Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Август 2019, 17:07

31 августан 2 сентябргә Республикала ҡырау төшөүе көтөлә

31 августан 2 сентябргә Республикала ҡырау төшөүе көтөлә Синоптиктар хәбәр итеүенсә, 31 августан 2 сентябргә тиклем республикала төндә һәм иртән тупраҡҡа ҡырау төшөп, һауа температураһының нолдән 3 градусҡаса түбәнәйеүе күҙаллана. Иртәгә республикала көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, 31 августан 2 сентябргә тиклем республикала төндә һәм иртән тупраҡҡа ҡырау төшөп, һауа температураһының нолдән 3 градусҡаса түбәнәйеүе күҙаллана. Иртәгә республикала көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә.


Ел төньяҡ-көнбайыштан, секундына 7-12, көсәйгәндә 17 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә 2-7 градус йылы, төньяҡ һәм таулы райондарҙа 2 градусҡаса һалҡын, көндөҙ 8-13 градус йылы. Иртәле-кисле юлдарҙа күреү мөмкинлеге сикләнә.



Читайте нас: