Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Август 2019, 19:11

Баллы шөғөлдән рухи кинәнес алып

Районыбыҙҙа халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренең береһе – умартасылыҡ менән байтаҡ уңғандар шөғөлләнә. Егәрлеләр һәм сабырҙарҙың ҡулынан килгән баллы шөғөлдөң үҫешенә ыңғай тәбиғәт шарттары ла, эштең табышлы булыуы ла булышлыҡ итә. Мәҡәләбеҙ геройы – ҡөҙрәтле, бәрәкәтле ерле Мораҙым ауылында йәшәүсе Зиннур Моталлапов “нәҙекәй билкәйҙәр”гә булған һөйөүен йәшәү мәғәнәһе һәм рәүешенә әүерелдергән.

Районыбыҙҙа халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренең береһе – умартасылыҡ менән байтаҡ уңғандар шөғөлләнә. Егәрлеләр һәм сабырҙарҙың ҡулынан килгән баллы шөғөлдөң үҫешенә ыңғай тәбиғәт шарттары ла, эштең табышлы булыуы ла булышлыҡ итә.

Мәҡәләбеҙ геройы – ҡөҙрәтле, бәрәкәтле ерле Мораҙым ауылында йәшәүсе Зиннур Моталлапов “нәҙекәй билкәйҙәр”гә булған һөйөүен йәшәү мәғәнәһе һәм рәүешенә әүерелдергән.

Солоҡсолоҡ серҙәренә ул бала саҡтан төшөнә башлай. Әсәһенең тыуған ауылы – Буҫтыбайҙа йәшәп, Ишбирҙе урыҫ мәктәбендә 4-8 кластарҙа уҡыған осоронда тиҫтәләгән баш ҡорт тотҡан Солтанәхмәт олатаһына ярҙамлаша, яҡын кешеһенең был тәңгәлдә уң ҡулына әйләнә. Мораҙымдағы Абдулла ҡартаһының да ҡорт ҡарауы ейәненең был эш менән ҡыҙыҡһыныуын тағы ла арттыра.

Ватан алдында бурысын үтәп ҡайтҡас, Стәрлетамаҡ ҡалаһында төҙөлөш өлкәһендә иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Тап шул йәшлегенең гүзәл мәлендә Ауырғазы һылыуы – Зәлиә Афзал ҡыҙын осрата. Йәштәр ҡауышып, ике уйлап тормайынса егеттең тыуған төйәгенә ҡайтып төпләнә. Һәм, әлбиттә, ғаилә башлығы бала саҡтан йәненә ятҡан, ымһындырған баллы шөғөлгә тотона. “Искра” совхозында оҙаҡ йылдар бригадир, артабан ферма мөдире вазифаларын намыҫ менән башҡара, ә тынғыһыҙ һәм яуаплы төп эшенән һуң кәсеп итеп алған яратҡан шөғөлө уға тик рухи кинәнес бирә. Фермаға һауынсы булып төшкән кәләше лә эштән ҡурҡмаҫ заттан булып сыға: хужалыҡта, ҡортсолоҡта тормош юлдашының уң ҡулына әйләнә, рамдарҙы бөхтәләп йыуа, ҡорт айырырға ла күнегеп ала.

2004 йылда, совхоз тарҡалғас, Моталлаповтар күстәрҙе яйлап арттырып, умартасылыҡ менән етди шөғөлләнә башлай. Әлеге көндә берҙәм һәм тырыш ғаилә 120 баш ҡорт аҫрай.

- Умартасылар күбәйгән заманда һөнәрегеҙ табыш килтерәме? Быйыл йәйҙең үҙенсәлеклерәк булыуы, моғайын, һиҙҙерәлер? – тип төпсөнәбеҙ.

- 33 йыллап шөғөлләнеүем, әлбиттә, һөҙөмтәһен бирҙе, шөкөр. Даими һатып алыусыларыбыҙ байтаҡ, район кешеләре генә түгел, сит өлкәләрҙән дә килеп алып китәләр, ҡортон да һатып алалар. “Мораҙым”ға килгән туристарға ла һатабыҙ. Көҙгөһөн ҡалаларға йәрминкәгә сығабыҙ. Дөрөҫ, былтырға ҡарағанда быйыл бал аҙыраҡ, һыуығыраҡ булды йәй, әммә зарланырлыҡ түгел. Йүкә балын айыртып алдыҡ, хәҙер сәскәнекен башланыҡ. Һүҙ ҙә юҡ, мәшәҡәтле, әммә мауыҡтырғыс һәм килемле шөғөл, тик мин күпселек күңел өсөн эшләйем. Яратҡан эшемдән айырыла алмайым, бал ҡорттарының хәлдәрен тын алыштарынан уҡ тоям, белеп торам, - ти Зиннур Сәмиҡ улы.

- Ҡорттарҙың тоҡомона, сирҙәренә ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә борсой күптәрҙе...

- 1989 йылда дүрт баш үҙебеҙҙең яҡ ҡорттарын алғайныҡ, шунан башлап үҙгәрткәнебеҙ юҡ. Бер йәй өсөн ҡырағай ҡорт алып, уны үлтереп, икенсе йәйгә тағы ла һатып алып ҡыяла ҡайһы берәүҙәр, был беҙҙең өсөн аңлашылмаған ят нимә. Бал яратаһың икән, ҡорттарҙы яратырға, уларҙың сәләмәтлеген хәстәрләй белергә лә кәрәк. Ҡыштарҙы матур сығыр өсөн уларға махсус шарттар булдырылған “омшаник”тар ултырттыҡ, шөкөр, иҫән-һау ҡышлайҙар. Йыл һайын сире-фәлән юҡмы тип тикшертеп торабыҙ, талпанға ҡаршы профилактик саралар даими үткәрәбеҙ. Бал ҡорттары наҙлылар, улар ҙа күңел йылыһын, хәстәрлекте талап итә.

Нәҙекәй билкәйҙәрен күҙ ҡараһындай һаҡлап, тәрбиәләп торған хәстәрлекле ҡортсолар Салауат ҡалаһында йәшәүсе ҡыҙҙары өсөн һөйөклө әсәй-атай, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн изгелекле өләсәй-олатай ҙа. Һөлөктәй улдарын бик иртәләй ер ҡуйынына һалып, ғазаптың иң әсеһен татыһалар ҙа, бирешмәйенсә хеҙмәттән йәм табып, тормошҡа яҡты ҡарашта ҡалған улар, кешегә алсаҡ йөҙлө, йомарт, ғәжәйеп ҡунаҡсылдар. Артабан да баллы шөғөлдәре уларға мул табыштар, йән рәхәте, йән кинәнесе генә килтерһен ине!

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор фотоһы.


Читайте нас: