Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Август 2019, 11:01

Әлмәс ауылына йәм биреп

Әлмәс ауылында йәшәүсе Әлфира апай менән электән танышбыҙ. Һәр һүҙен уйлап һөйләр, ҡыҙҙарын уҡытҡан изге һөнәр эйәләренә гел тәрән ихтирам-хөрмәт менән ҡарар, өйҙәренә инһәң, алсаҡ йөҙө менән өҫтәл түренә әйҙүкләр ине... Бына, тиҫтәнән ашыу йылдар үткәс, таныш һуҡмаҡтар үҙенән-үҙе уларҙың ҡапҡаларына илтте. Тик иҫке өйҙәре урынына яңы мөһабәт йорт ҡалҡҡан, ҡалғаны хас элеккесә: ихаталарында һәр ваҡыттағыса бөхтәлек, аллы-гөллө сәскәләрҙән тирә-яҡҡа хуш еҫ бөркөлә, уттай ҡыҙыу эш осоронда бимазалап йөрөйһөгөҙ тип һис аптыранмай ғына уңған хужабикә ихлас өҫтәл әҙерләй... Ысын ауыл уңғандары шул Әлфира менән Фәнил Киленбаевтар! Өҫтәүенә киң күңелле, ҡунаҡсыл кешеләр, әүҙем йәмәғәтселәр.

Әлмәс ауылында йәшәүсе Әлфира апай менән электән танышбыҙ. Һәр һүҙен уйлап һөйләр, ҡыҙҙарын уҡытҡан изге һөнәр эйәләренә гел тәрән ихтирам-хөрмәт менән ҡарар, өйҙәренә инһәң, алсаҡ йөҙө менән өҫтәл түренә әйҙүкләр ине... Бына, тиҫтәнән ашыу йылдар үткәс, таныш һуҡмаҡтар үҙенән-үҙе уларҙың ҡапҡаларына илтте. Тик иҫке өйҙәре урынына яңы мөһабәт йорт ҡалҡҡан, ҡалғаны хас элеккесә: ихаталарында һәр ваҡыттағыса бөхтәлек, аллы-гөллө сәскәләрҙән тирә-яҡҡа хуш еҫ бөркөлә, уттай ҡыҙыу эш осоронда бимазалап йөрөйһөгөҙ тип һис аптыранмай ғына уңған хужабикә ихлас өҫтәл әҙерләй...

Ысын ауыл уңғандары шул Әлфира менән Фәнил Киленбаевтар! Өҫтәүенә киң күңелле, ҡунаҡсыл кешеләр, әүҙем йәмәғәтселәр.


Әлфира Дауыт ҡыҙы Ҡалай ауылында ете бала тәрбиәләнгән ишле ғаиләлә тыуған. Атаһы, Дауыт Динислам улы, ғүмер буйы тракторист булып эшләгән. Бәләкәстән атаһына иптәш булам тип, саң бөркөлгән колхоз баҫыуында трактор майына сумып, әсәһенә гектарлап сөгөлдөр уташырға ярҙамлашып, эше барҙың ашы бар тигәнде аңына һеңдереп үҫә ул. Тыуған ауылында башланғыс белем алып, уҡыуын Ибрай мәктәбендә дауам итә, 9-10–ды Мораҡ 2-се урта мәктәбендә тамамлай. “Дүртенсе кластан интернатта ятып уҡыным, шул ваҡытта ҡул эштәре менән мауыға торғайныҡ, шәл бәйләргә лә өйрәнеп алдыҡ, Мораҡта уҡыған осорҙа Нуҡай яғына урманға барып ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләнек. Элек бала саҡтан эшкә өйрәттеләр, мәктәптә тракторға уҡыттылар, хәҙерге менән сағыштырһаң, ғәжәпләнерһең”, - тип үткәндәрҙе иҫләп алды ул.

Мәктәпте “4”-кә, “5”-кә генә тамамлаһа ла, ата-әсәләренең ҡара эштә булып та хеҙмәттән һәм тормоштан йәм табып йәшәй белгәндәрен күреп үҫкән ҡыҙ үҙ алдына юғары белем алыу, етди һөнәр һайлау маҡсаттарын ҡуймай. Үҫмер осоронда аҡ халат кейергә хыялы булған ҡыҙҙан, бәлки, кешелекле медицина хеҙмәткәре сығыр ине... Ул мәктәпте бөтөүгә, Ҡалайға уйынға килеп йөрөгән сағында йөрәген яулап өлгөргән Әлмәс егете әрме хеҙмәтен тултырып ҡайта. Шул уҡ йылдың авгусында йәштәрҙең сәстәре-сәскә бәйләнә.

Әлмәскә килен булып төшкәс тә Әлфира Дауыт ҡыҙы Күгәрсен совхозына лаборант булып эшкә сыға, 15 йыллап хеҙмәт иткәндән һуң тиҫтә йыл һауынсы һөнәрен намыҫ менән башҡара. Мораҡ совхозына күскән осорҙа ла ул эшләгән комсомол-йәштәр фермаһы гел алдынғы рәттә була. Исмәғил Ғәбитов район комитетын етәкләгән осорҙа партияға ингәнен дә Әлфира апай ҙур ғорурлыҡ менән иҫкә ала, совхоз-колхоздар гөрләп торған мәлдә йәштәр ҙә, ауыл халҡы ла күпкә дәртлерәк йәшәгән, сәмләнеп эшләгән. Әүҙем йәмәғәтсе булараҡ та халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләүгә үҙ өлөшөн индерә ул. Совхоз тарҡалғас, ауыл советында ярҙамсы булып ҡағыҙ эшен алып бара, мәктәптә оҙаҡ йылдар ата-әсәләр комитеты ағзаһы, рәйесе лә була.

Тормош юлдашы – Фәнил Барый улы хеҙмәт майҙанында айырыуса бил бирмәҫ һөнәрмән. Иртә йәштән колхоз эшендә сыныҡҡан егет 14 йыл урман ҡараусы була, артабан йәнә совхозға сыға. Иңдәрендә 43 йыл эш стажы булған уҙаман һаман да арыу-талыуҙы белмәйенсә ауыл хужалығы тармағы үҫешенә тырышлығын һала. Хәҙер “Тәүәкән” йәмғиәтенә ҡараған “Әлмәс” бүлексәһендә көтөүсе эшен атҡара. Быйыл үҙенең арғымағында һабантуй парадында ҡатнашты. Әлмәс-Мораҡ араһы бер-ике саҡрым менән генә сикләнмәй, өҫтәүенә тырыш эшсәнгә лә 18 йәш түгел... Әммә дәрт-дарманлы уҙаман өсөн был кәртә булмай – ул мәртәбәле сараға һыбай барып, һыбай ҡайтҡан.

Ауыл тормошоноң йәмен белеп йәшәүсе Киленбаевтар электән ишле мал тотоп, ҡош-ҡортон үрсетеп, баҡсаларын гөл итеп тотоп йәшәргә күнеккән. Әле лә был тәңгәлдә бирешергә уйламайҙар. Һыйлы көнөм – һыйырҙа тип, ике һыйыр аҫрап, һөт ризыҡтарының артығын һатыуға сығарып, үҙҙәренең хәләл тир тамсыларынан аҙыраҡ булһа ла табыш индерәләр. Һөт ризығы һәр кемдеке үҙенсәлекле, аһ-зарҙы белмәгән йомарт хужаларҙыҡы, күңел йылыһын һалып әҙерләнгәне үҙенә башҡа тәмле, татлы була – был серҙе лә Әлфира апай һәр саҡ иҫендә тотоп, үҙ тәжрибәһендә иҫбатлап өйрәнгән. Тынғыһыҙ ауыл тормошонда бәләкәстән күңеленә ятҡан шөғөлөнә лә тоғро ҡала ул – ҡулдан бәйләнгән биҙәкле ултырғыс япмалары, күҙҙең яуын алып торған пар аҡҡоштары төрлө район сараларында Ибрай ауылы биләмәһе тәҡдим иткән күргәҙмә мөйөштәрен биҙәй.

Йәшләй генә ҡауышҡан Әлфира менән Фәнил Киленбаевтарҙың ғүмер йомғағын бергә-бергә татыу һүткәндәренә 39 йыл тулып үткән. Гел көләс яҙҙарҙан тормаған уларҙың тормошо, сабый ғына улдарын һалҡын ер ҡуйынына оҙатыу кеүек әсенән-әсе ҡайғыһын да татыта яҙмыш, ярһыу йәшлек хистәрен дә күп һынай... Әммә хеҙмәткә, кешелеккә булған тәрән һөйөүҙәре, ғаилә ҡиммәттәрен өҫтөн ҡуйып йәшәргә ғәҙәтләнгән ғаиләлә тәрбиәләнеүҙәре һәр саҡ яҙмыш елдәренә ҡаршы торорҙай көс-дәрт тупларға ярҙам итә. Хәҙер инде хәстәрлекле, бала йәнле ата-әсәнең иркә наҙға ғына төрөп үҫтергән ҡыҙҙары үҙҙәре күп балалы әсәләр. Һөйөклө ейән-ейәнсәрҙәре бәхетле өләсәй-олатайға күңел һалып эшләргә, ғүмер көҙҙәрендә ашыҡмайынса тормоштан йәм табып йәшәргә ҡеүәт өҫтәп тора. Серле тауҙар ҡосағына һыйынып, талғын Мерәүешле моңона иҙрәгән Әлмәс ауылы өсөн егәрле, тырыш, изгелекле Киленбаевтар үҙҙәре - ныҡлы терәк, төбәккә йәм биреүсе һәм ҡот бөркөүселәр!

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Фото – ғаилә архивынан.

Читайте нас: