Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Сентябрь 2019, 00:44

Банктан тип шылтыратһалар, һаҡ булығыҙ!

Банктан тип шылтыратһалар, һаҡ булығыҙ! Күптән түгел Стәрлетамаҡтан 45 йәшлек ҡатынға бер ир шылтыратып, үҙен “банктың именлек хеҙмәте хеҙмәткәре” тип таныштыра.

Күптән түгел Стәрлетамаҡтан 45 йәшлек ҡатынға бер ир шылтыратып, үҙен “банктың именлек хеҙмәте хеҙмәткәре” тип таныштыра, тип яҙа Башҡортостан.


Ул ҡатындан банк картаһының паролен һәм пин-кодын һорай. Күп тәүге үтмәй, гүзәл зат вәкиле иҫәбенән 20 мең аҡса юҡҡа сыға...


Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай ваҡиғалар ҡабатланыуҙан туҡтамай. Сит кешеләргә шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе, шул иҫәптән банк картаһы тураһындағыларын да әйтмәгеҙ, тип тағы бер ҡат иҫкәртәбеҙ.



Читайте нас: