Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Сентябрь 2019, 17:02

Ауылдарҙың киләсәге үҙебеҙҙең ҡулда

Район хакимиәте һәм Советы, предприятиелар, учреждениелар, ойошмалар етәкселәре ҡатнашлығындағы күсмә кәңәшмә үткән аҙнала Чапаев ауыл биләмәһендә үтте. Биләмәлә бер генә ауыл – Подгорный, бында социаль тәғәйенешле объекттарҙың барыһы ла - мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, почта элемтәһе, китапхана, клуб бар, “Чапаев исемендәге колхоз” ауыл хужалығы кооперативы, “Өмөт” оло йәштәгеләрҙе һәм инвалидтарҙы стационар хеҙмәтләндереү бүлексәһе халыҡты эш менән тәьмин итә. Ауыл янында тиҙҙән юл төҙөлөшөндә ҡулланыу өсөн минераль порошок етештереү эшен асырға уйлайҙар. Ул эште асыусыларға ла иң тәү сиратта ауыл халҡын эш менән тәьмин итеү бурысы ҡуйылған.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар тәүҙә объекттар эшмәкәрлеге менән танышты. Мәктәптә барлығы 20 бала белем ала. Белем биреү усағы мөдире Айһылыу Әбдрәхимова яңы уҡыу йылына әҙерлек менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте. Ғайса Янбаев Воскресенск мәктәбе ремонтҡа ябылғас, уҡыусылар ваҡытлыса Подгорныйҙа уҡыясағын белдерҙе. Балалар баҡсаһына 18 бала йөрөй, баҡса етәксеһе бында тыштағы уйын майҙансыҡтарын яңыртырға, ябыҡ веранда төҙөргә кәрәклеген еткерҙе.

Район хакимиәте башлығының шәхси ҡабул итеүенә ике кеше генә килде, улар урамдарына интернет үткәреүҙәрен һораны, ауылда сиркәү төҙөлөү-төҙөлмәүен белеште һәм ауыл халҡын эш менән тәьмин иткән ҡарттар йортон һаҡлап ҡалыуҙарын үтенде.

Ауыл биләмәһендә башҡарылған һәм киләһе йылға планлаштырылған эштәр менән биләмә башлығы Сәлимә Иҫәнбәкова таныштырҙы. Уның сығышынан шулар билдәле булды: ауылда 226 ихатала бөтәһе 539 кеше йәшәй. Күп ауылдарҙағы кеүек үк бында ла демографик хәл киҫкен тора, быйыл 1 сабый тыуһа, 7 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан. “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса ауылды һыу менән тәьмин итеүсе башняны, үҙәк һыу үткәргестең авариялы урындарын ремонтлағандар, урамдарҙы яҡтыртыу һәм юлдарҙы төҙөкләндереү эштәре башҡарылған, улар киләһе йылда ла дауам итәсәк. Тағы “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” проекты буйынса ауыл клубын ремонтлауҙы дауам итергә, янғын машинаһы өсөн йылы бокс төҙөргә плашлаштыралар.

Полицияның участка уполномоченныйы Илдар Фәсхетдинов был өлкәләге хәл-торош менән таныштырҙы. Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев кәңәшмә эшенә йомғаҡ яһап, республикала эшләп килгән һәм быйыл тормошҡа ашырыла башлаған программаларға ентекле туҡталды, улар ярҙамында ауылдарҙың, урамдарҙың, ихаталарҙың, подъездарҙың төҙөкләндерелеүе тураһында һөйләне. Ысынлап та, был миҫалдар артынан йыраҡ йөрөргә кәрәкмәй, әле яңыраҡ ҡына Йомағужала “Башҡорт ихаталары” проекты буйынса эшләнгән ихата, Восресенскта асылған балалар баҡсаһы, Мораҡтағы парк, (әле шундай уҡ парк Йомағужала төҙөлә) быға асыҡ дәлил.

Башҡа ауылдар менән сағыштырғанда күпкә уңайлы шарттарҙа йәшәүсе подгорныйҙарға ла демографик хәлде яҡшыртырға кәрәк. Сөнки ауылдарҙың артабанғы яҙмышы йәш ғаиләләр, уларҙа тәрбиәләнгән балалар һанына бәйле. Мәктәп, балалар, йәштәр булмаһа, ауыл да бөтә.

Ауылда эш юҡ тип әйтеп булмай, колхоз бар, бөтә социаль объекттар эшләй, үҙ эшен асыусыларға дәүләттән ҙур ярҙам күрһәтелә. Элек-электән дәртләнеп йәшәгән, ауылдарын малдан тапатмай төҙөк һәм матур итеп тотоуҙары менән тирә-яҡта дан ҡаҙанған подгорныйҙар артабан да һынатмаҫ тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Розалия ИСҠУЖИНА.

Читайте нас: