Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Сентябрь 2019, 14:24

Алты улын юғалтһа ла, көслө рухлы булып ҡалған

Ҡартлыҡ –шатлыҡ түгел, тиһәләр ҙә, аруҡ йәшкә еткәндә лә үҙ аңыңда булып, аяғөҫтө йөрөй алыуың, балаларыңа, ейән-ейәнсәрҙәреңә рухи терәк булыуың үҙе ҙур бәхеттер. Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында йәшәгән, быйыл туҡһандың тупһаһын аша атлаған Заһиҙа инәй Шәһәрова ла шундай фекерҙә. Күпме ҡайғылар кисергән, әммә йәшәү дәртен юғалтмаған ағинәй – ысын башҡорт ҡатын-ҡыҙы ул.

Ҡартлыҡ –шатлыҡ түгел, тиһәләр ҙә, аруҡ йәшкә еткәндә лә үҙ аңыңда булып, аяғөҫтө йөрөй алыуың, балаларыңа, ейән-ейәнсәрҙәреңә рухи терәк булыуың үҙе ҙур бәхеттер. Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында йәшәгән, быйыл туҡһандың тупһаһын аша атлаған Заһиҙә инәй Шәһәрова ла шундай фекерҙә. Күпме ҡайғылар кисергән, әммә йәшәү дәртен юғалтмаған ағинәй – ысын башҡорт ҡатын-ҡыҙы ул.

Донъяны, кешеләрҙе иҫ киткес яратҡан кеше ул Заһиҙә инәй! Үҫмер саҡтан уҡ донъяның әсеһен-сөсөһөн күп татыуына, бер түгел алты улын ер ҡуйынына һалып, йөрәге тулы әрнеү булыуына ҡарамаҫтан, ауыҙынан һис зарланыу һүҙе сыҡмаҫ.

- Беҙҙең быуынға тормоштоң ағын-ҡараһын да күп татырға яҙҙы, әҙерәк нығынып, ҡул араһына инә башлағас та колхоз эшенә йөрөнөк. Дәртле инек, эшкә гел генә йырлап барыр, йырлап ҡайтыр инек. Бесән сабып ялға туҡтаған мәлдә лә түңәрәктә уйнап өлгөрҙөк. Аяҡ кейеме булмағас табандар буҫтау һымаҡ булып ҡатып китә, сүп тә инмәй ине, хатта.

Һуғыш йылдарында ике тапҡыр һал ағыҙыуға ебәрҙеләр. Ауыр-ауыр бүрәнәләр йылғаға өй бейеклек булып килеп тығыла. Нисек шулар араһына үҙебеҙ төшөп китмәгәнбеҙҙер. Аслы-туҡлы йөрөүгә, һыуыҡҡа түҙмәй ике тапҡыр ҡыҙҙар менән йәйәү ҡасып ҡайттыҡ. Йәшебеҙ тулмағанға ғына өндәшмәнеләр.

Ун алтым тулыр-тулмаҫтан ауылдашым Хәсән Шәһәровҡа кейәүгә бирҙеләр. Ирһеҙҙәрҙе йә ФЗО-ға, йә урман ҡырҡырға ебәрәләр ине бит, мин үҙем дә шунан ҡурҡып ризалаштым да ҡуйҙым. Бер ҡалаҡтан, бер сеүәтәнән тигәндәй донъя көтөп алып киттек.

Хөсәйен менән Миңлеғәле исемле улдарыбыҙ тыуғас (Миңлеғәлем 6 айлыҡ сағында вафат булды), Хәсәнде әрмегә алдылар. 3 йыл һалдатка булып ултырҙым.

Аҙаҡ Ғүмәр, унан Муса менән Ғайса (10 көнлөк сағында үлде), Әҙһәм, Сәмиға, Усман, Илфат тыуҙы. Балаларҙың үҫкәнен дә күрмәнек. Ҡайҙа уларҙы наҙлап-бәпләп ултырырға, иртән сығып китәһең, кис ҡайтаһың, колхоз эше шул инде, - ти ул ғүмер юлын байҡап.

Ауырлыҡтар, мәшәҡәттәр, шатлыҡ, борсоуҙар менән йылдар һиҙелмәй ҙә уҙа. Хаҡлы ялға сығып, балаларҙы үҫтерҙек, инде тыныс ҡына ҡартлыҡты көтөргә ҡалды, тигәндә, көтмәгәндә ҡайғы ишек шаҡый... 30 йәше тулыр-тулмаҫтан Илфаттары вафат була, унан Мусалары ҡан рагы менән ауырып китә. Ҡайғылар бының менән генә бөтһә икән дә! Юҡ шул, тормош аяуһыҙ: Ғүмәрҙәре менән Хөсәйендәре, улар артынса Хәсән бабай үҙе лә, бер-бер артлы ер ҡуйынына инә.

Сей иткә ут ҡапмай, тиҙәр, 6 улын, ирен ер ҡуйынына тапшырған Заһиҙә инәй барлыҡ әрнеү-һағыштарын йөрәк төпкөлөнә йәшергән, эстән дөрләп янғанда ла һыҙланыуҙарын тышҡа сығармай. Бөгөн ул ҡалған өс балаһына, үҙе өсөн өҙөлөп торған кейәү-килендәренә, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә бауыр баҫып, һәүетемсә генә ғүмер итә.

- Күңелем тулып китһә, йә доғалар уҡып алам, йә “Ҡартлыҡ мине ҡайҙан эҙләп таптың, адресымды ла бит бирмәнем....” тип йырлап алам. Бер аҙ ҡартайтып кителде, шулай ҙа бирешмәйем әле, - ти көслө рухлы Заһиҙә инәй.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.


Читайте нас: