Мораҙым
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Сентябрь 2019, 17:19

Мораҙымға бәрәкәт өҫтәй иманлы ғаилә

Ҡаялары зәңгәр күккә олғашҡан бейек тауҙар ҡуйынына һыйынып, моңло Эйек наҙына иҙрәгән Мораҙым ауылына йыш төшә юлыбыҙ. Тирә-йүнгә сафлыҡ өләшкән иман йорто, алсаҡ, инсафлы кешеләре менән үҙенә арбап тора шул был матур төбәк. Уның яҙмышына битараф ҡалмайынса, күркәм холоҡ-фиғелдәре, изге эштәре менән уға йәм өҫтәп йәшәүсе Хәбирә менән Рим Ҡоланбаевтар хаҡында бөгөн һүҙебеҙ.

Инеш һүҙ урынына

Ҡаялары зәңгәр күккә олғашҡан бейек тауҙар ҡуйынына һыйынып, моңло Эйек наҙына иҙрәгән Мораҙым ауылына йыш төшә юлыбыҙ. Тирә-йүнгә сафлыҡ өләшкән иман йорто, алсаҡ, инсафлы кешеләре менән үҙенә арбап тора шул был матур төбәк.

Уның яҙмышына битараф ҡалмайынса, күркәм холоҡ-фиғелдәре, изге эштәре менән уға йәм өҫтәп йәшәүсе Хәбирә менән Рим Ҡоланбаевтар хаҡында бөгөн һүҙебеҙ.


Аҡһаҡалдар барҙа – ауылда иман бар

Өлгөлө ғаилә башлығы Рим Насрулла улы - ауылдың хөрмәтле кешеһе, ысын аҡһаҡалы. Юҡҡа ғына 2011 йылда ауылдаштары тарафынан имам-хатиб итеп һайланмаған ул. Иңдәрендә ҙур яуаплылыҡ тойған уҙаман 2014 йылға тиклем Өфөләге “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡып, дин яғынан белемдәрен камиллаштыра. Йөрәгең тар булһа, уҡыу менән генә лә түгел, ә урындағы имам-хатибтың ата-бабаларынан бирелгән динилеге, күңел сафлығы бар булмышында, башҡарған эштәрендә сағылыш таба. Үҙе кеүек иман йортона эҙен һыуытмаусы аҡһаҡалдар һәм яулыҡ бөркәгән ағинәйҙәр тырышлығы менән Мораҙым ауылында дини байрамдар ҙа ихлас үтә (айырыуса ҡорбан ашына мораҙымдар берҙәм йыйыла), кешеләргә сафлыҡ-паклыҡ өләшеп яңғыраған моңло аҙан тауышы һис тынмай. Тормош иптәшенең изге ғәмәлдәрен хуплап, үҙе лә дини яҡтан белемен нығытҡан йәмәғәте, рухи терәге – Хәбирә Кәрим ҡыҙы менән улар ауылда ойошторолған экологик өмәләрҙең дә уртаһында ҡайнай; иман йорто яҡында булғас, йәйгеһен уның тирә-яғын бөхтә тотоуҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмай, мәсеткә ингән ерҙе гөл-сәскәгә күмеп тота.


Меңәрләгән саҡрымдарҙа үткән юлдар

Үҙең иң тәү тәпәй баҫҡан ер - иң ғәзизе, Ҡоланбаевтарҙың уның сәләмәт рухы, ҡупшылығын хәстәрләүҙәре бер яҡтан аңлашыла ла. Тик тыуған төйәктәре өсөн өҙөлөп-өтөлөп тороуҙарының сере күпселек оҙаҡ йылдар сит-ят ерҙәрҙә йөрөп, һағыныу һағыштарын кисереп, гүзәлдәрҙән-гүзәл тыуған төйәктең бар йәмен-тәмен тойорға өйрәнеүҙә йәшенгәндер.

Мораҙым ауылында электән башланғыс мәктәп кенә булғанға күрә, ә Юлдыбайға йөрөп-уҡырға алыҫ, икеһенә лә ата-әсә ҡосағынан бик иртә айырылырға тура килә. 4 – се кластан һуң Рим Күмертау ҡалаһы мәктәп-интернатында уҡый, 9-10 – сы кластарҙы Ишембай мәктәп-интернатын уңышлы тамамлай. Кескәй Хәбирәне, тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағас, Маячный 1 –се мәктәп-интернатына уҡырға алалар (ул осорҙа төпкөл ауылдарға сығып Маячный мәктәбенә уҡырға барырға өгөтләп йөрөгәндәр). Шулай итеп, бәләкәйҙән уларға артыҡ иркәләнеп-наҙланыу бәхете бик тәтемәй, бик иртә үҙаллы тормошҡа, эшкә өйрәнеп үҫәләр.

Ниһайәт, Рим Насрулла улы әрме хеҙмәтен тултырып ҡайта. Бала саҡта бер мәктәп һуҡмағын тапаған, үҫмер осорҙа тыуған ауылдарынан алыҫ саҡрымдарҙа күрешеп-аралашып йөрөгән ауылдашы – Хәбирә лә ҡалаҡҡа һалып йоторҙай һылыуға әүерелгән. Етәкләшеп киске уйындарға сығыу, бөтөрөлөп парлашып бейеүҙәр эҙһеҙ үтмәй. 1980 йылдың алтын көҙөндә ғашиҡтарҙың сәсе-сәскә бәйләнә. Йәшлек йәшлек инде! Тыуып-үҫкән ерең генә тар күренә, бар донъяны ҡосорҙай булып күңел сит тарафтарға талпына. Яңы ҡауышҡан пар ҙа ул осорҙа союздаш республика булған Үзбәкстанға, Ташкентҡа юллана. Бала саҡтан үҙаллы тормошта нығынған ҡыйыуҙар ауыр эштән дә ҡурҡмай – икәүләшеп авиация заводында эшләй.

- Ташкенттағы тормоштан яҡты тәьҫораттар ғына ҡалды, - тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Хәбирә Кәрим ҡыҙы. – Ул заманда ауыл ерендә күрмәгән еләк-емештәр, беҙҙең кибеттәрҙең төшөнә лә инеп сыҡмаған матур тауарҙар тулып ятыр ине. Эшләгән йәштәр өсөн бөтә уңайлыҡтар булды. Тәүҙә дөйөм ятаҡта йәшәнек, ҡыҙыбыҙ тыуғас фатир бирҙеләр.

Тик буталсыҡ 90 – сыларҙың сәйәси елдәре был мөһәбәт ҡаланы ла урап үтмәй (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙемдең яҡын туғандарым да шундағы сәйәси ҡаршылыҡтарҙың ҡорбаны булды, - авт.). Ниндәй генә ымһындырғыс булмаһын сит яҡтар, тыуған еркәйҙәргә етмәй шул, ҡасан ғына ҡайтып һыйынһаң да, һине ситкә этәрмәй, йәнеңде дауалау көсөнә эйә! Апаруҡ тормош тәжрибәһе туплаған Ҡоланбаевтар ҙа быға инанып, 1993 йылда туған төйәктәренә ҡайтып төпләнә.


“Кешене хеҙмәт биҙәй”

Төпләнә тип әйтеүе генә анһат. Йәшлегеңдең еләктәй тәмле мәле үткән бай ҡаланан төпкөл ауылға ҡайтып өр-яңынан тормош башлауы еңел генә буламы һуң?!. Ауыл ерендә лайыҡлы эш табыуы анһат түгел, һайланып тороу мөмкинлеге лә юҡ: алдынғы завод эшсәндәре хәҙер икәүләп “Искра” совхозына эшкә сыға. Ғаилә башлығы тәүҙә тракторист һөнәрен башҡара, совхоздар тарҡалыуға киткәс, урман хужалығында умартасы, аҙаҡ мәктәптә оператор булып эшләй. Совет тәрбиәһе алып үҫкән Хәбирә Кәрим ҡыҙы ла: “Кешене хеҙмәт биҙәй, иң мөһиме – эш булһын, эшең булһа ашың бар,” - тип, ҡайһы эшкә тотонһа ла, йәнен һалып башҡара. Ҡыуырғыс селләләрҙә сөгөлдөр утауҙан да ситтә ҡалмай, учетчик, совхоз тарҡалғандан һуң социаль хеҙмәткәр ҙә була, 1997-2015 йылдарҙа мәктәптә иҙән йыуа. Мәктәп ябылыуға, бәхетенә күрә, хаҡлы ялға сығып өлгөрә.


Алманан алма төшә...

Намыҫлы хеҙмәт юлында ике ҡыҙына лайыҡлы тәрбиә бирергә, уларҙы белемле итергә тырышып күпләп ҡортон да тота, ишле мал аҫрап, картуфын, йәшелсәһен үҫтереп, бураһын бурап, утынын әҙерләп һатып табыш индерә егәрле әсә-ата. Ғәзиз кешеләре хәстәрлегендә ҡыҙҙар ҙа Мораҡ башҡорт гимназияһында яҡшы уҡып, артабан тормошта кәрәкле матур һөнәрҙәргә эйә була. Өлкәне Эльвира бөгөн бөркөттәй өс ул үҫтерә, ғаиләһе менән Стәрлетамаҡта йәшәй. Кесеһе Элида – Ҡазанда, шәхси эшҡыуар, ике ҡыҙ тәрбиәләй. Мораҙым ауылына ингән ерҙә балҡып торған “Бәхетле” ҡунаҡһарайы ла – Ҡоланбаевтарҙың өлкән ҡыҙҙары һәм тырыш кейәүҙәренең хеҙмәт емеше. Ни тиһәң дә, алманан алма төшә... Тормошта үҙ урынын тапҡан, күркәм булмыштары, матур эштәре менән йәмғиәткә файҙа килтереүсе ҡыҙҙары – иманлы, эшһөйәр әсә-атаның ҙур ғорурлығы, йыуанысы.


Уңғандарҙың тормошо көйлө, йәне тыныс

Бәхетле өләсәй менән олатай үҙҙәре лә һаман ҡыҙҙарына, ейән-ейәнсәрҙәренә һәр яҡлап ныҡлы терәк булып тора. Ваҡыттың һәр минутын ҡәҙерләргә, ғүмерҙең һәр миҙгелен файҙа менән үткәрергә ғәҙәтләнгән Ҡоланбаевтарҙың донъялары йәмле йәйҙәрен шау сәскәгә күмелә, көҙҙәр еткәнен дә көтмәйсә йәшелсәләре ишелеп уңа. Электән йәндәренә ятышлы ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүҙән дә йәм таба уңғандар, балта оҫтаһы булараҡ танылған ғаилә башлығының хеҙмәте үҙ йортонда ғына түгел, йәмәғәтселек файҙаһына ла бик ярап ҡуя. Шәхси хужалыҡта, йәмәғәт эштәрендә, халыҡҡа иман нуры өләшеүҙә... – һәр яҡлап өлгөрҙәр. Үҙҙәре тырыш булғанға күрә, тормоштары ла көйлө, йәндәре лә тыныс. Ә хаҡлы ялдағылар, йәғни өлкәндәр өсөн йән тыныслығы үҙе Хоҙайҙың бүләге, ҙур байлыҡ.

Хәбирә менән Рим Ҡоланбаевтар кеүек ысын аҡһаҡал һәм ағинәйҙәр булғанда, мөғжизәләр утрауына тиң гүзәл Мораҙым еренең дә бәрәкәте, йәме китмәҫ әле!

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор фотолары.


Читайте нас: