Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Сентябрь 2019, 18:34

Алыҫ әле ғүмер көҙҙәренә

Мәҡәләбеҙ геройы – Бикбулат ауылында йәшәүсе Рәмзиә Баймырҙина ла нәҡ шул, ҡайындар алтын тәңкә ҡойған, миләш, сағандар ут-ялҡында дөрләгән сихри мәлдә Күгәрсен районы картаһынан күптән юҡҡа сыҡҡан Имән-йорт ауылында донъяға килгән. Муллыҡ, байлыҡ билдәһе булған алтын көҙҙә тыуғанғалыр ҙа, үтә лә йомарт күңелле, изге йөрәкле үҙе. Өлгөрлөгө, егәрлелегенә ҡараһаң, һис тә яңыраҡ 65-ен туйлаған тип әйтмәҫһең!

Иртә таң менән Бикбулат яғына юл тотабыҙ. Мораҡ ауылы өҫтөндә тотош ҡара болот селтәре эленеп, өҙлөкһөҙ ямғыр шыбырлап тороуға ҡарамаҫтан, Ҡашҡа тауҙан ары салт аяҙ. Әйтерһең дә, ҡыҫҡа ғүмерле әбейҙәр сыуағы серле тауҙар ҡуйынына һырынып йәшенеп ҡалған. Тәбиғәттең көйһөҙ сабый кеүек бер көлгән, бер болоҡһоған сағы шул!

Мәҡәләбеҙ геройы – Бикбулат ауылында йәшәүсе Рәмзиә Баймырҙина ла нәҡ шул, ҡайындар алтын тәңкә ҡойған, миләш, сағандар ут-ялҡында дөрләгән сихри мәлдә Күгәрсен районы картаһынан күптән юҡҡа сыҡҡан Имән-йорт ауылында донъяға килгән. Муллыҡ, байлыҡ билдәһе булған алтын көҙҙә тыуғанғалыр ҙа, үтә лә йомарт күңелле, изге йөрәкле үҙе. Өлгөрлөгө, егәрлелегенә ҡараһаң, һис тә яңыраҡ 65-ен туйлаған тип әйтмәҫһең!

Рәмзиә Миңлеғолова тыуған төйәгендә башланғыс мәктәптә белем алған мәлендә үк уҡыуға әүәҫлеге менән айырылып тора. Әммә һәләтле ҡыҙға юғары белем алып, лайыҡлы һөнәргә эйә булыу бәхете тәтемәй. Атаһы бик иртә баҡыйлыҡҡа күсеү сәбәпле, төпкөл ауылда хәҙер яңғыҙы ҡалған әсәһен йәлләп, ул Стәрлетамаҡ педагогия институтындағы уҡыуын ташларға мәжбүр була. Дүрт тиҫтәгә яҡын йорто булған, заманында фермаһы, мәктәбе гөрләп торған Имән-йорттары бөтөрөлөүгә дусар булғас, хәстәрлекле ҡыҙ әсәһен Сығарыш ауылына күсереп ала.


1983 йылда тырыш ғаилә ауылдың икенсе осона йорт һалып башҡа сыға. Яңы йортҡа йәм өҫтәп һөйөклө кинйә улдары тыуа. Ул заманда ни, икешәр-өсәр йыл сабый ҡарап өйҙә ултырыу ғәҙәте юҡ. Рәмзиә Шәрифулла ҡыҙы ла совхоз фермаһында тиҫтә йыллап һыйыр һауа, байтаҡ йылдар халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү комбинатында (КБО) эшләй, аҙаҡ хаҡлы ялға сыҡҡансы 11 йыл ауыл Советында эштәргә идара итеүсе вазифаһын намыҫлы башҡара. Тормош иптәше лә Күгәрсен совхозына ҡараған “Урал” бүлегендә моторист, тракторсы булып эшләй, көтөүен дә көтә, һуңынан ата-әсәһе олоғайып үҙаллы тормош көтөргә ҡулдарынан килмәй башлағас, ғәзиз кешеләрен үҙ ҡанаты аҫтына алып, уларға терәк-таяныс була.

Эшһөйәр ата-әсә үҙ тәжрибәһендә балаларын да бәләкәстән эшкә, үҙаллылыҡҡа өйрәтеп үҫтерә. Өлкән ҡыҙҙары – Гүзәл, 1975 йылғы, бөгөн Мораҡ башҡорт гимназияһы интернатында тәрбиәсе булып эшләй, өс балаға ғүмер бүләк иткән әсә ҡыҙын башлы-күҙле иткән, бөркөттәй ике улын өләсәй-олатаһына ҡарата хәстәрлекле, тирә-яҡҡа ихтирамлы итеп тәрбиәләүгә тырышлыҡ һала. Икенсеһе – Диләрә, 1979 йылғы, себер яғында бухгалтер һөнәрен башҡара, ике ҡыҙ үҫтерә. Кинйәләре – Радик, 1983 йылғы, Мораҡ ауылында йәшәй, тәжрибәле водитель вахта менән Уренгойҙа эшләй. Кәләше Юлиә – “Уралҡай” балалар баҡсаһының намыҫлы эшсәне. Хөкүмәт ярҙамы менән мөһабәт йорт һалып ингән татыу, тырыш ғаилә дүртенсегә бәпәй көтә. Сабыйҙың дүрт һаны теүәл булып, ата-әсәһен һәм өләсәй-олатаһын бөтмәҫ шатлыҡ-ҡыуанысҡа төрөп тыуыуын теләйек!

Бер уйлаһаң, өс балаһы ла һөнәрле, ҡояш аҫтында үҙ урынын тапҡан, хаҡлы ялда ата-әсәгә кинәнеп ял ит кенә! Юҡ инде, тынғыһыҙ, бер минут эшһеҙ тора алмаған Баймырҙиндар бер түгел, ике баҡса картуф сәсеп үҫтерә, дүрт һыйыр, 25 баш һарыҡ, өҫтәүенә кәзәһен, ҡура тултырып ҡаҙын, күркәһен, тауығын аҫрай. Кәзә, һарыҡ йөнөнән уңған хужабикә ейән-ейәнсәрҙәренә йылы ойоҡбашын, бейәләйен бәйләп кейҙерә. Балаларын ҡаймаҡ, май, ҡорот, эремсегенән өҙмәй, артығын һатыуға сығарып табыш индерә. Дүрт һыйыр һауған әбекәйен арытмау йөҙөнән ғаилә башлығы үҙе лә ҡыҙыл эремсек эшләү серҙәренә төшөнөп бөткән. Ә ир ҡулы тейгән ризыҡҡа фәрештәләр ҡанат йәйер тигәне шулдыр: һөт ризыҡтары үҙенә башҡа тәмле уларҙың. Йәшелсә баҡсалары ла уңышҡа бай – йәнең нимә теләй, шуныһы бар. Көҙгө мул уңыш – икеһенең берҙәм тырышлығы һөҙөмтәһе. Ихаталарын “үлеп сәскә яратам”тиеүсе егәрле хужабикә наҙлап үҫтергән гөл-сәскәләр биҙәй. “Минең әбей һис йыбанмай ул”, - тип, эргәһендә маҡтап тороусы, эшен ихтирам итеүсе икенсе яртыһы булғанғалыр ҙа, һәр эшкә дәрт-көсө, илһамы етәлер.

Әйткәндәй, Рәмзиә менән Зәйнәғәбетдин Баймырҙиндарҙың ғүмер йомғағын бергә-бергә һүтеүҙәренә 27 ноябрҙә 45 йыл була. Бер береһе өсөн йән атып тороусы өлгөлө ғаилә парына ҡарайһың да, сабырҙарҙы, тырыштарҙы Хоҙайҙың ысынлап та бәхеттән мәхрүм итмәгәнлегенә инанаһың. Ата-әсәһе өсөн өҙөлөп тороусы өс тағандай өс терәге, егәрлеләр нәҫелен дауам итеүсе биш ейәнсәре, өс ейәндәре бар. Ошо бит үҙе оло бәхет!

- Алыҫ әле ғүмер көҙҙәренә. Беләктә көс, йөрәктә дәрт барҙа, йәшәргә тырышабыҙ! – тиҙәр Баймырҙиндар.

Юбилейығыҙ ҡотло булһын, көс-дәртегеҙ артабан да ташып торһон, таңдарығыҙ имен атһын, тип теләге килә ауыл уңғандарына. Өс балаһы – Гүзәл, Диләрә, Радик һәм ейән-ейәнсәрҙәре ошо алтын көҙҙәрҙә донъялағы иң изге, иң ҡәҙерле кешеләренә бар йөрәк йылыһы ҡушылған матур теләктәрен еткерә.

- Әлегеләй балҡып, йәшнәп-күкрәп оҙаҡ йәшәгеҙ әле. Һеҙ беҙҙең өсөн ныҡлы терәк, ел-дауылдан ҡурсалаусыбыҙ, болотло көндә ҡояш йылыһын өләшеүсебеҙ, тормошобоҙҙоң бар йәме, тәме, мәғәнәһе – һеҙ! – тиҙәр улар ихлас йөрәктән.

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор фотоһы.


Читайте нас: