Патрикеево ауылынан 16 йәшлек үҫмер шәхси йортта бергә йәшәгән туғандарын үлтереү ниәтенән алдан план ҡороп йөрөй. Бер мәл ул, ҡулына балта алып, 18 авгусҡа ҡараған төндә, бер нимә белмәй йоҡлап ятҡан ҡәҙерле әсәһен, туғандарын сабып үлтерә. Әммә бының менән генә тынысланмай үҫмер, өләсәһе менән олатаһына ла ташлана. Аҙаҡ 16 йәшлек егет үҙенә лә ҡул һала.
Бик аяныслы хәл, әлбиттә. Бер төн эсендә тотош ғаилә юҡҡа сыға. Йәш енәйәтсене был ҡанһыҙ юлға нимә этәргәндер, нимә сәбәпсе булғандыр – әле тәфтишселәр тикшереү эше алып бара.