Мораҙым
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Сентябрь 2019, 18:03

Урман һағында

Урмандарҙы хаҡлы рәүештә ерҙең йәшел ҡалҡаны тип атайҙар. Уның мөһимлеге хаҡында һүҙ ҡуйыртмай ғына шуны әйтергә була: хатта һулаған һауабыҙҙың сафлығына тиклем тап урманға бәйләнгән. Тик шуныһы ла бар – тәбиғәттең был хазинаһы үҙе лә һаҡлауға, яҡлауға мохтаж. Мораҡ ауылында ғүмер иткән Вәхит Ғәликәев 40 йылдан ашыу ғүмерен нәҡ ошо эшкә – урманды һаҡлауға арнаған да инде.

Урмандарҙы хаҡлы рәүештә ерҙең йәшел ҡалҡаны тип атайҙар. Уның мөһимлеге хаҡында һүҙ ҡуйыртмай ғына шуны әйтергә була: хатта һулаған һауабыҙҙың сафлығына тиклем тап урманға бәйләнгән. Тик шуныһы ла бар – тәбиғәттең был хазинаһы үҙе лә һаҡлауға, яҡлауға мохтаж. Мораҡ ауылында ғүмер иткән Вәхит Ғәликәев 40 йылдан ашыу ғүмерен нәҡ ошо эшкә – урманды һаҡлауға арнаған да инде.

Вәхит Мәхмүт улы тәбиғәте менән күптәрҙе таң ҡалдырған Ҡасҡын ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, оҙон-оҙаҡ уйлап тормай, урмансы булырға ҡарар итә һәм Өфө урман хужалығы техникумына юллана. Ҡулына диплом алғас уны Кананикольский урман хужалығының Иван-Ҡыуалат участка урмансылығына эшкә ебәрәләр. Оҙаҡ эшләп өлгөрмәй бында йәш белгес, күп тә үтмәй әрме сафына алына. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас та һайлаған һөнәренә тоғро ҡала һәм Мораҡ урмансылығына эшкә инә. Уның үҙ эшенә яуаплы ҡарауы, маҡсатлы булыуы етәкселек күҙенә салынмай ҡалмай: юғары белем алыу кәрәклеген иҫенә төшөрөп, йәш егетте Свердловск ҡалаһындағы Урал урман техник институтына уҡырға ебәрәләр. Юғары белем алғандан һуң ул хеҙмәт юлын Юлдыбай урмансылығында дауам итә, 1989 йылда иһә Мораҡҡа эшкә күсерелә. Ошо йылдар эсендә ойошма ике-өс тапҡыр үҙгәртелеп ҡорола, әммә уларҙың төп бурысы – урманды һаҡлау шул килеш ҡала.

Бөгөнгө көндә Вәхит Мәхмүт улы Мораҡ урмансылығында участка урмансыһы булып эшләй. Эше шунан ғибәрәт: урманды законһыҙ ҡырҡыусыларға, тәртип боҙоусыларға ҡаршы көрәш, делянкаларҙы ҡабул итеп алыу һ.б. – бер һүҙ менән әйткәндә, Урман ҡануниәте талаптарының үтәлешен күҙәтеү.

Үҙ эшенә намыҫ һәм юғары яуаплылыҡ менән ҡараған урмансының хеҙмәте БР Урман хужалығы министрлығының һәм район хакимиәте башлығының маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Бынан тыш, хеҙмәт ветеранының күкрәген “РФ дәүләт урман һағындағы намыҫлы хеҙмәте өсөн” билдәһе биҙәй.

Йәнә шуны билдәләп үтмәү ярамаҫ: Вәхит Мәхмүт улы нисәмә тапҡырҙар ҡан тапшырып, күптәргә ғүмерен һәм һаулығын һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән һәм хаҡлы рәүештә “Рәсәйҙең почетлы доноры” исемен йөрөтә.

- Урмандарһыҙ ерҙә йәшәү булмаҫ ине. Ерҙең йәшел юрғанына һәр кем һаҡсыл ҡараһын, тәбиғәтте ҡыйламаһын, янғын сығыуға юл ҡуймаһын, яңы ултыртырлған ағас үҫентеләрен малдан тапатмаһын ине. Урман – уртаҡ байлығыбыҙ, шуны онотмайыҡ! – ти тәжрибәле урмансы.

Гөлназ СӘЙЕТБАТАЛОВА.

Автор фотоһы.





Читайте нас: