Мораҙым
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Сентябрь 2019, 12:27

Йыҡҡан да ашамаған...

Йыҡҡан да ашамаған... Күгәрсен районының Бикбулат ауылы кешеһе эргәләге урманда үле ат кәүҙәһен тапҡан.

Фото: "Башҡортостан ДТРК-һы".
Фото: "Башҡортостан ДТРК-һы".
Күгәрсен районының Бикбулат ауылы кешеһе эргәләге урманда үле ат кәүҙәһен тапҡан, тип хәбәр итә БАШҠОРТОСТАН ГӘЗИТЕ.


Тикшерергә килгән ветеринария хеҙмәткәрҙәре меҫкен малды айыу йыҡҡанын асыҡлаған.

Урындағылар әйтеүенсә, был яҡтарҙа айыуҙар осраһа ла, электән үк малға тейгәне, былай яҡын килгәне булмаған.


Урман хужаһы атты йыҡҡан, тик ашамаған. Һунарсылар белдереүенсә, ул шулай малды әҙерәк тотоп, еҫләнгәнен көтөп йөрөй. Был айыу ҙа табышын һуңғараҡ ашайым тип ҡалдырған булғандыр...
Читайте нас: