Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Сентябрь 2019, 18:41

Пенсияға 25 процентлыҡ өҫтәмә кемдәргә түләнергә тейеш?

Быйыл Пенсия фонды ҡартлыҡ буйынса йәки инвалидлыҡ буйынса страховка пенсияһын алыусы, ауыл хужалығында 30 календарь йылдан кәм булмаған стажы булған, әлеге ваҡытта бер ҡайҙа ла эшләмәгән һәм ауыл ерендә йәшәгән пенсионерҙарға страховка пенсияһына билдәләнгән түләүҙе 25 процентҡа арттырып түләй башланы. 2019 йылдың 1 ғинуарынан пенсия алыусыларҙың барыһына ла был сумма - 1333,55 ( 5334,19 һумдан 25 процент), 3-сө төркөм инвалидлығы буйынса пенсия алыусыларға – 666,78 һум (2667,10 һәмдан 25 процент) тәшкил итә. Пенсия фондынан алған мәғлүмәттәргә таянып әҙерләнгән мәҡәләлә беҙ өҫтәмәне тәғәйенләү өсөн Пенсия фонды идаралыҡтарына мөрәғәт итергә кәрәкмәгәнлеген хәбәр иткәйнек инде. Әммә был яңылыҡ буйынса халыҡ араһында аңлашылмаусанлыҡтар күп, күптәр ауыл хужалығында 30 йылдан кәм булмаған стажға эйә булып та өҫтәмә тәғәйенләнмәгән тип борсола һәм ауыл биләмәләрендә үткән күсмә кәңәшмәләргә был һорауҙы күп күтәрә. Шуны иҫәптә тотоп, страховка пенсияһына арттырылған түләүгә хоҡуҡ биргән ауыл хужалығы һөнәрҙәре, производстволары һәм вазифалары исемлегенә кемдәрҙең индерелгәнен, кемдәр өҫтәмә аҡса алырға хоҡуҡлы икәнен белер өсөн Рәсәй Феерацияһы Пенсия фонды идаралығының Күгәрсен районындағы дәүләт учреждениеһы Разалия Әлимғоловаға мөрәжәғәт иттек.

Быйыл Пенсия фонды ҡартлыҡ буйынса йәки инвалидлыҡ буйынса страховка пенсияһын алыусы, ауыл хужалығында 30 календарь йылдан кәм булмаған стажы булған, әлеге ваҡытта бер ҡайҙа ла эшләмәгән һәм ауыл ерендә йәшәгән пенсионерҙарға страховка пенсияһына билдәләнгән түләүҙе 25 процентҡа арттырып түләй башланы.

2019 йылдың 1 ғинуарынан пенсия алыусыларҙың барыһына ла был сумма - 1333,55 ( 5334,19 һумдан 25 процент), 3-сө төркөм инвалидлығы буйынса пенсия алыусыларға – 666,78 һум (2667,10 һәмдан 25 процент) тәшкил итә.

Пенсия фондынан алған мәғлүмәттәргә таянып әҙерләнгән мәҡәләлә беҙ өҫтәмәне тәғәйенләү өсөн Пенсия фонды идаралыҡтарына мөрәғәт итергә кәрәкмәгәнлеген хәбәр иткәйнек инде. Әммә был яңылыҡ буйынса халыҡ араһында аңлашылмаусанлыҡтар күп, күптәр ауыл хужалығында 30 йылдан кәм булмаған стажға эйә булып та өҫтәмә тәғәйенләнмәгән тип борсола һәм ауыл биләмәләрендә үткән күсмә кәңәшмәләргә был һорауҙы күп күтәрә. Шуны иҫәптә тотоп, страховка пенсияһына арттырылған түләүгә хоҡуҡ биргән ауыл хужалығы һөнәрҙәре, производстволары һәм вазифалары исемлегенә кемдәрҙең индерелгәнен, кемдәр өҫтәмә аҡса алырға хоҡуҡлы икәнен белер өсөн Рәсәй Феерацияһы Пенсия фонды идаралығының Күгәрсен районындағы дәүләт учреждениеһы Разалия Әлимғоловаға мөрәжәғәт иттек.

- Разалия Заһир ҡыҙы, 25 процентлыҡ түләүҙе тәғәйенләү өсөн ауыл хужалығы эшсәндәре ниндәй стажға эйә булырға тейеш?

- 25 процентлыҡ түләүҙе тәғәйенләүгә түбәндәге осорҙар инә:

а) 1992 йылдың 1 ғинуарына тиклем колхоз, совхоз, машина-трактор станциялары, колхоз-ара предприятиелар, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында һөнәр, вазифа, эштең төрөнә ҡарамай эшләү осоро иҫәпләнә, әгәр ул Рәсәй Федерацияһы (элекке Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы) территорияһында башҡарылһа;

б) 1992 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй Федерацияһы территорияһындағы эштәр, ул осорҙа хеҙмәткәр раҫланған һөнәрҙәр исемлеге буйынса билдәләнгән вазифала эшләһә, шулай уҡ Рәсәй Пенсия фондына мотлаҡ страховка взностарын түләү шарттарында;

в) ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ (больничный) пособиеһын алыу осоро, йыллыҡ түләүле отпуск осоро (төп һәм өҫтәмә);

г) бер ата-әсәнең һәр баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләү осоро (бер ата-әсә өсөн дөйөм сумма 6 йылдан артыҡ булырға тейеш түгел).

Страховка пенсияһына өҫтәмә алыу өсөн кәрәкле стажға инмәй: әрмелә хеҙмәт итеү, училищела, институтта, техникумда уҡыу осоро, эшһеҙлек, инвалид баланы йәки 80 йәштән өлкән гражданды ҡарау буйынса пособие алыу осоро, эшмәкәрлектең төп төрө ауыл хужалығы булмаған ойошма һәм учреждениеларҙа (мәктәп, ауыл советы, фельдшер һәм медицина пунктарында) эшләү стажы. 1992 йылдың 1 ғинуарынан колхоз ағзаһы булғандар, әммә туранан-тура ауыл хужалығы эштәренә йәлеп ителмәүселәр (бухгалтер, иҡтисадсы, кассир, кадрҙар бүлеге хеҙмәткәре, секретарь-машинист) исемлектә юҡ һәм өҫтәмә түләү хоҡуғына эйә түгелдәр.

- Ауыл хужалығында эшләү осоро нисек һанала?

- Ауыл стажын һанау календарь тәртиптә башҡарыла. Эш стажын иҫәпләгәндә раҫлана:

а) “Страховка пенсиялары тураһында”ғы Федераль закон положениелары үҙ көсөнә ингәндән алып ғәмәлдә булған эш осоро, Рәсәй Пенсия фондында булған шәхси (персонифицированный ) иҫәп нигеҙендә раҫлана;

б) алда әйтеп үтелгән положениелар үҙ көсөнә ингәндән алып ғәмәлдә булған, Рәсәй Пенсия фондында булған шәхси (персонифицированный ) иҫәп һәм эш биреүсе йәки тейешле дәүләт органдарынан Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендә билдәләнгән тәртиптә бирелгән документтар нигеҙендә.

- Яңыраҡ Хеҙмәт министрлығы проекты менән һөнәрҙәр исемлеге тулыланды, был дөрөҫмө?

- Эйе, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 805-се һанлы ҡарарына Д.Медведев ҡул ҡуйҙы, уға ярашлы ҡартлыҡ йәки инвалидлыҡ буйынса страховка пенсияһына арттырылған түләүгә хоҡуҡ биргән ауыл хужалығы һөнәрҙәре, производстволары һәм вазифалары исемлеге киңәйтелде. Уны ауыл хужалығы техникаһын һәм етештереү ҡорамалдарын хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау; ауыл хужалығы производство объекттарын хеҙмәтләндереү, шул иҫәптән һаҡлау менән бәйле һөнәрҙәр тулыландырҙы. Бынан тыш, исемлеккә түбәндәге һөнәрҙәр индерелгән: диспетчер, лаборант, табип-эпизоотолог, ветеринария табибы, ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүсе шәхси эшҡыуарҙар. Тағы ла:

- ауыл хужалығына хас булған һөнәрҙәр, эшселәр (сәсеүсе, һауынсы, көтөүсе);

- ауыл хужалығында ҡулланылған техниканы ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү эшендә эшләгән һәм квалификацияһы булған башҡа кешеләр, шулай уҡ ауыл хужалығының производство объекттарын һаҡлау һәм хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнеүселәр (электрик, токарь, электр менән иретеп йәбештереүсе, учетчик, үлсәүсе (весовщик), ҡарауылсы (сторож), һаҡлаусы (охранник), тик улар ауыл хужалығы йәки үҫемлекселек, малсылыҡ һәм балыҡсылыҡ йүнәлешендәге йәки башҡа ойошмаларҙағы структур подразделениеларҙа эшләргә тейеш.

Бөтә исемлек эшселәренә шулай үҫемлекселек, малсылыҡ йәки балыҡсылыҡ объекттарына ҡараған мейес яғыусы (истопник), ҡарауылсы һәм йыйыштырыусылар инә. Стажға колхоз, совхоз һәм башҡа ауыл хужалығы предприятиеларының көнкүреш (хеҙмәтләндереү), административ биналарындағы эшмәкәрлек осоро инмәй, мәҫәлән, мәктәп, балалар баҡсаһы йәки конторала шул уҡ мейес яғыусы, ҡарауылсыһы, йыйыштырыусы.

- Яңы түләү ҡайһы осорҙан иҫәпләнә?

- Страховка пенсияһына арттырылған түләүҙе ҡабаттан иҫәпләү 2019 йылдың 1 ғинуарынан автоматик рәүештә башҡарыла, ғариза бирергә кәрәкмәй, ул түләү эше буйынса иҫәпләнә.

Ауыл пенсионерҙарының пенсияһын арттырыу тураһындағы тулы мәғлүмәт менән pfrf.ru сайтында йәки 2-11-65 телефоны буйынса танышырға була.

Розалия ИСҠУЖИНА әҙерләне.

Читайте нас: