Мораҙым
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Сентябрь 2019, 14:29

Иғтибар, “Бурыслы” операцияһы

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Күгәрсен районы буйынса бүлеге 16 сентябрҙән 25 сентябргә тиклем район территорияһында “Бурыслы” операцияһы үтә, тип хәбәр итә.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Күгәрсен районы буйынса бүлеге 16 сентябрҙән 25 сентябргә тиклем район территорияһында “Бурыслы” операцияһы үтә, тип хәбәр итә. Уның барышында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Күгәрсен районы буйынса бүлеге Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы Күгәрсен район бүлеге менән берлектә түләнмәгән штрафтарҙы түләттереү маҡсатында төрлө профилактик саралар үткәрә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, административ штраф ҡарар үҙ көсөнә ингәндән алып 60 көндән дә ҡалмай йәки Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 31.5-се статьяһында ҡаралған кисектереү (отсрочка) ваҡыты үткәс түләнергә тейеш.

Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 20.25-се статьяһы 1-се өлөшөнә ярашлы, штрафты ваҡытында түләмәү өсөн түләнмәгән сумманы ике тапҡырға арттырып, административ штраф һалыу, ләкин 1 мең һумдан кәм булмаған, йәки 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыу ҡаралған.

Ф.ЛОҠМАНОВ, Рәсәй Эске эштәр министрлығының участка уполномоченныйҙары начальнигы, полиция майоры.


Читайте нас: