Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Сентябрь 2019, 15:56

Төбәктә һауа торошо боҙолдо, киләһе аҙнала ҡар яуа

Төбәктә һауа торошо боҙолдо, киләһе аҙнала ҡар яуа Башҡортостанда һауа торошо боҙолдо. 19 сентябрь иртәһендә республика көслө дауыл ҡамауында ҡалды, тип хәбәр итә Башгидромет.

Башҡортостанда һауа торошо боҙолдо. 19 сентябрь иртәһендә республика көслө дауыл ҡамауында ҡалды, тип хәбәр итә Башгидромет.
Бөгөн төбәктә ямғыр, төньяҡ райондарҙа көслө ямғыр яуыуы, көньяҡ-көнбайыштан иҫкән елдең тиҙлеге секундына 21-26 метрға етеүе көтөлә, урыны менән йәшен, боҙ-борсаҡ. Һауа температураһы көндөҙгө сәғәттәрҙә +10,+15 градусҡа тиклем түбәнәйә.
20 сентябрҙә атмосфера күренештәренең көсө кәмей.
Синоптиктар фаразы буйынса, ял көндәрендә һауа температураһының артабан түбәнәйеүе көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +8, +9, төндә,+3,+4 градусҡаса төшә.
Киләһе аҙнала ошондай һауа торошо һаҡлана, төнгө сәғәттәрҙә һауа температураһы нулдән түбән була. Урыны менән ҡар яуа.
Читайте нас: