*Донъя матур ҡоролған. Донъяны тағы матурлаған, йә ҡәҙерһеҙләгән дә кеше.
“Кеше булған ерҙә тормош бар. Тормош булған ерҙә һөйөү бар. Һөйөү булған ерҙә матурлыҡ бар”. (Ғайса Хөсәйенов)
*Матурлыҡ - ул эстән килә, күңелдән килә. Кешенең күңеле матур икән, тәү ҡарағанда килбәтһеҙ һымаҡ ҡабул ителһә лә, матурлығы барыбер өҫкә сыға. Күңеле таҙа булғас, ул барыбер яйлап – яйлап ялтырап торған саф алтынға әүерелә. (Р. Туйсина)
*Тормош матурлығы күңел матурлығынан башлана.
*Һөйөү булған ерҙә матурлыҡ бар.
*Күңеле яҡты булған кешенең йөҙө лә яҡты була, ә яҡтылыҡ үҙе бер матурлыҡ!
*Ҡоштоң матурлығы төҫөнә ҡарап,
Кешенең матурлығы эшенә ҡарап.