Саҡмағош районындағы «Базы» ауыл хужалығы предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренең ғаиләләренә өсөнсө һәм артабанғы бала тыуған өсөн 500 мең һумлыҡ сертификат бирәләр. Аҡсаны үҙең теләгәнсә тотонорға мөмкин, ләкин йылына 100 меңдән артмаҫҡа тейеш. Шул рәүешле аграрийҙар йәштәрҙе ауылда ҡалдырырға тырыша.