Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Август 2019, 13:13

Һәр эште намыҫ менән башҡара

“Тәүәкән” йәмғиәтендә мал аҙығы әҙерләү һәм игенде йыйып алыу эштәре дауам итә. Көн һайын әҙерләнгән бесән, һалам һәм сенаждың күләме артҡандан-арта бара. Исем, Тәүәкән бригадаларында бөртөклө культураларҙы, күп йыллыҡ һәм тәбиғи үләндәрҙе йыйыуҙа ауыл хужалығы предприятиеһында 2005 йылдан башлап эшләгән механизатор Ревал Әбдрәхимов юғары һөҙөмтәле хеҙмәте менән айырыла.

“Тәүәкән” йәмғиәтендә мал аҙығы әҙерләү һәм игенде йыйып алыу эштәре дауам итә. Көн һайын әҙерләнгән бесән, һалам һәм сенаждың күләме артҡандан-арта бара.

Исем, Тәүәкән бригадаларында бөртөклө культураларҙы, күп йыллыҡ һәм тәбиғи үләндәрҙе йыйыуҙа ауыл хужалығы предприятиеһында 2005 йылдан башлап эшләгән механизатор Ревал Әбдрәхимов юғары һөҙөмтәле хеҙмәте менән айырыла. Бына инде һигеҙенсе миҙгел ул “Челленджер” үҙйөрөшлө мал аҙығы йыйыусы комбайнды хеҙмәтләндерә һәм даими рәүештә алдынғылар рәтенә сыға. Миҫал өсөн, 2017 йылда - 2 мең 400 гектар, 2018 йылда – 2 мең 600, ағымдағы йылда 2 мең гектарҙан артыҡ мал аҙығын туплауға үҙ өлөшөн индерҙе. Әлеге мәлдә ул ҙур хужалыҡ баҫыуҙарында икенсегә “майҙан тота”. Һөнәрмән Ревал Рауил улы “КамАЗ” руле артына ултырып, хужалыҡ йөгөн ташыу буйынса бөтә талаптарҙы үтәй. Һәр эште намыҫ менән һәм ваҡытында башҡарырға күнеккән эшсәндең юлдары гел уң булһын.

Анатолий КАЗАКОВ.

Автор фотоһы.


Читайте нас: