Туғандарыбыҙҙың, таныштарыбыҙҙың, яҡташтарыбыҙҙын эштәрендә ҙур уңыштарға өлгәшеүҙәрен, юғары дәрәжәләр яулап, республика, ил мәнфәғәтенә тырышып эшләүҙәрен күреп ҡыуанабыҙ. Уларҙың ҡайһылары яулаған дәрәжәләренә ҡарамай тыуған яғы, ауылдаштары менән бәйләнеште өҙмәй, ә киреһенсә ҡулынан килгәнсә тыуған ауылына, районына ярҙам итеп, яҡташтары менән бер тулҡында йәшәй.
Тыуған яғының ысын патриоттары тигәндә күҙ алдына тәүгеләрҙән булып Дауыт-Ҡайып ауылында тыуып үҫкән уҙаман Сәғитов Мөхтәр Вәлиулла улы баҫа. Тыуған ауылынан бик иртә сығып китеп, күп йылдар интернатта уҡыған, йәшләй генә Себергә китеп, шунда төпләнеп, донъя ҡорған кешенең күңелендә илһөйәрлек тойғоһо һаҡланыуына, уның ғүмере буйы тыуған еренә табынып йәшәүенә һоҡланам.
Берғашыҡ, Берсүмес шишмәләре һыуын эсеп, хеҙмәт һөйөп үҫкән егете 70-се йылдар уртаһында яҙмыш елдәре алыҫ Себер яҡтарына ебәрә, Мөхтәр Сәғитов Сорғот ҡалаһында нефть эшкәртеү өлкәһендә эш башлай, бар көсөн һәм тырышлығын производствоны күтәреүгә һала, эшкә яуаплы ҡараған йәш кешегә һөнәри яҡтан үҫешергә лә мөмкинлек була. Тыуған яғын нисек кенә өҙөлөп һағынһа ла, уға йәнтөйәгенә отпуск ваҡытында ғына ҡайтырға тура килә. Ул ваҡыттарҙа вахта ысулы менән эшләү юҡ. Үҙе теләгән ваҡытта тыуған яғының саф һауаһын һулап, шифалы һыуҙарын эсеп, һағыштарын баҫыр мөмкинлектәр булмаһа ла, ул күңеле, йөрәге менән һәр саҡ яҡташтары эргәһендә була. Тыуған яғына булған сикһеҙ һөйөүен, ер-һыу ҡәҙерен белеүен ул аҙаҡтаныраҡ – ир ҡорона инеп, йәмғиәттә үҙ урынын тапҡас, ерҙә ышаныслы баҫып тора башлағас ауылы, ауылдаштары, яҡташтары мәнфәғәтенә эшләгән матур-матур эштәре менән дәлилләй.
Ойоштороу һәләте, нимәгә генә тотонһа ла аҙағына еткереү маһирлығы булған аҫыл ир заты Мөхтәр Вәлиулла улы 1997 йылда Күгәрсен, Көйөргәҙе районы хакимиәттәренә һәм республика Президентына ике район араһында, Дауыт-Ҡайып һәм Кинйәбай ауылдарын тоташтырып, юл һалыу мәсьәләһен күтәреп сыға. Бәләкәй сағынан Маячный ҡасабаһына интернатҡа йөрөп уҡығанында ыжғыр буранда йәки ҡойма ямғырҙа йәйәүләп үткән юлды яҡшыртыу тураһында уйлай. Башта административ кәртәләр идеяны тормошҡа ашырырға ҡамасаулай. Тик 2004 йылда ғына, Рәмил Мәжитов етәкселек иткән осорҙа, район хакимиәтенән ыңғай яуап килә. Артабан идеяны Мортаза Ғөбәйҙулла улы күтәреп ала һәм Кинйәбай - Дауыт-Ҡайып - Тәүәкән ауылдарын тоташтырып, республика кимәлендәге трассаға тиңләштерә. Бөгөн был юлдан йылына меңәрләгән машиналар юлдарын йөҙәр саҡрымға ҡыҫҡартып үтә.
Ватан, яҡты киләсәк өсөн көрәшкән атай-олатайҙарҙың батырлыҡтарын, ҡаһарманлыҡтарын күңеленә һеңдереп үҫкән ир-егет ауылдың данлы ла, шанлы ла тарихын онотмай. Дауыт-Ҡайып ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 72 ветеранға обелиск төҙөүҙе ойоштороуҙа ла, "Үлемһеҙ полк" акцияһында ҡатнашыуға фоторамкалар эшләтеп, парад үткәреүҙә лә Мөхтәр Вәлиулла улының роле ҙур булды. Үҫеп килеүсе йәш быуынды ла онотмай ул, уҡыусы балалар араһында төрлө спорт ярыштары ойоштороп, уларға бүләктәр тапшырып, күңелдәрен күтәрә, уларға ҡанаттар ҡуя.
Алыҫ Себергә эш эҙләп килгән ябай ауыл егеттәренә эшкә урынлашырға, Башҡортостандан гастрольдәр менән килгән артистарыбыҙға ойоштороу эштәрендә ярҙам итә.
1995 йылда Сорғот ҡалаһында беренсе татар-башҡорт йәкшәмбе мәктәбен астырып, уның директоры булып эшләп, Себерҙә йәшәгән бөтә башҡорт-татар халҡына туған телен һәм мәҙәниәтен һаҡларға нигеҙ булдыра алды ул. Әле лә, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, туған халҡының мәнфәғәттәрен хәстәрләй, Ханты-Манси округының мөфтөй кәңәшсеһе булып тора һәм Башҡортостан халҡы менән Ханты-Манси халыҡтарын берләштереүсе башҡарма комитетты етәкләй.
Ауылының рухи үҫешенә тос өлөш индерҙе ул. Дауыт-Ҡайыпҡа йәм, ҡот, нур биреп ултырған күркәм мәсет – Мөхтәр Вәлиулла улының тыуған ауылына иң ҙур бүләгелер, моғайын. Мәсет төҙөргә ауылдаштарын ҡыҙыҡһындырыу, уларҙы ойоштороу, бағымсылар табыу, тәүге иғәнәне индереү, алыҫтан тороп төҙөлөш эштәре менән етәкселек итеү өсөн шундай рух байлығы, маҡсатыңа тоғролоҡ һәм ихтыяр көсө кәрәктер. Ә был эштәрҙән тыш уға үҙенең төп эшен дә алып барырға кәрәк.
Әйткәндәрҙең барыһы менән бергә Мөхтәр Вәлиулла улының өлгөлө ғаилә башлығы, хәстәрлекле атай, киң күңелле ағай, ҡусты, туған булыуын билдәләп үтмәй булмай. Тормош иптәше Роза ханым менән ике бала тәрбиәләп үҫтереп, икеһенә лә юғары белем бирҙеләр, бөгөнгө көндә уларҙың икеһе лә тормошта үҙ урындарын тапҡандар.
Ауылыбыҙҙың арҙаҡлы улы Сәғитов Мөхтәр Вәлиулла улын күркәм ғүмер байрамы менән 65 йәшлек юбилейы менән ихлас йөрәктән тәбрикләбеҙ! Һау-сәләмәт булып, артабан да ғүмер үрҙәренә артылырға яҙһын. Тыуған ауылыңа – йәнтөйәгеңә күрһәткән изгелегең, оло бәрәкәттәр булып, бик оҙаҡ йылдар үҙеңде ҡыуандырһын!
Ә беҙҙең арала Мөхтәр Вәлиулла улы кеүек патриоттар, илен, республикаһын, тыуған яғын һөйгән илһөйәрҙәр күберәк булһын!