Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Август 2019, 14:27

Депутатҡа, баш табипҡа дүрт күҙ төбәп...

Аҙна башында район хакимиәтендә БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, медицина фәндәре докторы, Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы баш табибы Ринат Нагаев граждандарҙы шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итте.

Аҙна башында район хакимиәтендә БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, медицина фәндәре докторы, Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы баш табибы Ринат Нагаев граждандарҙы шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итте.
Был юлы уға 12 кеше мөрәжәғәт итте. Күптәр республика дауаханаһында тулыһынса тикшеренергә һәм дауаланырға теләк белдереп, был тәңгәлдә ярҙам итеүҙәрен һораны. 30 йыл һауынсы булып эшләгән апай быуын-һөйәктәренең һыҙлауына сыҙай алмай, 3-4 йыл эшкә яраҡһыҙ булһа ла, комиссия уны инвалидлыҡ төркөмөн бирмәй. Табип уға республика клиникаһында неврологҡа күренергә тәҡдим итте.

- Ағымдағы йылда Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының стационар бүлектәрендә беҙҙең райондан 149 кеше дауаланған, поликлиникала бөтәһе 1 мең 305 кеше консультация алған, 121 кешегә операция эшләнгән, дауахана бригадалары 364 ауырыуҙы ҡабул иткән.
Медицинаға ҡағылмаған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҙә булды. Берәүҙәрҙе ҡый түгеү өсөн ҡуйылған павильондың тап улар йәшәгән йорттоң ҡаршыһында булыуы оҡшамай, бер әсә алты бала тәрбиәләүенә ҡарамаҫтан “Әсәлек даны” миҙалын алмаған, дауаханала йәшәргә мәжбүр булған икенсе әсә торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам һораны. Быларын да депутат күҙәтеү аҫтына алды.
Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.
Читайте нас: