Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Август 2019, 10:50

Байрам мөбәрәк булды

Дауыт-Ҡайып ауылында бөтә байрамдар ҙа бик матур үтә, уларҙы үткәрер алдынан етди әҙерлек эштәре алып барыла. Был юлы ла изге Ҡорбай байрамы алдынан бөтә ауыл халҡы менән мәсет ихатаһы, уның тирә-яғы таҙартылды, тәртипкә килтерелде, иман йортоноң эсе лә йыйыштырылды. Халҡыбыҙҙың изге байрамдарының береһе - Ҡорбан ғәйетендә ауылдаштарыбыҙ ҙа, ситтә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ ҙа әүҙем ҡатнашты.

Дауыт-Ҡайып ауылында бөтә байрамдар ҙа бик матур үтә, уларҙы үткәрер алдынан етди әҙерлек эштәре алып барыла. Был юлы ла изге Ҡорбай байрамы алдынан бөтә ауыл халҡы менән мәсет ихатаһы, уның тирә-яғы таҙартылды, тәртипкә килтерелде, иман йортоноң эсе лә йыйыштырылды.

Халҡыбыҙҙың изге байрамдарының береһе - Ҡорбан ғәйетендә ауылдаштарыбыҙ ҙа, ситтә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ ҙа әүҙем ҡатнашты.

Халыҡ иртәнге сәғәт һигеҙгә үк ауыл мәсетенә табан йүнәлде. Байрамға ситтә йәшәүсе ауылдаштарыбыҙ – Өфө ҡалаһынан Йәнбәкова Зөлхиә Ғәйфетдин ҡыҙы улы Марат Винер улы менән, Күмертауҙан Бүләкбаева Әминә Насретдин ҡыҙы, Смакаев Илдар Тимербай улы ҡыҙы Гүзәл менән, Көйөргәҙе районының Яңы Ямаш ауылында йәшәүсе Әлмира һәм Фәһим Йәнбирҙиндар, Ермолаево ауылында йәшәүсе Яҡшыбаев Альберт Рәшит улы, Харрасов Фәттәх Талип улы, Намаҙғолов Барый Рамаҙан улы, Күмертау ҡалаһында Ира ауылынан Фәнүзә һәм Салауат Смакаевтар, Көйөргөҙе районының Кинйәбай ауылынан Рәмзилә һәм Илгиз Ғәббәсовтар, Теләүембәттән Айҙар Ҡыҙрасов, Клара Ситдикова, Миңлегөл Сәйетбатталова, Роза һәм Дамир Харрасовтар һәм башҡа ҡунаҡтар ҡайтҡайны.

Ҡорбан ғәйете намаҙы уҡылғас, имам-хатип, мәзин, ҡорбан салдырыусылар һәм ярҙамсылар ҡорбанға әҙерләнгән һарыҡтарҙы эш итергә киттеләр. Доғалар ҡылынып, эштәр тамамланғас, ҡорбан иттәре мәсет ихатаһында урынлашҡан ҡаҙандарға һалынғас, байрамдың төп өлөшө башланды. Ауылдың имам-хатибы Ишмөхәмәт хәҙрәт Арыҫланбәков байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен теләне, Ҡорбан ғәйете хөтбәләрен һәм вәғәздәр һөйләне. Артабан һүҙ район хакимиәте вәкиле Азамат Хисмәтуллинға бирелде, ул район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаевтың ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Илдар Смакаев, Фәйрүзә Шәкирйәнова Миңлегөл Сәйетбатталовалар сығыш яһаны, халыҡты байрам менән ҡотланы, мәсеткә ярҙам иткәндәргә рәхмәт белдерҙе.

Ауылыбыҙҙа барлығы 11 кеше ҡорбан салдырҙы, шуларҙың 7-һе мәсеткә килеүсе ауыл халҡын ҡорбан ашы менән һыйлау хөрмәте өсөн иман йортона килтерелде. Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов һәм уның йәмәғәте Луиза Ғәлим ҡыҙы йыл һайын изге байрам уңайынан беҙҙең ауылға ғына түгел, ә Теләүембәт ауыл биләмәһенең бөтә ауылдарындағы мәсетәренә, Мораҡ ауылы мәсетенә ҡорбан салдыра. Мортаза Ғөбәйҙулла улына барлыҡ изге эштәре өсөн Аллаһы Тәғәләнең рәхмәттәре яуһын, уға һәм уның ғаиләһенә иҫәнлек-һаулыҡ, эштәрендә, тормошонда уңыш-бәрәкәттәр генә насип булыуын, бөтә изге ниәттәре ҡабул булыуын теләп доғалар ҡылабыҙ. Йыл да байрамды хөрмәтләп ҡорбан салдырыусы “Тәүәкән” йәмғиәте директоры урынбаҫары Азамат Рәшит улы һәм уның тормош иптәше Әлфиә Рәфҡәт ҡыҙы Хисмәтуллиндарға ҙур рәхмәт. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Йәнбәкова Зөлхиә Ғәйфетдин ҡыҙы улы Марат Винер улы менән, Күмертауҙа йәшәүсе ошо ауыл егете Смакаев Илдар Тимербай улы ҡыҙы Гүзәл Илдар ҡыҙы менән, Көйөргәҙе районының Яҡут ауылында йәшәүсе Әлмира һәм Фәһим Йәнбирҙиндар әсәһе Сәғиҙә Насретдин ҡыҙы менән, Теләүембәт ауылынан Айҙар Ҡыҙрасов, Көйөргәҙе районының Кинйәбай ауылында йәшәүсе Илгиз һәм Рәмзилә Ғәббәсовтар һәм уның әсәһе Миңнурый Сабирйән ҡыҙы изге ниәттәр менән ауылыбыҙ халҡын хөрмәтләп ҡорбандар салдырҙы. Уларға ла Аллаһы Тәғәләнең рәхмәттәре, бәрәкәттәре яуһын. Рәзилә һәм Айҙар Алсынбаевтар, Гүзәл һәм Рөстәм Намаҙғоловтар, Зәлифә Харунова, Миңлегөл һәм Зиннур Рәхимовтарҙың ғаиләләре ҡорбандар салдырып, яҡындарын, туғандарын байрам табынына йыйҙы, ҡорбан иттәре таратты.

Ҡорбан иттәренән тәмле аш һәм былау бешереп, байрам өҫтәлен Зифа Ғәббәсова, Фәйрүзә Шакирйәнова, Таңһылыу Ҡарабаева, Ишһылыу Ғүмәрова, Алһыу Алтынбаевалар әҙерләне, улар ҙа изге эшкә үҙ өлөшөн индерҙе. Ауыл халҡы, ҡунаҡтар береһе лә буш ҡул менән килмәне, һәр кем ҡулынан килгәнсә һый-ниғмәт, күстәнәс тотоп килде. “Тәүәкән” йәмғиәте етәксеһе Урал Ибраһимов байрам табынына ризыҡ менән, байрамды үткәрергә ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зөбәйер Әбдрәхимов ярҙам итте.

Ҡорбан байрамы мөбәрәк үтте, һәр кем бөтөн күңел менән ҡайтты. Киләһе йылда ла байрамды иҫән-һау бергәләп ҡаршыларға яҙһын. Ҡорбан байрамы көнөндә генә түгел, башҡа көндәрҙә лә беҙҙең күңелдәребеҙ дуҫлыҡ-туғанлыҡ, һөйөү-хөрмәт. Бер-береңә ярҙам итеү һәм шәфҡәт хистәре менән тулһын. Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн салынған ҡорбан ҡаны кешеләрҙең күңелендәге үпкә-рәнйештәрҙе юйып алып китһен. Улар урынын мөхәббәт, ҡәрҙәшлек хистәре биләһен. Аллаһы Тәғәлә барыбыҙға ла хәйерле тормош һәм бәрәкәт насип итһен.

Айҙар ҠЫҘРАСОВ.



Читайте нас: