100 мең халыҡҡа 19,3 — төбәктең алкоголдән ағыуланыу йәһәтенән күрһәткесе. Иң юғары кимәл Стәрлетамаҡта, Стәрлетамаҡ һәм Дүртөйлө райондарында, Октябрьскийҙа, Бәләбәйҙә, Туймазыла, Күмертауҙа, Баймаҡта, Сибайҙа, Өфөлә, Өфө, Стәрлебаш, Ҡалтасы һәм Туймазы райондарында теркәлгән.
Башҡортостанда йәшәүселәр йышыраҡ этил спиртынан (88,2%), ялған алкоголдән (3,7%), метанолдан һәм метил спиртынан (3,3%) ағыулана. Быйыл спиртлы продукция ҡулланғандан һуң 113 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был 2018 йылдың беренсе ярты йыллығына ҡарағанда, ике тапҡырға аҙыраҡ (212 осраҡ). Өфөлә (21), Стәрлетамаҡта (8), Күмертауҙа (5), Белоретта, Бәләбәйҙә, Салауатта, Яңауылда (3-әр), Баймаҡта, Бөрөлә, Мәләүездә, Нефтекамала (2-шәр), Ишембайҙа, Октябрьскийҙа, Сибайҙа, Туймазыла (1-әр); Ҡырмыҫҡалы (6), Өфө, Нуриман (4-әр), Ауырғазы, Ҡалтасы (3-әр), Белорет, Благовещен, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Иглин, Краснокама, Стәрлетамаҡ, Шаран (2-шәр), Әлшәй, Архангел, Асҡын, Бәләбәй, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Ишембай, Ҡариҙел, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Кушнаренко, Салауат, Стәрлебаш, Тәтешле, Туймазы, Федоровка, Шишмә райондарында (1-әр осраҡ) иҫерткес эсемлектәрҙән һәләк булыусылар күп.