Республикабыҙҙың Әлшәй районында, мәҫәлән, тәмле итеп ашатҡаны өсөн рәхмәт йөҙөнән тауыҡ үҙенең хужабикәһенә аҡса бүләк иткән. Был кеше интернет селтәре аша йомортҡа эсендә 10 һумлыҡ тимер аҡса табыуы тураһында белдергән. Ул йомортҡаны табаға һытҡанда килеп төшкән.
Ҡыҙығып китеп, хужабикә тағы утыҙ йомортҡаны ватып ҡараған, тик уларҙан бер нәмә лә сыҡмаған. Хәҙер ул тауығын салырға әҙерләнә икән. "Бәлки, эсендә күберәк аҡса булыр", – тип хәбәр иткән ул...