Юҡ-юҡ, беҙ бер ҙә шаяртмайбыҙ. Билмән (Пельмень) исемле егет Силәбе өлкәһендә йәшәй. Шөкөр, тип әйтәйекме икән, был исемде уға ата-әсәһе ҡушмаған. 19 йәшенә тиклем ул Роман булған, тип яҙа БАШҠОРТОСТАН ГӘЗИТЕ.
Ни эшләп егет Романдан Билмәнгә әйләнгән һуң ул?
200 килограмм билмән отор өсөн... Ғәҙәти булмаған конкурсты ойоштороусы компания исемен үҙгәрткән кешегә тап ошондай бүләк вәғәҙә итә. Ни эшләптер Роман ризалаша һәм ЗАГС-ҡа барып ысынлап исемен алмаштыра.
Егеттең ата-әсәһе һәм яҡындары Билмәндең был ҡарарына тәүҙә ҡаршы була, яңы исемен ҡабул итә алмай хитланалар. Өләсәһе иһә: "Билмән өсөн илен дә һатыр был", тип әрләп тә ала. Аҙаҡ өйрәнәләр, хатта ҡыҙыҡ күрә башлайҙар. Кемдең Билмән исемле туғаны бар әле?
Әйткәндәй, Билмән-Роман белдереүенсә, ул лайыҡлы бүләген ала алмай. Конкурсты ойоштороусы фирма Пенза ҡалаһында урынлашҡас, Силәбе өлкәһенә ул тиклем ярымфабрикатты килтереп еткерә алмайҙар. Уны аҡсалата ғына бирәләр. Билмән был аҡсаға ҡиммәтле смартфон һәм башҡа ваҡ-төйәк алып тотоноп бөтә.
Был ахмаҡ аҙымға барыуына егет бер ҙә үкенмәй икән. Уны төрлө сараларға саҡыралар, урам буйында таный башлайҙар, исеме арҡаһында ҡыҙыҡлы эшкә урынлаша хатта.
Шулай ҙа яңыраҡ Билмән киренән Романға әйләнгән, тиҙәр. Баҡһаң, ул армияға йыйына икән. Ә был исеме менән аш-һыу бүлмәһенән башы сыҡмаҫ тип шөрләгән. Буласаҡ балаларын да уйлағандыр. Кемдең Билмән улы йәки Билмән ҡыҙы булып йөрөгөһө килһен инде?