Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Сентябрь 2019, 21:49

Беҙҙе нисек алдайҙар?

Беҙҙе нисек алдайҙар? Бер танышым арыу уҡ ҡына ваҡыт сауҙа өлкәһендә эшләп алды.

Бер танышым арыу уҡ ҡына ваҡыт сауҙа өлкәһендә эшләп алды.


Эсендә йөрөгәс, һатыусыларҙың, супермаркет хужаларының ябай ҡулланыусыны нисек алдағанын үҙ күҙҙәре менән күргән кеше булараҡ, кәңәштәр бирер ине. Бик киң икән ул һатып алыусы иҫәбенә байыу алымдары.


Түбәндәгеләр уның һөйләгәндәренән.


“Полиэтилен моҡсайға үлсәп һалынып, кәштәгә ҡуйылған ярма, макарон изделиелары күп осраҡта 50-100 грамға кәм була”. Кәңәш: “Һатыусының күҙ алдында яңынан үлсәүгә һалып, ауырлыҡтың теүәл булыуын тикшереп ал”.


“Көнбағыш, сәтләүек кеүек ризыҡтарҙың ҡулланыуға яраҡлылыҡ ваҡыты сыҡһа, цехта эшләнгән ялтыр ҡаптарҙы асып, гриппер тип аталған бәләкәй генә полиэтилен һауытҡа тултырабыҙ ҙа яңынан һатыуға сығарабыҙ”. Кәңәш: “Грипперға бүленеп һалынған ҡоро-һары ризыҡты алмаҫҡа тырыш”.


“Ыҫланған балыҡ, колбаса кеүек изделиеларҙың тышҡы йөҙө боҙола башлаһа, губка менән таҙартып, көнбағыш майы менән ялтыратып ҡуябыҙ”. Кәңәш: “Тышы ялтырап торһа ла, мотлаҡ яраҡлылыҡ ваҡытын ҡара”.


“Бер сауҙа нөктәһендә хужабикәм яраҡлылыҡ ваҡыты үткән һөттө балаларға һатырға ҡуша ине. Берәүһенең ата-әсәһе кире килтерһә лә, икәүһенеке килеп йөрөмәй, ти торғайны”. Кәңәш: “Балаларға бәләкәйҙән әйберҙең, ризыҡтың яраҡлылыҡ ваҡытын ҡарап һатып алырға өйрәтергә кәрәк”.


Автор: Г. ВАРИСОВА.
Читайте нас: