Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Август 2019, 12:44

Күптәргә үрнәк улар

Беҙҙең Нуҡай ауыл биләмәһе элек-электән эшһөйәр, егәрле халҡы, ауыл бәҫен арттырып, йәштәргә үрнәк булып йәшәгән татыу ғаиләләре менән дан тота. Яҙмыштарын тыуған ауылдары менән бәйләп, лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән, матур балалар тәрбиәләп үҫтергән оло быуын вәкилдәре күптәргә өлгө, үрнәк.


Ғаиләһе ныҡтың биле ныҡ, ти халҡыбыҙ. Ҡасандыр ғүмергә бергә булырға ант итешеп, ярты быуат буйы тормош һынауҙарына би¬решмәйенсә, пар кү¬гәр-сендәрҙәй гөрләшеп йәшәгән татыу ғаиләләрҙең береһе ул - Нуҡай ауылында йәшәүсе Мөкәрәмә Ғаззали ҡыҙы (ауыл халҡы уны Нурия тип йөрөтә) менән Дамир Закир улы Әхмәровтар. Ғаилә башлығы Дамир Закир улы ғүмере буйы “Искра” совхозының Салауат бүлексәһендә эшләй. Мөкәрәмә апайҙың хеҙмәт юлы ауыл мәктәбе менән бәйле була, китапханасы ла, ашнаҡсы ла булып эшләгән Мөкәрәмә апай ҙа, Дамир ағай ҙа бөгөн хаҡлы ялда. Әхмәровтарҙың татыу ғаиләһе 4 бала тәрбиәләп үҫтерә, үкенескә күрә уларҙың икәүһе ата-әсәнең йөрәктәренә юйылмаҫ ҡайғы-хәсрәт һалып, был донъяны мәңгелеккә ташлап китә.


Нуҡай ауылында йәшәүсе тыл ветераны Шәмсиямал Суфиян ҡыҙы Булатова өсөн дә быйылғы йыл айырыуса иҫтәлекле булды, ул үҙенең олпат юбилейын – 90 йәшен билдәләне. Теремек, йөҙөнән нур бөркөп торған алсаҡ Шәмсиямал инәйгә туҡһанды бирмәҫһең дә! Ә уның уңғанлығы, егәрлелеге... Ҡулынан килмәгән эше юҡ!

Нуҡай ауылына Ҡыҙылташтан килен булып төшә ул. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Йосоп ағай Булатов менән 4 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Шәмсиямал апайҙың да ғүмере намыҫлы хеҙмәттә үтә: һыйыр һауа, йәш малдарҙы ҡарай, сөгөлдөр ҙә үҫтерә. Әле, тормош иптәше гүр эйәһе булғас, ейәнсәре Раушания менән йәшәй.


Түкәт ауылында ғүмер итеүсе тыл ветераны Минсара Муллағәли ҡыҙы Нурмөхәмәтова үҙенең 90 йәшлек юбилейын ихлас ҡаршылай. Бер быуатҡа яҡын ғүмере эсендә Минсара Мулләғәли ҡыҙына күпте күреп, күпте кисерергә, һуғыш, унан һуңғы осороҙоң ауырлыҡ-михнәттәрен күп татырға тура килә. Минсара инәй тиҫтерҙәре менән бер рәттән совхоз эшенә лә йөрөй, ауылдаштарынан ҡалышмай донъяһын да алып бара. Ғүмере буйы хәләл көсө, үҙ тырышлығы менән йәшәгән инәйҙе Түкәт ауылы халҡы бик ихтирам һәм хөрмәт итә. Әлеге көндә Минсара Муллағәли ҡыҙы ҡустыһының ҡыҙҙары Мәрйәм һәм Ләйсән ярҙамы менән йәшәй.

Нуҡай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Риф Байғүбәков алтын туйҙарын билдәләүсе Мөкәрәмә менән Дамир Әхмәровтарға Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың, ә үҙҙәренең 90 йәшлек юбилейҙарын ҡаршылаусы хөрмәтле ағинәйҙәр – Шәмсиямал Булатова менән Минсара Нурмөхәмәтоваға район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаевтың ҡотлау хатын һәм бүләктәрен тапшырҙы, юбилярҙар ауыл биләмәһе хакимиәтенән дә бүләктәр алып ҡыуанды.

Йөрәк түренән сыҡҡан ҡотлау, рәхмәт һүҙҙәре, иң изге теләктәр Түкәт ауыл клубы мөдире Зимфира Байғүбәкова һәм Зөмәрә Байғүбәковаларҙың йырлы сәләме менән аралашып барһа, Нуҡай ауылы китапханасыһы Сәйҙә Байғүбәкова үҙенең ҡотлау һүҙҙәрен шиғри юлдар аша сағылдырҙы.

Киләсәктә лә был күркәм ғаилә һәм ауылыбыҙҙың абруйлы ағинәйҙәре балалар, ейәндәр, туғандар игелеген күреп, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй оҙаҡ йылдар ғүмер кисерһендәр!

Розалия ИСҠУЖИНА,

Сәйҙә БАЙҒҮБӘКОВА.

Читайте нас: