Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Август 2019, 12:40

Парлы булыуҙарға ни етә!?

Илүзә менән Илгиз Ниғәмәтуллиндарҙың исеме районда йәшәүселәргә генә түгел, бейеү сәнғәтен һөйөүсе республика халҡына ла яҡшы таныш. “Байыҡ” телевизион проектында республиканың иң оҫта бейеүселәре исемен яулаған пар күптән инде үҙ тамашасыларының һөйөүен һәм, Күгәрсендең йөҙөк ҡашы булған “Гөрләүек” өлгөлө балалар бейеү ансамбленең алмаштырғыһыҙ етәкселәре булараҡ, балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең ихтирамын яулаған.

Илүзә менән Илгиз Ниғәмәтуллиндарҙың исеме районда йәшәүселәргә генә түгел, бейеү сәнғәтен һөйөүсе республика халҡына ла яҡшы таныш. “Байыҡ” телевизион проектында республиканың иң оҫта бейеүселәре исемен яулаған пар күптән инде үҙ тамашасыларының һөйөүен һәм, Күгәрсендең йөҙөк ҡашы булған “Гөрләүек” өлгөлө балалар бейеү ансамбленең алмаштырғыһыҙ етәкселәре булараҡ, балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең ихтирамын яулаған.

Тормош ҡанундары ябай, шул уҡ мәлдә үтә мөһим: һәр йән эйәһе был донъяға бәхетле, парлы булыу өсөн тыуа. Тимәк, беҙҙең һәр беребеҙ Ер йөҙөнә яратырға, яратылырға, ғаилә ҡорорға, тап үҙебеҙгә насип булған ишебеҙҙе табырға килгәнбеҙ. Меңдәр, миллиондар араһынан табышып ҡауышыу, йылдар аша ла саф хистәрҙе һыуытмай һаҡлап ҡалыу - бына шулдыр инде ул ысын мөхәббәт! Илүзә менән Илгизде иһә тап бейеүгә булған һөйөү таныштыра, табыштыра.

Күгәрсен ҡыҙы Илүзә лә, Ҡыйғы районында тыуып, Дыуанда үҫкән Илгиз дә Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу техникумында белем ала, уҡыған саҡта дуҫтарса ғына аралашып йөрөгән егет менән ҡыҙ, Стәрлетамаҡ бейеү театрында бергә эшләй башлағас, башты әйләндерерлек сихри хистәр даръяһына сума, бер йылдан егет ҡыҙға тәҡдим яһай. ЗАГС-ҡа барып, 22 авгусҡа ғариза ла яҙып ҡайталар. Тик уларҙың туй көнөн бер көн алға күсерәләр һәм Илгиз тап үҙенең 25 йәшлек юбилей көнөндә һөйгәне менән ҡауыша. Мөхәббәттән баш әйләнгән был иҫтәлекле көндән алып 10 йыл ваҡыт уҙып та киткән. Татыу, бар яҡтан өлгө булырлыҡ ғаиләлә бөгөн Камелия менән Иделия исемле ҡыҙҙар буй еткерә.

Һөнәри үҫеш яғынан күпкә отошлораҡ булған республиканың абруйлы ансамблен ҡалдырып, беҙҙең районға ҡайтып төпләнгәндәренә лә бер үкенмәй улар.

- Ғаиләле булып, бала тыуғас, күберәк үҙең тураһында түгел, ә үҙеңә ҡәҙерле булған кешеләрҙе ҡайғыртаһың. Стәрлетамаҡта эшләгәндә гастролдәрҙә йыш йөрөргә

тура килә ине. Ҡалдырыр кеше булмағас, ҡыҙыбыҙҙы (ул ваҡытта бләкәйе юҡ ине) үҙебеҙ менән бергә алабыҙ. Бер шулай гастроль мәлендә сәхнәнән бейеп сығыуыбыҙға бәпесемдең костюмерша алдында илап ултырғанын күреп, йөрәгем өҙөлөп төшә яҙҙы. Юҡ, былай булмай, кәләш, саҡырған ергә барайыҡ та ҡуяйыҡ, тинем. Ә беҙҙе Күгәрсен районына саҡыралар ине. Ана шулай итеп, беҙ Мораҡҡа күсеп килдек. Ҡәйнәмә рәхмәт: ул балаларға күҙ-ҡолаҡ, беҙгә оло терәк, - ти Илгиз.

Районға ҡайтҡас, данлыҡлы “Гөрләүек” ансамблен йәштәргә ышанып тапшыралар. Ниғәмәтуллиндар шунда уҡ яңы состав туплап, йәштәргә хас булған дәрт менән ҡолас ташлап эшкә тотона, репертуарҙы тағы ла байыта, ансамблгә академлыҡ, хәрәкәттәргә талғынлыҡ, һығылмалылыҡ өҫтәй. Бөгөн “Гөрләүек”кә 180 бала йөрөй! Улар етәкселек иткән коллектив ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә район, төбәк, республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында призлы урындарға лайыҡ була, ә өс ай эсендә ансамбль менән республикала үткән етди конкурстарҙа дүрт Гран-при яулауҙары үҙе бер батырлыҡ, ғорурлыҡ!

- Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзиә Хөснуллина, тәрбиәләнеүселәребеҙҙең ата-әсәләренең ярҙамынан тыш бындай уңыштарға өлгәшә алмаҫ инек, һәр яҡлап ярҙам тойоп эшләү - беҙҙең өсөн ҙур бәхет, - ти улар.

Бейергә теләүсе балалар ҙа күп, эшләргә дәрт тә ташып тора... Яңы төркөмдәр ойоштороу иһә ижад офоҡтарын тағы ла киңәйтә. Илүзә Рәфҡәт ҡыҙы Балалар ижад үҙәгендә 2014 йылда “Ҡыпсаҡ” ансаблен ойоштора, әлегә көндә унда 55 бала шөғөлләнә, ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында ансамбль өлгөлө исемен ала.

Район үҙәгендә балаларҙың һәләттәрен үҫтерер өсөн мөмкинлектәр күп, ә ауыл балалары бындай бәхеттән мәхрүм. Атә-әсәләр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән кәңәшләшеп, Илгиз Нәзиф улы Исем ауылында “Аманат” исемле йыр-бейеү студияһын ойоштора. Ғаилә дуҫтары Евгения менән Виталий Усовтар йыр буйынса

дәрестәр алып барһа, Илгиз үҙе бейеүгә өйрәтә. Студияға етмеш бала йөрөй! Улар бер нисә ауылдан йыйыла.

Көн артынан көн, йыл артынан йыл үтә, Илүзә менән Илгиз дә бөртөкләп бейеү байлығын туплай. Үҙҙәре яратып башҡарған, балаларҙың һәләттәренән, әҙерлектәренән сығып күңелдәренә ятҡан әҫәрҙәрҙе һайлайҙар, “Гөрләүек”, “Ҡыпсаҡ”, “Аманат” башҡарған бейеүҙәр исемлеге йылдан-йыл арта бара. Дөрөҫ, беҙ, йәғни тамашасы, бейеүҙең матур яғын ғына күрәбеҙ, ә сәхнә артында ниндәй оло хеҙмәт, ҙур эш ятыуын улар үҙҙәре генә аңлайҙыр.

- Тәүҙә бейеүҙең идеяһын башта йөрөтәбеҙ, яңы идеяларҙы күберәк Илүзә уйлап таба. Унан бергәләп тормошҡа ашырабыҙ, балаларға өйрәтәбеҙ. Бергә эшләгәс, гел кәңәшләшәбеҙ, бер-беребеҙҙе күҙ ҡарашынан уҡ аңлайбыҙ. Икебеҙ ҙә йыр-моң яратҡан ғаиләлә үҫкәнгәме, ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ, ҡараштарыбыҙ ҙа уртаҡ. Үҙебеҙ ҙә төрлө конкурстарҙа ҡатнашып торабыҙ. Былтыр “Йәш ғаилә” республика конкурсына барып, 3-сө урын яулап ҡайттыҡ, - ти бейеү оҫталары.

Бына шулай алдарына ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәйҙәр улар. Тамашасы күңелендә сәнғәткә ҡабыҙған һөйөү утын һүндермәй, яңынан-яңы, береһенән-береһе сағыуыраҡ бейеүҙәре менән тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр яулап, һәр ваҡыт ҡыуандырып торһондар. Талантлы бейеүселәр, һәләтле, уңған етәкселәрҙең исемен ҡат-ҡат ишетергә тура килһен!

Розалия ИСҠУЖИНА.

Фото – ғаилә архивынан.


Читайте нас: