Ағымдағы йылдың беренсе яртыһында Пенсия фонды тарафынан 14,5 мең пенсия тәғәйенләнде
Йыл башынан республиканың ҡала һәм райондарындағы Пенсия фонды идаралыҡтары тарафынан 14526 дәүләт пенсия тәьмин итеүе буйынса һәм страховка пенсиялары тәғәйенләнде. Инвалидлыҡ һәм ғаиләне тәьмин итеүсене юғалтыу буйынса пенсиялар тәғәйенләү тулы күләмдә башҡарылды. Күп балалы әсәләр, инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәләр, зарарлы һәм хәүефле хеҙмәт шарттарында эшләүселәр шулай уҡ страховка пенсияһына алдан сығыу буйынса дәүләт тарафынан бирелгән льгота менән файҙалана.
Ҡануниәттең күсеп торған положениеларына ярашлы, 1964 йылғы ҡатын-ҡыҙҙар һәм 1959 йылғы ир-егеттәргә 2019-2020 йылдарҙа пенсия тәғәйенләү пенсия йәшенә ҡарағанда ярты йылға иртәрәк башҡарыла. Льгота арҡаһында ғинуарҙа тыуған көнөн билдәләгән граждандар пенсияға ағымдағы йылдың 1 июленән 55,5 (ҡатын-ҡыҙҙар) һәм 60,5 йәштә (ир-егеттәр) сыға башланы. Башҡортостан Республикаһында яңы пенсия йәшен иҫәпкә алып пенсия тәғәйенләү һорауы менән 6715 кеше мөрәжәғәт итте.
Ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһын тәғәйенләү өсөн йәш етеүҙән тыш 10 йылдан кәм булмаған страховка стажы һәм 16,2 балдан кәм булмаған шәхси пенсия коэффициенты кәрәк. Балл һәм стаж тураһындағы мәғлүмәтте Рәсәй Пенсия фонды сайтының Шәхси кабинетында, дәүләт хеҙмәттәре порталында, шулай уҡ Пенсия фонды идаралыҡтарында алырға мөмкин.
Рәсәй Пенсия фонды идаралығы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексә идарасыһы Фоат Хантимеров һүҙҙәре буйынса, ағымдағы йылдың июль айы өсөн пенсия һәм социаль түләүҙәрҙе финанслау тулы күләмдә һәм ваҡытында тамамланған. Республикала ағымдағы йылдың июлендә был маҡсатта 17,8 млрд һум тотонолған, йыл башынан пенсия менән тәьмин итеүгә 121 млрд һум йүнәлтелгән.
Республикала 57 мең кеше страховка пенсияһына өҫтәмә ала
Законға ярашлы, ауыл хужалығында 30 йылдан кәм булмаған стажы булған, әлеге ваҡытта бер ҡайҙа ла эшләмәгән һәм ауыл ерендә йәшәгән пенсионерҙар страховка пенсияһына билдәләнгән түләүҙе 25 процентҡа арттырыу хоҡуғына эйә. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары менән ҡартлыҡ йәки инвалидлыҡ буйынса страховка пенсияһына арттырылған түләүгә хоҡуҡ биргән ауыл хужалығы һөнәрҙәре, производстволары һәм вазифалары исемлеге киңәйтелде. Уны ауыл хужалығы техникаһын һәм етештереү ҡорамалдарын хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау; ауыл хужалығы производство объекттарын хеҙмәтләндереү, шул иҫәптән һаҡлау менән бәйле һөнәрҙәр тулыландырҙы. Бынан тыш, исемлеккә ауыл хужалығы тауарҙарын етештергән шәхси эшҡыуарҙар индерелде.
Ошо индерелгән өҫтәмәләргә бәйле Пенсия фонды идаралыҡтарында пенсия түләү эштәре материалдары буйынса 2019 йылдың 1 ғинуарынан түләүҙе ғаризаһыҙ арттырыу мөмкин булған кешеләрҙе асыҡлау буйынса эш алып барылды. Пенсионер теләгән ваҡытта арттырылған түләүгә хоҡуҡ биреүсе документтарҙы тапшыра ала. 2019 йылдың аҙағына тиклем мөрәжәғәт иткәндә ҡабаттан иҫәпләү эштәре ошо йылдың 1 ғинуарынан башҡарыла. Башҡортостанда 57119 ауыл кешеһе страховка пенсияһына арттырылған түләү ала.
Республикала 315 мең кеше федераль льгота менән файҙалана
Башҡортостан Республикаһында федераль льгота менән файҙаланыусылар алған айлыҡ аҡсалата түләүҙе финанслауға йылына 8,8 млрд һум аҡса тотонола.
Федераль льготалылар статусына эйә булған граждандарға социаль хеҙмәттәр йыйылмаһы тәҡдим ителә. Социаль пакеттың хаҡы айына 1121, 42 һум тәшкил итә, шуның 863, 75 һумы – тейешле дарыу препараттары менән тәьмин итеүгә, 133, 62 һумы – шифахана-курортта дауаланыуға йүнәлтмә алыуға, 124, 05 һумы ҡала яны тимер юл транспортында йөрөүгә, шулай уҡ ҡала-ара транспортында дауаланыу урынына барыу һәм кире ҡайтыуға бүленә.
Йыл һайын 1 октябргә тиклем федераль льготалар менән файҙаланыусылар икенсе йыл ниндәй социаль хеҙмәттәр менән файҙаланасағын (натураль формала йәки аҡсалата) билдәләргә тейеш. Льготаларҙы шул уҡ килеш ҡалдырғанда яңынан ғариза бирергә кәрәкмәй. Әгәр киләһе йылдың 1 ғинуарынан льготалар менән ҡулланыуҙың формаһын үҙгәртергә теләһәгеҙ, Пенсия фонды идаралығына ғариза бирергә кәрәк. Ғариза льгота менән файҙаланыусы үҙ фекерен үҙгәрткәнсе ғәмәлдә була. Пенсия фонды идаралағының клиент хеҙмәтенә бармайынса, Пенсия фондының сайтында –
www.pfrf.ru Интернет аша тейешле ғариза ебәрергә мөмкинлек биреүсе электрон сервис бар.
Әлеге ваҡытта республикала федераль льгота менән файҙаланыусы 315 мең кеше йәшәй. Улар алған айлыҡ аҡсалата түләүҙе финанслауға йылына 8,8 млрд һум тотонола. Федераль льготалыларҙың 90 проценты социаль хеҙмәттәрҙең аҡсалата формаһын алыуҙы хуп күрә.
Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса Розалия ИСҠУЖИНА әҙерләне.