Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Август 2019, 14:00

Республикаға «әбейҙәр сыуағы» ҡасан килә — синоптиктар

Республикаға «әбейҙәр сыуағы» ҡасан килә — синоптиктар Башҡортостанда сентябрҙең тәүге декадаһының һалҡын һәм ямғырлы булыуы көтөлә. Уның ҡарауы, сентябрҙең икенсе аҙнаһынан оҙайлы «әбейҙәр сыуағы» фаразлана, тип хәбәр итә Гисметео сервисы.

Башҡортостанда сентябрҙең тәүге декадаһының һалҡын һәм ямғырлы булыуы көтөлә. Уның ҡарауы, сентябрҙең икенсе аҙнаһынан оҙайлы «әбейҙәр сыуағы» фаразлана, тип хәбәр итә Гисметео сервисы.
Август аҙағында көндәр һалҡынайҙы, ямғыр яуа башланы. Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, сентябрҙең беренсе декадаһында ла һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. «Әбейҙәр сыуағы» сентябрҙең икенсе аҙнаһынан — 8 сентябрҙән һуң ғына башлана.
Синоптиктар мәғлүмәттәренә ярашлы, киләһе аҙнала 2 сентябрҙән 8-енә тиклем һауа температураһының көндөҙ +11, +16, төндә +6, +8 градус, көндәрҙең болотло һәм ямғырлы булыуы көтөлә.
9 сентябрҙән республикала «Әбейҙәр сыуағы» фаразлана. Йылы һәм ҡояшлы һауа торошо ике аҙна самаһы дауам итә. Һауа температураһы көндөҙгө сәғәттәрҙә +26 градусҡаса күтәрелә. Төндә лә +15 градусҡа тиклем йылы була. Ҡырау көтөлмәй.
Фото: kudago.com
Читайте нас: