Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Август 2019, 10:53

Төҙөүселәр, спортсылар – иғтибар үҙәгендә

Йомағужа ауылында күптән килгән матур йола буйынса ике байрам – Төҙөүселәр һәм Физкультурниктар көнө билдәләнде.

Йомағужа ауылында күптән килгән матур йола буйынса ике байрам – Төҙөүселәр һәм Физкультурниктар көнө билдәләнде.

Йыл һайын Йомағужа ауылы халҡы - йәше лә, ҡарты ла ошо иҫтәлекле датаға арналған тантаналы сараға йыйыла, был юлы ул Йомағужа күп функциялы ауыл клубы бинаһында ойошторолдо.

Йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығының йәшәйеште тәьмин итеү, төҙөлөш, архитектура, сәнәғәт, транспорт һәм бәйләнеш һорауҙары буйынса урынбаҫары Валерий Павлов ҡотланы, районда яңы объекттар төҙөү һәм биналарҙы капиталь ремонтлау, юлдар һалыу һәм инженер инфраструктураһын нығытыу буйынса эштәр дауам итеүен билдәләне.

- Төҙөү – яҡты киләсәккә ышаныу ул. Үҙ эшенең оҫталары булған төҙөүселәр тырышлығы менән граждандар өсөн яңы өйҙәр ҡалҡып сыға, социаль учреждениелар төҙөлә. Яңыраҡ реконструкциянан һуң “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты, Волостновка ауылындағы мәктәп танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе, тиҙҙән Воскресенк ауылында балалар баҡсаһы сабыйҙарҙы ҡабул итеүгә әҙер буласаҡ.

Йомағужа ауылында Колхоз урамына асфальт түшәлде. Быйыл Хоҙайбирҙин урамы төҙөкләндерелде, икенсе йылға планда - Тигеҙлек урамы, - тине Валерий Тимофеевич. - Йомағужа ауылында коммуникация селтәрҙәре иҫкергән, уларға 30 йыл тирәһе. Киләсәктә, әгәр мөмкинлектәр булһа, уларҙы алмаштырырға иҫәп тотабыҙ. 2019-2020 йылдарҙа Мораҡ 1-се урта һәм Йомағужа 2-се урта мәктәптәре спорт залдарының иҙәндәре талаптарға ярашлы итеп эшләнәсәк. “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса 3 млн һумдан артыҡ суммаға 24 проект тормошҡа ашырыласаҡ, ә “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” проекты буйынса 5 млн һум тирәһенә эштәр эшләнәсәк. Был планлаштырғандарҙың бер өлөшө генә.

Федераль һәм республика проекттары һәм программаларында ҡатнашыу беҙҙе өсөн бик мөһим йүнәлеш булып тора. Төҙөлөш тармағы яҡшы динамика күрһәтә, ул киләсәктә лә һаҡланыр тип ышанам, - тине ул һәм был өлкәлә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәндәре һәм һөнәри байрамдары уңайынан “Шәхси эшҡыуар Р.Ғ.Айытҡужин”дың ташсыһы Николай Никитинға, “Йомағужаның ”Йылылыҡ селтәре” йәмғиәте ҡаҙанлыҡ операторы Шәфҡәт Шәңгәрәевҡа, “Гидротехник ҡоролмаларҙы эксплуатацияла буйынса идаралыҡ” водителе Наил Кәримовҡа, “ВОДОКАНАЛ+СЕРВИС” йәмғиәте слесары Владимир Кармаковҡа район хакимиәтенең маҡтау грамоталарын, “Шәхси эшҡыуар Р.Ғ.Айытҡужин”дың ПТО инженеры Светлана Ульяноваға, Мораҡтан Тимур Дадабаевҡа, “Электр селтәрҙәре” йәмғиәте электромонтеры Зөфәр Мырҙабулатовҡа, “ГарантСтрой” йәмғиәте машинисы Венер Шахмаевҡа, Күмертауҙағы “Газпромгазораспределенеие Уфа” йәмғиәте слесары Тимерғәли Шәриповҡа рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Йомағужа ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәшит Сабитов та ҡотлауҙарға ҡушылды һәм төҙөүсе Ринат Абдуллинды ауыл биләмәһе хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне.


Йәштәрҙе, халыҡты спортҡа ылыҡтырыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙа физик культура, өҫтәмә белем биреү учреждениелары уҡытыусылары ҙур роль уйнай. Район хакимиәтенең йәштәр эштәре, спорт һәм бәлиғ булмағандар буйынса бүлеге начальнигы Илнур Сәйфуллин йыйылыусыларҙы Физкультурниктар көнө уңайынан тәбрикләне, декабрь баштарында район мәҙәниәт һарайында иң яҡшы спортсмендар һәм педагогтар ҡатнашлығында “Чемпиондар балы” үтеүен билдәләне. Илнур Миңлеғәли улы спорт һәм физик культура үҫешенә өлөш индергәндәре һәм йәш быуын араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалағандары өсөн Ҡалдар мәктәбе директоры Рөстәм Бикбулатовҡа, “Тәүәкән” йәмғиәтенең иҡтисадсыһы Илдар Мысырғәлинға, “Иртөбәк” физкультура-һауыҡтырыу комплексы уҡытыусыһы Айнур Хәйеровҡа, Мораҡтан шәхси эшҡыуар Эльза Теүәлбаева һәм Зарема Самойловаға БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының рәхмәт хаттарын, “Кугарчинские вести” гәзитенең ауыл хужалығы бүлеге мөдире Анатолий Казаковҡа, тренер Светлана Назароваға (әлеге ваҡытта республиканан ситтә йәшәһә лә, райондың спорт тормошо менән ҡыҙыҡһынып тора) иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.


Ҡотлауҙар Йомағужа күп функциялы ауыл клубының ижади коллективтары һәм хеҙмәткәрҙәре, Йомағужа балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре сығыштары менән үрелеп барҙы. Байрам концертынан һуң спорсмендар мини-футбол уйнаны.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН.

Автор фотоһы.

Читайте нас: