Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Сентябрь 2019, 17:05

Көҙ байлығы - йәрминкәләрҙә

Көҙ байлығын үҙенә туплаған йәрминкәләрҙе район халҡы йыл һайын көтөп ала. Быйыл да ул сентябрҙең тәүге йәкшәмбеһендә егәрле хужа-хужабикәләрҙе, фермерҙарҙы, төрлө хужалыҡ вәкилдәрен бер сауҙа майҙанына тупланы. Халыҡ та етәрлек ине, ни тиһәң дә бындай саралар тиҙ иҫкермәүсе аҙыҡ-түлекте, мал аҙығын ҡыш буйына етерлек итеп туплап ҡалыу өсөн ифрат та ҡулай, сөнки уңыштың мул сағында хаҡтар ҙа байтаҡҡа түбәнерәк була.

Һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа етәрлек ине. Йәрминкәлә, дөрөҫөн әйткәндә, “ҡош һөтө” генә булмаһа булмағандыр. Хаҡтар ҙа, өҫтә әйтеп үтеүебеҙсә, “тешләшмәне”. Күптәр, етмәһә, һатҡан әйберҙәренең күрһәтелгән хаҡтарын бер аҙға булһа ла төшөрөргә ҡаршы түгел ине.

Ҡыҙыҡ өсөн хаҡтарға күҙ һалайыҡ. Өс литрлы банкаларға тултырылған балға умартасылар 1500-1800 һум хаҡ ҡуйған, тере өйрәктәр – 350-450, ҡаҙҙар – 700-750, бройлер - 500 һум булһа, бройлер тауығы ите – 230, һыйыр ите – 260, сусҡа ите – 200, сало – 250, көнбағыш майы (1,5 л) – 150 һум. Оҙонлоҡтары бер метрғаса яҡынлашҡан толстолобик балығының килограмын 200 һумдан тәҡдим иттеләр. Был балыҡтар Мораҡтағы быуала үрсетелгән һәм уларҙың тәүҙә 3-4 см-лы ғына селбәрә булғанлығына ышанырлыҡ та түгел. Әйткәндәй, беҙҙең районда йәйен (килограмы – 200 һум) үрсетеүселәр ҙә бар икән.

Иген, емеш-еләк, сәскә үҫентеләре һатылған урындан да кеше өҙөлмәне. Бында ағас үҫентеләренә хаҡтар 200-450, сәскәләргә 150-400 һум тирәһендә тирбәлде.

Йәрминкәне байҡап сыҡҡандан һуң шуны әйтергә була: ниһайәт, күптәр үҙенең тир менән табылған хеҙмәт емешен аҡсаға әйләндерергә өйрәнде: һатыусылар араһында баҡсала үҫтергән йәшелсә-емешен, бешергән тәм-томдарын, бәйләгән, теккән ҡул эштәрен, ялан-ҡырҙарҙа йыйған дарыу үләндәрен, миндек, һеперткеләрен һатыусылар күп ине.

Йәрминкә борон-борондан алыу-һатыу ғына түгел, үҙенә күрә осрашып-күрешеп, күңел бушатыу урынына ла булған. Был юлы ла “үҙен күрһәтеп, башҡаларҙы күреп” йөрөгәндәр күп ине. Һәүәҫкәрҙәрҙең, балаларҙың дәртле йыр-моңдары, “Йондоҙ менән зарядка” иһә сараға байрам төҫөн бирҙе, кәйефтәрҙе күтәрҙе.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотоһы.

Читайте нас: