Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Август 2019, 18:58

Ерекленең тамыры ныҡ

Ерекленең тамыры ныҡ Йәйге ҡыҙыу эш мәлендә лә халыҡ ял итеүгә, күңел асыуға, унан бигерәк туған-тыумасалар менән осрашырға форсат табыуы һоҡландыра. Мәҡсүт ауылы биләмәһенә ҡараған Ерекле ауыл халҡы ла үткән аҙнала ул һәм ҡыҙҙарын ҡорға тупланы.

Йәйге ҡыҙыу эш мәлендә лә халыҡ ял итеүгә, күңел асыуға, унан бигерәк туған-тыумасалар менән осрашырға форсат табыуы һоҡландыра. Мәҡсүт ауылы биләмәһенә ҡараған Ерекле ауыл халҡы ла үткән аҙнала ул һәм ҡыҙҙарын ҡорға тупланы.

Эҫе торған көндөң ҡапыл һыуытып ебәреүе лә баҫманы дәрт-дарманды: байрамса кейенгән инәй-олатайҙар, ҡыр-ҡырҡын, ир-егет, бала- сағалар ҙа, ҡәҙерле ҡунаҡтар килгәндә генә әҙерләнә торған милли һый-ниғмәт тә, сағыу-сағыу күргәҙмәләр ҙә сараны йәмләне, ауылға ҡот-нур өҫтәне.

Ауыл ҙур түгел, бер генә урам. Бәләкәй булғанғамы, халыҡ та ихлас, алсаҡ, ир-ат та ойошҡан.

Ҡунаҡтарҙы - район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, Салауат Юлаев ордены кавалеры, тарих фәндәре кандидаты, профессор Марат Ҡолшәрипов, яҡташыбыҙ Юнир Ҡотлоғужин, Күгәрсен районы имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Янбаев,район советы депутаты Ринат Йәнбәтов - халҡыбыҙға хас йола – һыуһын, йыр-моң менән ауылға ингән ерҙә ҡаршылағас, төркөм ауыл тарихы, унда йәшәгән ғаиләләр менән таныша-таныша урам буйлап ағылды.

Ауыл старостаһы Рәйес ағай Мәжитов ҡунаҡтарҙы ауылдаштары менән таныштырып, улар хаҡында бәйән итеп барҙы. Тәүге туҡталған тәүге йортта Гөлнара һәм Урал Мортазиндар ғаиләһе йәшәй, улар ике бала тәрбиәләп үҫтергән. Хужалар байрамға матур әҙерләнгән: йорт-ҡура буяулы, ишек алдында күҙҙең яуын алып аллы-гөллө сәскәләр үҫә, байрам табыны ла һый-ниғмәттән һығылып тора.

Киләһе өй хужабикәһе –Светлана Мөлөкова. Төпсөк улы Йәүҙәт тә ошо йортта тора. Светлана Рәфҡәт ҡыҙының ошо йортҡа килен булып төшөүенә быйыл 50 йыл.



Әмирханов Нәғим олатай менән Рәйхана инәйҙең дә донъяһын йәштәрҙекенә алмаштырғыһыҙ: ишек алды тап-таҙа, күпереп ҡаҙ үләне үҫкән, төрлө-төрлө сәскәләр күҙҙе ҡамаштыра.

- Өс бала үҫтерҙек, береһе мәрхүм инде. Дүрт ейән-есәнсәребеҙ бар. Байрамға балалар ҙа ҡайтты. Олатайығыҙ ошо ауылдыҡы, мин Үргендән килен булып төштөм.

Баҡсабыҙҙа үҫтергән йәшелсә-емештәрҙе лә күргәҙмәгә сығарған булдыҡ, уңыш һәйбәт быйыл, шөкөр, - ти Рәйхана инәй үҙҙәре менән таныштырып. Нәғим Ширияздан улы “Октябрь” совхозында 45 йыл тракторист, Рәйхана Сәйфетдин ҡыҙы 35 йыл һауынсы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡандар. Инәй фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Салауат Юлаев ордены менән дә бүләкләнгән. Ауылда тыуып, ауылда үҫкән кеше генә ер ҡәҙерен беләлер, Әмирхановтар оло йәштә булһалар ҙа, әле һаман мал тота, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡсаһын үҫтерә. Улар –ысын мәғәнәһендә йәштәргә үрнәк булырлыҡ өлгөлө ғаилә.


85 йәшен тултырған Кәрим олатай Мәжитов та ауылда абруйлы аҡһаҡалдар рәтендә. Хәләл ефете Маһинур инәйҙең вафатына ла арыу ваҡыт үткән, ул оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләгән. Кәрим олатай ауыл хужалығы институтын тамамлап, хаҡлы ялға сыҡҡансы совхозда идарасы, бригадир, агроном булып эшләй. Әле ул улы, килене менән бергә тора, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарап, тәрбиәләп, олатайлыҡ бурысын атҡара.

Мәжитовтар ҙа мул табын менән ҡаршыланы ҡунаҡтарҙы. Уларҙың йорто ҡаршыһында ғына яңы мәсет төҙөлгән. Бәхетленең байрамы бер көндә тигәндәй, ереклеләр мәсетле лә булды, ниһайәт.

Ауыл старостаһы Рәйес ағай әйтеүенсә, мәсет төҙөүгә ауылдың олоһо ла, кесеһе лә үҙ өлөшөн индерҙе, һәр йорттан матди ярҙам йыйып, өмәләр үткәреп, матур итеп еренә еткереп төҙөп ултыртты.

- Бик ҙур эште атҡарып сыҡтыҡ, Ҡорбан ғәйете алдынан мәсетле булдыҡ. Аҙан тауыштары тынмаһын, халыҡ намаҙға баҫһын, йомалар матур итеп үткәрелеп торһон тип теләйбеҙ. Ауыл халҡы беҙҙә берҙәм, барыһы ла ярҙам итте,- ти староста.

Рәйхана инәй Әмирханова:

- Аллаһы Тәғәләнең ярҙамы менән мәсетле булыуыбыҙға ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Иман йортон төҙөү Урал Мортазин тәҡдиме менән башланғайны, ҡул арты еңел булды, бөтәһе лә дәррәү хуплап, күтәреп алды. Берәү ҙә ҡаршы төшмәне, эш ыңғай башланды, ыңғай барҙы. Ҡырҙа торған ауылдаштарыбыҙ ҙа был изге эштән ситтә ҡалманы.

Ауылыбыҙға иман ҡайтһын, аят-доғалар яңғырап торһон, аҙан тауыштары тынмаһын, бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап торһон беҙҙе. Насар ғәҙәттәрҙән арынып, дингә баҫһын ине халҡыбыҙ.

Йәштәрҙе инде айырып әйтмәй булмай. Артур Мәжитов, Венер Ниғмәтуллин, Рамаҙан, Шамил Тайғоновтар, Тимур Мәжитов һәм башҡа, һәм башҡа йәштәребеҙ һәр эштә йүгерешеп, ярҙам итеп йөрөнөләр. Береһе лә хәмер менән мауыҡмай, тәмәке тартмай, әрме хеҙмәтен дә матур итеп атҡарып сыҡҡандар. Себерҙә эшләгән Ильяс Рыҫҡолов тигән яҡташыбыҙ ҙа үҙ өлөшөн индерҙе. Ошо аҙаҡҡы көндәрҙә исемһеҙ генә кемдер мәсет иҫәбенә йөҙ мең һум аҡса күсерҙе. Кем икәнен дә белмәйбеҙ уның. Бәлки, ул беҙҙең арала ла торалыр бөгөн, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтендә булһын, ана шул аҡса беҙгә ҡалған эште еренә еткерергә бик ныҡ ярҙам булды.

Ауыл халҡының ҡыуанысын район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев та уртаҡлашты.

- Ерекле ауылы мәсете - иҫәбе буйынса районда утыҙынсы иман йорто. Тағы ла биш мәсет төҙөлә башланы, ҡайһылары, мәҫәлән, Аралбай, Аҙнағол ауылдарында, тамамланыу алдында тора. Мәсет төҙөлөү- ул бик күркәм ваҡиға, йәштәрҙең дә дингә ыңғай килеүе ҡыуандыра, - тине ул һәм мәсеткә аҙан тауышын көсәйткес ҡоролма бүләк итте.

Ауылдаштарын мөбәрәк байрам менән Марат Ҡолшәрипов та тәбрикләне:

- Беҙҙең ауыл халҡы өсөн был көн – оло байрам. Республикабыҙҙың йөҙ йыллығына тап килеүе лә юҡҡа ғына түгелдер. Ни өсөн тигәндә, беренсе Диниә назараты ла йөҙ йыл элек төҙөлә.

Мәсет – ауыл ҡото, ауыл күрке, изгелеккә әйҙәп, иман таратып, нур сәсеп торған йорт ул. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, ауылда мәсет булмаһа, ҡот булмай.

Бөйөк остазыбыҙ, ошо республикабыҙға нигеҙ һалыусы арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең “Хәтирәләрендә” халҡына яҙған хатында “Динде һаҡлағыҙ, телде һаҡлағыҙ” тип яҙып ҡалдырған. Ошо һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә шик юҡ. Сөнки динебеҙҙе тотһаҡ, телебеҙҙе һаҡлаһаҡ, шул саҡта ғына беҙ халыҡ булараҡ һаҡланасаҡбыҙ.

Ереклелә оҙаҡ йәшәмәһәм дә, уны һәр саҡ күңелемдә йөрөтәм, сөнки ата-бабаларым нәҡ ошо ерҙе мәңгелек төйәк иткән, - тип мәсеткә өс телдә яҙылған изге Ҡөрьән –Кәрим китабын тапшырҙы.

Райондың имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Янбаев иһә үҙ сиратында мәсеттең хужалыҡ эштәрен - ауыл старостаһы Рәйес ағай Мәжитов, ә имам вазифаһын күрше Иҫәнғолдан йөрөп Ғайсар Ғөбәйҙуллин исемле йәш хәҙрәт алып барасағын хәбәр итте.

Иман йорто ишектәре асылыуын ауыл халҡы ла бүләктәр менән ҡотланы, кемдер сәйнүк, кемдер сынаяҡтар, балаҫ, доғалар яҙылған картиналар, стена сәғәте һәм башҡа кәрәк-яраҡ әйберҙәр тапшырҙы.

Байрам тантанаһы артабан ауыл эргәһендәге яланда дауам итте. Унда халыҡ өсөн бай йөкмәткеле концерт, спорт ярыштары, йәрминкә үткәрелде.

Байрамды ойоштороуға үҙ өлөштәрен индергән ауыл халҡы ла бүләкһеҙ ҡалманы. Иң тәү башлап ҡунаҡтарҙы һый-ниғмәт менән ҡаршы алған хужалар – Мортазиндар, Ваһаповтар, Мөлөковтар, Мәжитовтар - “Иң бай өҫтәл” номинацияһында, Кәрим Мәжитов Бәшировтар, – “Иң ҡунаҡсыл”, Әмирхановтар – “Милли ризыҡ”, “Татыу ғаилә” номинацияһында Мөлөковтар билдәләнде.

Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев ауыл активистарына Рәхмәт хаттары ла тапшырҙы, Мәҡсүт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әхмәтйән Вәлитов оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән ғаилә парҙарын – 62 йыл бергә йәшәгән Мәҙинә һәм Зиннур Рафиҡовтарҙы, 55 йыл татыу ғүмер иткән Рәмзиә һәм Рәшит Бәшировтарҙы, 30 йыл ғаилә стажы булған Гөлнара һәм Урал Мортазиндарҙы; 80 йәшлек ғүмер байрамдарын билдәләгән элекке ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре Тәнзилә инәй Мәжитова, Нәғим олатай Әмирханов, Йәнбикә Мөлөкова, Зифа Тайғоноваларҙы; ауылдың иң оло быуындары - 87 йәшлек Гөлсирә инәй Ниғмәтуллина менән Зөһрә инәй Вәлитоваларҙы тәбрикләне. Атай нигеҙен һыуытмай тотҡан Филүзә менән Марсель, Фәрзәнә менән Мөнир Рафиҡовтар ҙа, Гөлфиә менән Радмир Ваһаповтар ҙа; оҙаҡ йылдар фиғаҡәр хеҙмәттәре менән ауыл хужалығы үҫешенә үҙ көстәрен һалған оло быуын кешеләре – Светлана Мөлөкова, Мәрфуға Собханғолова, Дәмин Әбйәлилов, Нурия, Салауат Уразаевтар ҙа маҡтауға лайыҡ булды.

Ете балаға ғүмер һәм тәрбиә биргән Файза менән Рәил Тайғоновтарҙы ла, яңы өйләнешкән Таңсулпан менән Рөстәм Рафиҡовтар ҙа, шулай уҡ байрамды ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәткәндәрҙең һәммәһе лә билдәләнде.

Байрам үтте лә китте, әммә ул ауыл халҡын берләштереп, берҙәмлек, туғанлыҡ тойғоһон нығытты. Хәйер, ереклеләр был тәңгәлдән уңған. Халыҡ, айырыуса ир-аттың һүҙе лә, эше лә береккән. Донъя тотҡаһы ҡатын-ҡыҙ булһа ла, ил тотҡаһы – ирҙәр бит әле. Ереклеләр быны һанлай.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.



Читайте нас: