Татыу ғаилә – ил күрке, тиҙәр. Хаҡ һүҙҙәр. Бары бер-береңде хөрмәтләү, бер-береңдең ҡәҙерен белеү генә уны татыу һәм бөтөн итә. Әлеге яҙмам ошо ябай ҡағиҙәләрҙе тормош девизы итеп, бер уйлы, бер маҡсатлы булып, тыуған еренең бәҫен күтәреп, замандаштарына үрнәк булып Теләүембәт ауылында матур ғүмер кисереүсе Гөлнара һәм Руслан Фазлаевтар тураһында.
Тамырҙары менән улар икеһе лә ошо яҡтарҙан, Гөлнара Черниговка утарында, Руслан Теләүембәт ауылында тыуып үҫә, бер мәктәптә уҡып, бер-береһен алдан күреп-белеп йөрөһәләр ҙә, ҡыҙ менән егет араһында һөйөү хистәре һуңыраҡ ярала. Мәктәпте тамамлап, Ватан алдындағы бурысын үтәп, иҫән-имен тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡан егет Күмертау педагогия колледжында уҡыуын дауам итә. Ана шул саҡтарҙа күрше ауыл ҡыҙы Гөлнара менән араларында тәүге һөйөү уттары бөрөләнә. Ҡыҙ ул саҡта Күмертау педагогия колледжын тамамлап, Мораҡта эшләп йөрөгән була. Ике йәш йөрәк 1999 йылда бер-береһен ихтирам итергә, ғүмерлеккә бергә булырға вәғәҙә бирешеп, сәстәрен сәскә бәйләй һәм Русландың тыуған ауылы Теләүембәттә төпләнә.
Күптәргә тырышлыҡтары һәм татыулыҡтары менән үрнәк булған Гөлнара һәм Русландың ғаиләһендә өс ул - Ислам, Илсаф һәм Инсан үҫә. Төрлө яҡлап һәләтле һәм уңған ғаиләлә үҫкән балалар ҡайһы яҡҡа күберәк оҡшаған тиеүселәр барҙыр?! Малайҙар аталарына, ҡартаһы менән ҡәрсәһенә оҡшап йырға ла маһирҙар, ата-әсәһе кеүек спортта ла ҡалышмайҙар.
2012 йылда “Сулпылар” республика телевизион конкурсында “Иң ҡыйыу йырсы” исеменә лайыҡ булып, йондоҙ булып балҡыған 13 йәшлек Исламды иҫләйһегеҙҙер әле?! Көслө лә, моңло ла тауышы менән республика халҡын таң ҡалдырған малай Гөлнара менән Русландың тәүге шатлыҡтары, иң өлкән улдары. Мәҙәни мөхитте үҙ иткән егет артабан да һынатмай, Теләүембәт урта мәктәбенең “Ритайым” КВН командаһының ашмаштырғыһыҙ капитаны була. Команданың сағыу сығыштары район тамашасыларын ғына түгел, ә Башҡорт юниор КВН лигаһының финал уйындарында Өфө халҡын да әсир итә. Ислам спортҡа ла битараф түгел, Теләүембәттә хоккей майҙансығы асылғас, ҡустыһы Илсаф менән хоккей түңәрәгенә йөрөй, иң яҡшы ҡапҡасы булып таныла, райондың хоккей командаһы составында төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнаша. Һәләтле егет мәктәпте тамамлағас, Өфө автотранспорт колледжына уҡырға инә, быйыл уны тамамлап, уҡыуын Башҡортостан дәүләт аграр университетында дауам итә. Һәр яҡлап әүҙем егет йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмай, “Кесе Эйек” яҡташтар ойошмаһы ағзаһы булып тора, йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өлкәһендә тырышып эшләй. Фазлаевтарҙың икенсе улдары Илсаф та атаһынан, ағаһынан бер ҙә ҡалышмай, волейбол, хоккей менән ҡыҙыҡһына, ул – Башҡортостан дәүләт аграр университетының 2-се курс студенты. Бәләкәстәре Инсаф әле балалар баҡсаһына йөрөй, ул да ата-әсәһенә, ағайҙарына оҡшап тырыш булып үҫер әле, Алла бирһә. Һәр эшкә йүнәлеш биреп торған аталары, уның һүҙен ҡеүәтләп торған әсәләре булғанда улар тормошта бер ваҡытта ла юғалып ҡалмаҫтар.
Егәрленең ҡулы етәү, тигән халыҡ мәҡәле тап Фазлаевтар кеүек уңған ғаиләләргә ҡарата әйтелгәндер. Эштән дә, бер-береһенән дә уңған ғаиләнең ихатаһындағы техниканы барлаһаң, һис шикһеҙ, бында фермер йәшәй тип уйларһың. Ике "Беларус", пресс-йыйғыс, бесән сабыусы комбайн, пилорама... Бәләкәйҙән хеҙмәт һөйөп үҫкән Руслан менән Гөлнара шәхси хужалығын ишәйтеү, заманға яраҡлашып, ауыл халҡына бесән, утын әҙерләшеүҙә, йәшелсә сәсеүҙә ярҙам итеү әмәлен дә таба, малайҙарын да бәләкәйҙән хеҙмәт һөйөргә, эшләп үҫергә өйрәтә. Руслан улдары менән яҙ-йәй көндәре ауылдаштарына бесән саба, преслай, утын килтереп бирә, баҡса һөрә, үҙе менән тиңләшкән ике ул аталары эштә саҡта, үҙҙәре тимер атҡа ултырып, ауылдаштарына ярҙам итеп ҡайта. Әйткәндәй, Ислам менән Илсаф мәктәптә уҡып йөрөгән сағында уҡ техниканы ауыҙлыҡлай. Ислам каникул ваҡыттарында “Тәүәкән” йәмғиәтенә урып-йыйыу эштәрендә ярҙам итә, ҡеүәтле “Макдон”ға ултырып, уңыш йыя.
Эйе, татыу булһаң, тормош матур, йәшәү күңелле. Берҙәм булыу – үҙе ҙур бәхет. Күркәм пар ихата тултырып ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрай, әлеге ваҡытта яңы йорт һалыу кеүек күңелле мәшәҡәттәр менән йәшәй.
Бәхетле икәндәре күҙҙәрендә сағылған, бер-береһе өсөн өҙөлөп торған, йыр-моң, спорт менән ҡыҙыҡһыныуҙарын төп эш менән бергә уңышлы алып барған, хеҙмәт һөйөп үҫеүҙе бәләкәйҙән балаларына һеңдереп, уларҙы үҙ өлгөһөндә тәрбиәләгән был һоҡланғыс кешеләр янында аҙ ғына булып китһәк тә, һәр миҙгелде, һәр көндө, ғүмерҙе тап улар кеүек файҙалы һәм ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә тигән әллә күпме дәрт-дарман алып киттек. Тормошта һәр беребеҙгә Гөлнара менән Руслан кеүек йәшнәп йәшәргә насип булһын!