Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Август 2019, 13:08

Фажиғәләргә юл ҡуймайыҡ

Фажиғәләргә юл ҡуймайыҡ Район хакимиәтендә терроризмға ҡаршы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү комиссияларының сираттағы ултырышы үтте. Көн ҡаҙағына Белем һәм берҙәм һайлау көндәрендә мәғариф объекттары, граждандар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса саралар күреүгә ҡағылған һорауҙар сығарылды.

Район хакимиәтендә терроризмға ҡаршы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү комиссияларының сираттағы ултырышы үтте.
Көн ҡаҙағына Белем һәм берҙәм һайлау көндәрендә мәғариф объекттары, граждандар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса саралар күреүгә ҡағылған һорауҙар сығарылды.
Быйыл Белем көнө йәкшәмбегә тура килә, БР Мәғариф министрлығы тәҡдиме менән беҙҙең районда ул 2 сентярбҙә үтә. Ә 8 сентябрҙә – берҙәм һайлау көнөндә республика йәшәүселәр Башҡортостан Республикаһы Башлығын һәм урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына депутаттар һайлай.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Күгәрсен районы буйынса бүлегенең участка уполномоченныйҙары һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек начальнигы Флүр Лоҡманов һайлауға әҙерлек менән таныштырып китте.
Янғындарға килгәндә улар һаны һаман кәмемәй, һуңғы мәғлүмәттәр буйынса ағымдағы йылда 65 янғын сыҡҡан, уларҙа 4 кеше үлгән, 2 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Мәләүез район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге өлкән тәүтикшереүсеһе Илнур Исҡужин һүҙҙәре буйынса ведомство тарафынан йыл башынан 15 күсмә тикшереү үткәрелгән, уларҙың 9-ҙы – белем биреү ойошмаларында, янғын хәүефлеге талаптары үтәлмәүҙең 45 осрағы асыҡланған. Район мәғариф бүлеге етәксеһе Рәсүл Әхмәтйәнов асыҡланған тәртип боҙоуҙар август аҙағына тиклем бөтөрөләсәк, сметалар төҙөлгән, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн аҡса һалынған тип белдерҙе. Белем көнөндә тантаналы линейкалар иртәнге 10-да башлана, тәүге дәрес Бөйөк Ватан һуғышына арнала.
Район ветерандар советы рәйесе Ирек Сафиндың һорауына яуап биреп, Илнур Фәйзулла улы һуғыш, тыл ветерандары, яңғыҙ йәшәүселәрҙең торлаҡтарын тикшереү ғариза буйынса башҡаралыуын белдерҙе, уның өсөн район хакимиәте ҡарамағындағы тейешле комиссияға, социаль хеҙмәткәрҙәргә йәки ауыл биләмәһе башлыҡтарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Терроризмға һәм экстремизмға ҡаршы эш китапханаларҙа ла алып барыла. Күгәрсен үҙәкләштерелгән китапханалар селтәренең методик-библиография бүлеге мөдире Татьяна Никитина әйтеүенсә, йыл башынан төрлө йәштәге балалар менән антеррористик йүнәлештәге 17 сара үткәрелгән.

Читайте нас: