Уңғандар барыһына ла өлгөрә, тип әйтке килә Зөһрә Абдрахман ҡыҙы менән Вәлиулла Миңлебай улы Нурмөхәмәтовтар хаҡында.
Ғаилә башлығы Вәлиулла ағай Күгәрсен ветеринария станцияһы начальнигының диагностикалау буйынса урынбаҫары булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Шулай ҙа, инде ял итергә ваҡыт етте, тип ҡул ҡаушырып ҡына ултырмай ул, һаман да йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Тыуған ауылы Түкәттә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарына арналған стелла ҡуйҙыртты, ҡорбан салдырҙы. Депутат булараҡ үҙенә ышаныс белдергән һайлаусыларҙың үтенестәрен үтәп, Түкәттәге бейек-бейек, ел-дауыл ваҡытында тирә-яҡҡа хәүеф менән янаусы тирәктәрҙе быстырыуҙарына өлгәште.
Уның тыуған ауылындағы “Шәмиғол” мәсетен астырыуҙа һәм документтарын юллауҙа ла өлөшө ҙур. Әйткәндәй, ауыл мәсетенә 2 йыл буйына Мораҡтан мулла алып килеп, йома намаҙҙарын үткәреп йөрөргә лә ваҡыт таба Вәлиулла ағай.
“Шәмиғол” мәсетендә балаларға белем бирер өсөн Бикбаева Гөлнәзирә исеменә рөхсәт ҡағыҙы юллап алып ҡайта. Гөлнәзирә Ибраһим ҡыҙы - ҙур стажлы уҡытыусы, дини белемле, хәҙер инде хаҡлы ялда.
Быйыл? Ураҙа Ғәйете көнөндә үрҙә әйтеп кителгән мәсетте асыу тантанаһы ойошторолдо. Мосолмандар вәғәздәр тыңлап, байрам сәйе эсеп, ойоштороусыларға рәхмәттәр уҡып таралышты.
Ошо байрамға әҙерләнгәндә мәсеттә, элекке мәктәптә крандарҙа һыу булмай сыға. Ойоштороусылар борсолоп, ҡайҙан ғына һыу алырға икән тип торғанда, кемдер кранды йәнә асып ҡарай һәм барыһы ла мөғжизәгә таң ҡала: крандан бер ни булмағандай һыу аға башлай. Шәмиғол хәлфәнең кирәмәте, файҙаһы һаман да көслө тиеүселәр ҙә була.
Вәлиулла Миңлебай улы үҙе йәшәгән Мораҡ ауылында күп йылдар ауыл Советы депутаты булып һайлана. Халыҡ ялсыһы булараҡ, башҡарған эштәре лә күп, мәҫәлән, мосолмандар зыяратының ағас ҡоймалары сереп емерелеп, ауып барғанын күргәс, халыҡтан аҡса йыйыуҙы һәм кәртәләүҙе яңыртыуҙы ойоштороуға күп көс һала. Был сауаплы эше өсөн район имам-мөхтәсибе Рәсүл Янбаев уға изге Ҡөрьән китабы бүләк итә.
- Үҙ ғүмеремдә алған иң ҙур бүләк булды ул, - ти Вәлиулла ағай.
Быйыл Мораҡ үҙәк район дауаханаһы эргәһендәге мәсеткә Ишкинин Хөснөтдин хажи исемен биреүҙе юллауҙы ойоштора, рөхсәт ҡағыҙы артынан йөрөй.
Әлеге көндәрҙә был мәсеткә ремонт талап ителә, был эште ойоштороуҙың да уртаһында ҡайнай ул.
Хаҡлы ялда булһа ла, эшләгән дәүеренән алып байрамдарҙа ауылдаштарына бүләктәр алып бирә, дини байрамдарҙа ҡорбандар салдыра, кешеләргә ярҙам ҡулын һуҙа. Эшләгән эштәре өсөн бихисап маҡтау ҡағыҙҙарынан, ҡиммәтле бүләктәрҙән тыш, 2011 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменә лә лайыҡ була. Оло хөрмәт, ҡаҙаныштары өсөн Вәлиулла Миңлебай улы икенсе яртыһы – 43 йыл бергә ғүмер иткән, үҙенә терәк-таяныс булған ҡатыны Зөһрә Абдрахман ҡыҙына рәхмәтле.
Зөһрә апай Тәүәкән ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Мәктәптән һуң Йоматауҙа бухгалтер һөнәрен үҙләштерә һәм ғүмере буйы һайлаған һөнәренә тоғро ҡала. Тәүҙә район дауаханаһында, аҙаҡ “Электросеть” ойошмаһында баш бухгалтер вазифаларын башҡара.
Татыу ғаилә ҡыҙҙары Рәйләгә, улдары Илдусҡа матур тәрбиә биреп, уҡытып, оло тормош юылан сығара. Бөгөнгө көндә Рәйлә тормош иптәше Илдус менән Өфөлә йәшәй, сәскәләй ҡыҙ һәм ике баһадир ул үҫтерә. Илдус та кәләше Рәлиә менән баш ҡалала төпләнгән, улар ҙа ике улға ғүмер бүләк иткән.
Нурмөхәмәтовтарҙың күркәм ғаиләһе ихласлығы, ябайлығы менән башҡаларҙы үҙенә тартып тора. Туған йәнле, ҡунаҡсыл да улар.
Вәлиулла Миңлебай улы атай нигеҙе ҡоромаһын тип, Ырымбурҙа йәшәгән бер туған ҡустыһы Кәлимулла менән килене Зилиәне күсеп ҡайтырға күндерә. Был ғаилә әлеге көндә атай нигеҙен гөрләтеп, матур итеп йәшәп ята.
Күркәм ғаиләләр хаҡында “Мораҙым” гәзите биттәрендә йыш яҙыла. Ысынлап та, башҡаларҙы һоҡландырып йәшәгән парҙар бик күп, Аллаға шөкөр. Мәҡәләмде шундай ғаиләләргә арналған шиғырым менән тамамлар ине.
Матур ғаилә – илдең күрке,
Дәүләтебеҙ йылыһын тойоп,
Татыу ғаилә – илдең ҡото,
Байрамдар ҙа гөрләп торһон,