Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Сентябрь 2019, 12:30

Малайҙар үҫтергән әсәй

Малайҙар үҫтергән әсәй Интернет киңлектәрен йыш гиҙгәндәр араһында Гөлсимә Иштанова тигән исемгә йыш ҡына юлығып тороусылар бихисап икәненә иманым камил. Уның “Эрзинкә итек”, “Жданка”, “Бөржән еңгә” хикәйәләрен йотлоғоп уҡымағандар ҙа юҡтыр ул. Беҙҙең “Мораҙым” гәзитендә лә, “Ағиҙел”дә лә, шул уҡ интернет селтәрендә лә үҙ уҡыусыларын тапты ул әҫәрҙәр. Унан тыш та әле Гөлсимәнең йәнле генә итеп һүрәтләгән яҙмаларын уҡып, фекер алышып торабыҙ. Тел байлығы ла, һүрәтләү оҫталығы ла үҙенә йәлеп итеп кенә тора. “Бәйләнештә” селтәрендәге уның сәхифәһе тотошлайы менән блогер яҙмаларына әүерелеп китте. Ябай ғына бер ваҡиғаны ла матур, тәмле итеп тәҡдим итә белә Гөлсимә.

Интернет киңлектәрен йыш гиҙгәндәр араһында Гөлсимә Иштанова тигән исемгә йыш ҡына юлығып тороусылар бихисап икәненә иманым камил. Уның “Эрзинкә итек”, “Жданка”, “Бөржән еңгә” хикәйәләрен йотлоғоп уҡымағандар ҙа юҡтыр ул. Беҙҙең “Мораҙым” гәзитендә лә, “Ағиҙел”дә лә, шул уҡ интернет селтәрендә лә үҙ уҡыусыларын тапты ул әҫәрҙәр. Унан тыш та әле Гөлсимәнең йәнле генә итеп һүрәтләгән яҙмаларын уҡып, фекер алышып торабыҙ. Тел байлығы ла, һүрәтләү оҫталығы ла үҙенә йәлеп итеп кенә тора.
“Бәйләнештә” селтәрендәге уның сәхифәһе тотошлайы менән блогер яҙмаларына әүерелеп китте.
Ябай ғына бер ваҡиғаны ла матур, тәмле итеп тәҡдим итә белә Гөлсимә.

Малайҙар үҫтергән әсәй
Журналист булараҡ бар ерҙә өлгөргән ҡатын – ир ҡатыны ла, өс ир балаға әсәй ҙә икәнен беләбеҙ Гөлсимәнең (уңған ҡатын ул табыр тигән мәҡәлдең тапҡырлығы!). Баязит, Байназар, Бәхтейәрҙең мауыҡтырғыс мажараларын, моғайын, беҙҙең “Мораҙым”да ла, “Аҡбуҙат”та ла, “Аманат”та ла күргәнһегеҙҙер. Уның яҙмаларын уҡығандарға ошо өс малайҙың артынан бер туҡтауһыҙ сапҡан, шул арала тирә-йүндәге матурлыҡты ла күреп, хуш еҫле сәскәләрҙең еҫенә кинәнергә, тәмле-тәмле бәлештәрен бешереп, майлы ҡоймаҡтарын ҡойоп һыйлы табындарын әҙерләргә, Киске телеүҙәк”, “Интервью” өсөн тапшырыуҙар яҙҙырырға һәм башҡа, һәм башҡа ергә өлгөргән, һанап бөтмәҫлек бихисап эш-көш араһында йүгергеләгән Гөлсимә күҙ алдына киләлер.
Гөлсимәне мин студент сағынан уҡ беләм. Район гәзитенә лә әүҙем генә яҙышып торҙо, уның тураһында мәҡәләләр ҙә яҙҙыҡ.
Хәйбулла егете Даян Иштановҡа кейәүгә сыҡҡас, үҙен тотошлай ғаилә тормошона арнай: бер-бер артлы улдарын табып, уларҙы тәрбиәләй. Әле малайҙар балалар баҡсаһына йөрөй, өлкән улдары өсөнсө класҡа барҙы.
Республиканың төп телевидениеһына эшкә сығыуы ла яңыраҡ. Шулай ҙа тиҙ арала үҙенең тамашасыһын да табып өлгөрҙө: Күгәрсен районы халҡы беҙҙең ҡыҙ һөйләп тип телевизор ҡабыҙһа, хәйбуллалар “ана, үҙебеҙҙең килен” тип көтөп ала.
Тынғыһыҙ ҡала ритмы, һәр ваҡыт иғтибар талап иткән ир, балалар, яуаплы эш араһында әйләнгән “өлгөрбикә” менән ғаилә тормошо тураһында әңгәмә ҡорабыҙ.
- Гөлсимә, һүҙ шул балалар тирәһенән башланыр инде. Малайҙарҙың өлкәнлеге буйынса исемдәре кем? Гел “Б” булғас, буталам...
- Бәхтейәр, Баязит һәм Байназар. Туғыҙ йыл элек атай-әсәй булғайныҡ, өлкәне быйыл өсөнсөлә, уртансыһы беренсегә барҙы. Байназар балалар баҡсаһына йөрөй. Ә исемдәргә килгәндә, аптырамағыҙ, һеҙ түгел, үҙебеҙ ҙә бутайбыҙ (көлә). Иң мөһиме – балалар үҙҙәре яңылышмай.
- Малайҙарҙың мажараларын уҡығас, теге йәнһүрәт бар бит әле Маймыл -әсә тураһындағы, шул да күҙ алдына килеп баҫа: балалар артынан туҡтауһыҙ сабаһың, үҙең шул арала тирә-яҡтың матурлығын да күреп өлгөрәһең, сирендәрҙең хуш еҫе менән дә кинәнәһең, тәмле итеп бәлештәрен дә бешерәһең, баҡсаға ла өлгөрәһең, ул журналистика эшен әйтеп тә тормайым инде - нисек өлгөрәһең? Көнөң нисек башлана, нисәлә тораһың, нисәлә ятаһың, тигәндәй...?
Малайҙарым, Аллаға шөкөр, үҫте. Юҡһа, береһенә ҡырҡ көн тулғанда, икенсеһе теше һыҙлап, өсөнсөһө ангина менән сирләп йонсоған саҡтарым да бар ине, шуға хәҙер улар минең өсөн хатта ҙур малайҙар кеүек. Атаһы менән икәү эштән ҡайтыуыбыҙға, мәктәптән ҡайтып, балалар баҡсаһына йөрөгән бәләкәс ҡустыларын ҡарашып, өйҙө йыйыштырып торған булалар. Шулай ҙа теҙгенде бушатмайбыҙ. Бындай тәртип һаҡланһын өсөн, кистән балалар менән бергә киләһе көнгә эштәр теҙмәһе төҙөйбөҙ. Ҡағыҙҙы һыуытҡыстың ишегенә йәбештерәбеҙ. Эшләгән һәр эшкә тамға ҡуялар. Балаларға ла уңайлы, көн тәртибе һаҡлана, беҙгә лә еңел. Кис ҡайтҡас, тикшерергә генә ҡала.
Әйткәндәй, эштәрҙең теҙмәһендә Бәхтейәр менән Баязиттың һәр береһенә айырым эш яҙыла. Мәҫәлән, мультиваркала ашарға йылытыу өлкәненең бурысы, ә сәй яһау – уртансыһыныҡы. Юҡһа, яңыраҡ шундай хатабыҙҙы аңлап ҡалдыҡ, Баязит ағаһына ныҡ һалышып киткән икән, ҡайһы бер ябай ғына эштәр нисек атҡарыла икәнен белмәй. Ә беренсе класс уҡыусыһына үҙаллылыҡ кәрәк. Хәҙер шуға өйрәтәбеҙ.
- Ошо тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эш араһында һин бит әле ижадҡа ла ваҡыт табаһың. Тәүлектең ҡайһы мәлендә? Әллә һинең тәүлек 48 сәғәтлекме?
- Дөрөҫөн әйткәндә, хәҙер ваҡытым ҡалмай ул. Декрет ялында ултырғанда башыңа берәй уй килһә, тотаһың да яҙаһың, үҙ ваҡытыңа үҙең хужа. Эшләп йөрөгәс, улай булмай шул. Эфир! Шулай ҙа, ваҡытты дөрөҫ итеп ойошторғанда яҙышып та, ижад итеп тә өлгөрөп була, тиҙәр. Мәҫәлән, “иртәнге биш минут” системаһы, йәғни көн дә иртән аҙ ғына ваҡытыңды ижади шөғөлөңә бүлеү. Тырышып ҡарайым, әммә әлегә был алымды системаға һалып ебәрә алмайым ниңәлер. Шулай ҙа тап ошо принципты ҡулланып бер хикәйә яҙҙым. Тиҙҙән район гәзите уҡыусылары уның менән танышыр тип уйлайым.
- Малайҙарҙың холҡо тураһында ла бер яҙмаңда уҡығайныҡ, өсөһө лә һиңә оҡшағанмы? Аталары Даян ҡарап тороуға баҫалҡы ғына һымаҡ... Үҙең бала саҡта ниндәйерәк инең?
- Мин бәләкәй саҡта-а-а-мы! Ҡойма башынан төшмәй инем (көлә). Күлдәк итәгемде тегә-тегә әсәйемдең “Гел үрҙә ошо бала” тип ултырғанын иҫләйем. Малайҙар өсөһө лә үҙебеҙгә оҡшаған. Бәхтейәрҙең хислелеге, фантазияға байлығы миңә тартҡан , ә икеләнеп тормай эшкә тотоноуы атаһына оҡшаған. Баязит минең кеүек уртансы бала, ул да ваҡыты-ваҡыты менән үҙ донъяһына сумып, ниндәйҙер үҙенә генә билдәле уйҙарына сумып, йылмайып, йә бошоноп йөрөп ала. Ә дуҫтарын өйөрөп алып артынан эйәртеп йөрөй белеүе – атаһынан. Байназарға холоҡ та, төҫ тә таратҡан саҡта мин өйҙә булмағанмын, ахыры, төптө атаһыныҡы (көлә).
- Атай тураһында һүҙ сыҡҡас, шул турала дауам итәйек. Ир балаларҙы тәрбиәләүҙә төп өлөш уның иңенә яталыр бит?
- Ир баланы тәрбиәләүҙә атай ҙа мөһим, әсәй ҙә. Атай кеше – өлгө. Ә әсәй… Нимә тип әйтәйем, икән? Ҡайһы берҙә улдарымды артыҡ романтик рухта тәрбиәләйемдер һымаҡ булып китә ул үҙемә.
Мәҫәлән, быйыл йәй көнө Асылыкүлгә барғанда кисен йоҡлай алмай һаман “шырҡ-шырҡ” килгән малайҙарға әкиәт һөйләргә булып киттем. Әйтергә кәрәк, эшкә сыҡҡаны бирле уларға әкиәт һирәк эләгә. Шуға шундуҡ шым булып тыңларға әҙерләнделәр.Хатта Баязит та шымып ҡалды, ғәҙәттә, ул һөйләгәндә оҙаҡ ятып сыҙай алмай
борғоланып сыға. Быларға Асылыкүл тураһында һөйләр алдынан Урал батырҙы, Аҡбуҙатты иҫкә төшөрҙөм. Заятүләккә күл төбөнән Аҡбуҙат сыҡҡан тип һөйләй башлағайным, әкиәтем тамам “әкиәткә” әйләнде. Әлбиттә, малайҙар үҙҙәре лә фантазияһын эшкә екте, мин “эйе”, “шулай булған” тип, кәрәк ерендә биҙәп кенә ултырҙым. Бына һеҙ ҙә тыңлап ҡарағыҙ. “Баҡһаң, ул Аҡбуҙат аҙаҡ Салауат батырға ла сыҡҡан икән. Теге Шайморатов генералдың аты ла шул булманымы икән? Ә теге пулеметҡа ятҡан геройҙың (Матросов-Мөхәмәтйәнов) аты булғанмы? Әсәй, ә һинең эшеңдә һәйкәл ҡуйҙылар бит (Телеүҙәк ҡаршыһына ҡуйылған Бабичты әйтәләр), шул батыр нимә эшләгән? Ә атайҙың эше алдында ултырған кеше (М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры алдындағы Ғафури һәйкәле тураһынды һүҙ) нимә эшләгән? Әкиәттәр, шиғырҙар яҙған? Улар Пушкин һымаҡ булған мәллә? Ә ҡыҙҙар-геройҙар бармы?..”
Ир-егеттәрҙең батырлыҡтары тураһында теҙеп кенә һөйләп килгән ерҙә ҡапыл ғына яңғыраған был һорауға яуап бирә алманым да, Зәйнәб Биишеваны иҫкә төшөрҙөм. Бәхтейәрҙең “Ә ул ҡәрсәйҙән өләсәйгә килгән юлда йәшәгән ивет” тигәне тағы аптыратты. Аҡъяр-Мораҡ юлында Туйымбәтте үтеп киткәндә Зәйнәп Биишеваны телгә алғаныбыҙ иҫендә ҡалған. Ә махсус ултырып һөйләгәнем юҡ. Бабич тураһында ла, Ғафури тураһында ла. Күрәһең, мәктәптә уҡытыусылар таныштыра.Ҡыуандым. Әҙерәк борсолоп та киттем. Батырлыҡтың романтик рухын артығыраҡ шәрбәтләмәнемме икән?
Әммә бер урам булып футбол уйнаған малайҙарым бындай борсолоуҙарымдан тиҙ арындыра. Профнастил менән көпләнгән ҡапҡабыҙҙа уйым-уйым булып торған туп эҙҙәренә ҡарайым да, тынысланам. Ҡәҙимге малайҙар үҫә.
Ә әҙерәк хискә бирелеп алыу малай кешегә лә кәрәктер ул. Улдарымдың киләсәктә артыҡ сөсөләнеүселәргә ҡарата иммунитеты булһын әҙерәк, тип шаяртам шуға гел.
- Бәхтейәр менән Баязит бәләкәйерәк саҡта минең эргәнән китмәгән саҡтарҙа, бергә ҡамыр аштарын бешерешеп мәж киләләр ине. Бәлеш,печенье, манты, билмән – береһе лә уларҙың ҡатнашлыҡһыҙ бешмәне. Хәҙер күберәк атай эргәһендә уралалар. Шөрөп бороғос дөрләтеп алһындармы, сөй-ҡаҙаҡ уйнатһындармы, эйәреп урманға, бесәнгә сығып китһендәрме –атайҙары эргәһәндә. Яйлап янымдан ебәрәм. Ә бәләкәсенең тап эргәмдә буталған сағы, мин нимәгә тотонһам, шунда тығыла. Бер көн мин эштән ҡайтҡансы килештереп, өс йомортҡа һытып, бер стакан шәкәр һалып бисквитҡа ҡамыр бутай башлаған. Атаһы күреп ҡалып сәстәре үрә торғансы, ике ағаһы ҡамырҙы еренә еткереп бутап та ултыртҡан. Эштән арып, асығып ҡайтып ингән әсәйгә шыйыҡ ҡамырҙы бешереп алырға ғына ҡалды.
- Өс малайҙан һуң бер наҙлыҡай ғына ҡыҙыҡай табып алғың килмәйме?
- Иң яратмаған һорау. Хоҙайҙың биргәненә шөкөр.
- Һин ниндәйерәк ҡәйнә булырһың икән? Шул хаҡта уйланғаның булманымы?
- Ҡәйнә булғас, белермен әле ниндәй булырға (көлә). Әлегә әсәлек статусым менән кинәнәм. Шулай ҙа бейемемә оҡшарға теләр инем. Уның кеүек сабыр ҡәйнә лә, улдарына һүҙе үтемле әсәй ҙә булғым килер ине.
- Тормош тураһында фәлсәфә лә һатып алайыҡ әле: фәлсәфәүи яҡтан тормошто ҡабул итмешең нисегерәк?
- Әле минең тормоштоң барлыҡ төҫтәрен кинәнеп, яратып ҡабул иткән сағым - була бит кешенең шундай йәше. Бала саҡта әле йәшәй башламағанһың һымаҡ, тормош тигән нәмә ҡайҙалыр алһыу шаршыу артындалыр кеүек тойола, ә үҫмер осорҙа үҙеңә лә,тирә-йүнеңдәгеләргә лә артыҡ талапсанһың. Ә хәҙер, нисектер, икенсерәк ҡабул итәм.
Был тормош минең үҙемдеке, ул тап минең өсөн генә яҙылған, был юл минең өсөн генә һайланған, уңыштарым үҙемдең көсөм менән табылған, ә хаталарым ошо йәшәйешемдең ҡәҙерен белер өсөн яһалған.
- Тормош девизың бармы? Булһа, ниндәйерәк?
- Девиз тип әйтеп буламы икән. Салауатта педагогия колледжында уҡыған саҡта бер уҡытыусы дәрестә бөтәбеҙгә лә әйткәйне: “Нимәлер килеп сыҡмай икән, туҡтап тор. Артабан барыр йүнәлеш шул саҡта күренә”. Нисектер хәтеремдә ҡалған, һәм әллә нисә ҡат һынап ҡарағаным булды, ысынлап та, шулай икән.
- Тыуған яҡ, тыуған йорт, туғанлыҡ - һинең өсөн нимә?
- Юлдыбайҙағы Аҫҡурам, шул урамдағы ҡарағайлы йорт, ҙур ауыр ҡапҡа – тыуған йортом ошо.
Туғанлыҡ иһә – өҫтәл артына йыйылғандарҙың шыжлап йырлап ултырған самауырҙағы сағылышы. Был сағылышта туғандар ғына бер-береһен күрә, сөнки сит яттар өсөн самауыр ҡойолмай хәҙер. Хатта ошо туғанлыҡ хисенең үҙенә генә хас еҫе бар - ул әсәйемдең картуф бәлеше. Картуф бәлеше лә ҡунаҡтар өсөн бешерелгән һый түгел бит хәҙер. Үҙебеҙ йыйылғанда ғына әсәйҙән һорап бешерттереп алабыҙ. Самауыр, табынға йыйылғандарҙың йөҙөн нисек кенә үҙгәртеп күрһәтмәһен, мин уларҙы барыбер таныйым. Туғанлыҡ тойғоһо ла шулайҙыр, тик беҙ үҙебеҙ генә бер-беребеҙҙе беләбеҙ, таныйбыҙ, хаталарыбыҙ өсөн ғәфү итәбеҙ, уңыштарыбыҙ өсөн һөйөнәбеҙ.
- Инде иркенләп һөйләшкәндә һау бул тигән һымаҡ яңғырар инде был һорау: беҙҙең гәзит уҡыусыларға, ғөмүмән, кешеләргә теләктәрең?
- Сәләмәтлек һәм күңел тыныслығы теләйем.
- Гөлсимә, эш мәшәҡәтең араһында ла беҙгә ваҡыт табып, әңгәмәләшергә риза булғаның өсөн, ихласлығың өсөн ҙур рәхмәт! Эшеңдә лә, ижадыңда ла уңыштар насип булһын! Артабан да беҙҙе матур хикәйәләрең, тормошсан яҙмаларың менән ҡыуандырып тор!
- Рәхмәт!
Фотолар – ғаилә архивынан.
Читайте нас: