Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Сентябрь 2019, 22:14

Дүрт аяҡлы һәм өс ҡуллы ... бала тыуған

Дүрт аяҡлы һәм өс ҡуллы ... бала тыуған Нәмә булһа, шул Һиндостанда була, тигәндәй. Ошо көндәрҙә Раджастан штатында дүрт аяҡлы һәм өс ҡуллы ҡыҙ бала донъяға килгән. Был турала The Mirror хәбәр итә.

Фото: mail.ru
Фото: mail.ru
Нәмә булһа, шул Һиндостанда була, тигәндәй. Ошо көндәрҙә Раджастан штатында дүрт аяҡлы һәм өс ҡуллы ҡыҙ бала донъяға килгән. Был турала Башҡортостан The Mirror баҫмаһына таянып хәбәр итә.


Сабый Һиндостандың дәүләт дауаханаһында тыуған. 24 йәшлек ҡатын ҡыҙы менән бергә һау малай ҙа тапҡан. Табиптар фекеренсә, иң тәүҙә өс бала яралған булған һәм ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ике яралғы ҡушылған. Билдәләнеүенсә, ҡатын ауырлы сағында бер тапҡыр ҙа УЗИ үтергә бармаған. Шуға күрә был проблемалар тураһында балалары тыуғансы белмәгән.


Сабыйҙың өҫтәмә ҡул һәм аяҡтары күкрәгендә һәм эсендә үҫкән. Уларҙы операция ярҙамында алып ташларға йыйыналар. Иң башта баланың тын алыу менән дә проблемалары була, тик кислородҡа тоташтырғас, хәле яҡшыра.


Былтыр ҙа Һиндостанда ошоға оҡшаған хәл теркәлгәйне. Ул саҡта өс ҡуллы бала тыуғайны. Артыҡ ҡулының үлсәме башҡаларынан ҡыҫҡараҡ булған. Ул күкрәгендә, уң ҡулы янында урынлашҡан. Был балаға ғибәҙәт ҡылыусылар килеүе тураһында ла билдәле.
Читайте нас: