙы бергә кисереп, бергә үткәрергә күнеккәнбеҙ.



Мәсетте тантаналы асыу сараһы уҙған аҙнала ойошторолдо. Күркәм байрамға килгән ҡунаҡтар араһында Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты вәкиле Урал Байбулатов, район Советы секретары Руслан Әхмәров, Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығы начальнигы Ринат Йәнбәтов, райондың имам-мөхтәсибе Рәсүл Янбаев, “Тәүәкән” йәмғиәте директоры Урал Ибраһимов, ауыл биләмәһе башлығы Зөбәйер Әбдрәхимовтарҙың ҡатнашыуы сараға ҙур мәртәбә өҫтәне. Мәсет асылыу тантанаһында Аҙнағолда тыуып үҫеп, әлеге көндә ситтә йәшәүселәр ҙә ҡайтҡайны, райондың имам-хатиптары ла килгәйне.

Тәүге һүҙ мәсетте төҙөтөүселәр - Илшат Сәлихов менән Салауат Кинйәбулатовҡа бирелде, улар эштең бәләкәй генә өлөшөн башҡарыуҙарын, динде үҫтерер һәм йолаларҙы һаҡлап, үҫеп килеүсе быуынға тапшырыр өсөн ауылдаштарының ни тиклем ҙур эш башҡарасаҡтарын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Улар ауыл халҡына, төҙөүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, иман йортон төҙөү эшендә әүҙем ҡатнашыусыларға – Рәсих Уразаков, Шәрифйән, Фәйзулла, Сәйфулла, Алик Кинйәбулатовтар, Шамил Алтынсурин, Фәрүәз Яҡупов, Рамаҙан, Вәсил Алсынбаевтар, Хәбир Сәлихов, Мөхтәр Маннапов, Фәрғәт Иҙелбаев, Фәнил Рыҫмөхәмәтовтарға ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ Рөстәм Әбдрәхимов, ағалы-ҡустылы Рәил һәм Рәиф Әбдрәхимовтар, “Тәүәкән” йәмғиәте директоры Урал Ибраһимов, ауыл биләмәһе башлығы Зөбәйер Әбдрәхимов, юл төҙөү-ремонтлау идаралығы начальнигы Ринат Йәнбәтовҡа ярҙамдары өсөн рәхмәт һүҙҙәре әйтелде.

Район хакимиәте башлығы исеменән йыйылыусыларҙы район Советы секретары Руслан Әхмәров, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты исеменән яҡташыбыҙ Урал Байбулатов тәбрикләне.


Байрамға килгән мосолмандар яңы мәсеттә өйлә намаҙын үткәргәс, иҫке мәсет бинаһында әҙерләнгән тәмле байрам ашынан ауыҙ итте.

Ә беҙ мәсет төҙөү кеүек изге эште атҡарып сығыусыларҙың барыһына ла Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә, ризалығына ирешеп, әжер сауаптарына өлгәшергә насип булһын, тип теләйбеҙ.

Ишмөхәмәт АРЫҪЛАНБӘКОВ,

Дауыт-Ҡайып ауылы имам-хатибы.


Читайте нас: