Һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуына ҡарамаҫтан, районда иген культураларын урып йыйыу эштәре дауам итә. Яңыраҡ Яңы Хвалын утары эргәһендәге баҫыуҙарға ла “Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе”нең ҡеүәтле техникаһы килде һәм һанаулы ғына ваҡытта 150 гектарҙағы игенде һуғып алып икенсе участкаға күсте.
Төрлө маркалағы комбайндарға, улар араһында «Нью-Холланд», «Вектор», “ДОН-1500” бар, тәжрибәле механизаторҙар - Андрей Андреев, Александр Пустошинский, Артем Студзинский һәм Сергей Солдайкин (һүрәттә) идара итә. Крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Юнир Искәндәровтан да ярҙам килгән, ҡыҙыу эш ваҡытында бындай хеҙмәттәшлек бик кәрәк. Йыйылған уңышты Мораҡтағы “Күгәрсен икмәк ҡабул итеү пункты” йәмғиәтенә ваҡытлыса һаҡлауға водителдәр - Айҙар Нурмөхәмәтов менән Салауат Аллағужин ташый. Артабан иген Сибай элеваторына юл тотасаҡ.
- Һауа шарттары уңай торғанда планлаштырғандарҙы тамамларға кәрәк. Эштәр һәр саҡ һин теләгәнсә генә бармай шул: тйә ехника боҙола, йә запас частарҙы ваҡытында алып ҡайтып булмай, әммә бөтәһе лә үҫтерелгәнде юғалтыуҙарһыҙ йыйып алыу өсөн тырышып эшләй. Беҙҙең хужалыҡ 200 гектарҙа етен, 30 гектарҙа чечевица, 180 гектарҙа кукуруз, 100 гектарҙа борсаҡ һәм 500 гектарҙа көнбағыш сәсте. Иҫке Әлмәс ауылы эргәһендә етен баҫыуын Петр Чепенко сабып сыҡты, бушаған техника иң тәү сиратта шунда йүнәләсәк.Урып йыйыу эштәре менән бер рәттән Һикһәнбай ауылы эргәһендәге баҫыуҙарҙы туңғаһөрөү эштәре бара. “Т-150” тракторҙарында был ерҙәрҙең 800 гектарын Анатолий Мельников менән Николай Фатун эшкәртеп тә сыҡты. Аҙна аҙағына тиклем игенде йыйып алып, мал аҙығы әҙерләүгә тотонорға тип торабыҙ, - ти хужалыҡтағы эштәр барышы менән таныштырып йәмғиәттең директор урынбаҫары Дауыт Сәйетбатталов.