Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Август 2019, 12:53

Зөлфиә менән Рәсихтең күркәм донъяһы

Зөлфиә менән Рәсихтең күркәм донъяһыӨйҙәрҙең дә кешеләрҙеке һымаҡ һәр береһенең йөҙ-ҡиәфәте, үҙенең моңо бар. Бикес ауылының тауҙа ултырған урамынына үҙе бер йәм, үҙе бер нур биреп ултырған ике ҡатлы күркәм йортто күргәнегеҙ барҙыр,моғайын. Зөлфиә менән Рәсих Ишемғоловтарҙыҡы ул. Бикес ауылына үҙҙәренең күркәм тормошо, матур итеп донъя көтөүе, тәрбиәле балалар үҫтереүе, ауыл йәшәйеше өсөн янып-көйөүе менән башҡаларҙа ихтирам тойғоһо уятып, күптәрҙе һоҡландырып, көнләштереп, тыуған төйәгенә ерегеп, бәрәкәтле тормош алып барған өлгөлө ғаиләләрҙең береһе улар. Донъяларҙың ауырлығына бер тамсы ла зарланмай, дәртләнеп, тормоштоң һәр көнөнә һөйөнөп йәшәү маһирлығы ла бар уларҙа.

Өйҙәрҙең дә кешеләрҙеке һымаҡ һәр береһенең йөҙ-ҡиәфәте, үҙенең моңо бар. Бикес ауылының тауҙа ултырған урамынына үҙе бер йәм, үҙе бер нур биреп ултырған ике ҡатлы күркәм йортто күргәнегеҙ барҙыр,моғайын. Зөлфиә менән Рәсих Ишемғоловтарҙыҡы ул. Бикес ауылына үҙҙәренең күркәм тормошо, матур итеп донъя көтөүе, тәрбиәле балалар үҫтереүе, ауыл йәшәйеше өсөн янып-көйөүе менән башҡаларҙа ихтирам тойғоһо уятып, күптәрҙе һоҡландырып, көнләштереп, тыуған төйәгенә ерегеп, бәрәкәтле тормош алып барған өлгөлө ғаиләләрҙең береһе улар. Донъяларҙың ауырлығына бер тамсы ла зарланмай, дәртләнеп, тормоштоң һәр көнөнә һөйөнөп йәшәү маһирлығы ла бар уларҙа.

Егеттәр йорттоң терәге,

Ҡыҙҙар уның биҙәге...

Рәлиф, Зөлфәт, Нәркәс, Айһылыу һәм Гөлфиә – Зөлфиә менән Рәсихтең бәхеттәренең иң олоһо, шатлыҡтарының иң ҙуры. Ир менән ҡатындың бөтә уй-ниәттәре ошо береһенән-береһе ҡәҙерле биш йәнгә бәйләнгән.


Балалары мохтажлыҡ кисермәһен, йәндәренә яҡын шөғөл һайлаһындар, ысын кеше булып үҫһендәр өсөн ата-әсә бар тырышлығын һала. Ғаилә башлығы Прогресс утарындағы мал һимертеү комплексында эшләй, Зөлфиә – социаль хеҙмәткәр, был өлкәлә 10 йылға яҡын эшләү дәүерендә инәй-олатайҙарҙың үҙ кешеһенә әйләнеп киткән, ихлас, алсаҡ Зөлфиәнең декрет ялынан сыҡҡанын оло йәштәгеләр түҙемһеҙләнеп көтә.

Етеш тормош – тырышлыҡ емеше. Бөгөн Ишемғоловтарҙың ҡураһында 3 һыйыр, 30-ҙан артыҡ һарыҡ, кәзәләре лә бар. Йыл да күпләп ҡош-ҡорт та алалар, ғаиләнән артҡанын һатып, донъяларын бөтәйтәләр.

- Малға аҙыҡ әҙерләү артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмай. Бесәнлек етәрлек. Бәләкәй трактор һатып алдыҡ, шуның менән сабабыҙ, йыябыҙ, ташыйбыҙ. Икәүләп яңы һарай күтәреп ҡуйҙыҡ. Хәҙер ауылда өмәгә әйтерлек кеше лә юҡ, элеккесә бергәләп гөрләшеп эшләгән заманалар ҙа үтеп китте, - тиҙәр улар хужалыҡ алып барыу серҙәре менән бүлешеп.

- Һөтөн, май-ҡоротон, эремсеген һатабыҙ, оло йәштәгеләр ҙә, мал аҫрамаған йәштәр ҙә теләп ала. Ауыл ерендә йыбанмаһаң һөттән әллә күпме ризыҡ әҙерләргә була. Кәзәләребеҙҙең дә һөтө мул, балаларға йәй көндәре күберәк кәзә һөтөн эсерергә тырышабыҙ, ҡымыҙын да эшләйбеҙ. Көҙгә башмаҡ-үгеҙҙәрҙе һатабыҙ. Мәшәҡәте күп булһа ла, мал ғаилә бюджетына оло ярҙам, - тиҙәр улар.

- Аллаға шөкөр, балалар тәртипле, тәүфиҡлы булып үҫеп килә. Улдарыбыҙҙың икеһе лә хеҙмәт итеп ҡайтты. Өлкәне армиянан йөрөп ҡайтҡас та иретеп йәбештереүсе булып эшкә урынлашты, әле Һамар ҡалаһында эшләп йөрөй. Зөлфәттең хеҙмәттән ҡайтыуына ай ҙа үтмәне. Шулай булһа ла әрмегә киткәнсе тамамлап бөтмәгән эштәрен эш итеп йөрөй. Хужалыҡта ниндәй генә эшкә тотонһаҡ та уларға ғына ҡарап торабыҙ. Кәрәк икән ҡул ярҙамы менән, кәрәк икән матди яҡтан да ярҙам итергә әҙер генә торалар. Икеһенең дә ҡулдары оҫта,тимер, иретеп йәбештереү эшенә әүәҫлектәре ҙур. Ул яҡтары менән атайыма – олатайҙарына оҡшағандырҙыр, тим. Атайым - бик оҫта иретеп йәбештереүсе, бәләкәй генә саҡтарынан улдарымды үҙе менән эйәртеп йөрөтөп үҙ шөғөлөнә өйрәтте. Әле беҙҙең йорт алдын биҙәгән семәрҙәр - уларҙың ҡул эштәре. Ҡыҙыҡһыныуҙары булғас, ҡорамалдар ҙа алып бирҙек. Өйрәнһендәр, эшләһендәр.

Улдарыбыҙҙың алдарына аныҡ маҡсаттар ҡуйып, шул хыялдарына үҙҙәре ҡыйыу итеп юл ярыуҙары һоҡландыра. Рәлиф Зөлфәтте армияға оҙатҡанда ҡустымды машина менән ҡаршы алам, тип үҙенә һүҙ биргәйне, һүҙендә торҙо, ҡустыһы ҡайтыр алдынан еңел машина һатып алып беҙҙе ҡыуандырҙы, - ти улдары - уң ҡулдары менән ғорурланып әсә.

- Иң өлкән ҡыҙыбыҙ Нәркәскә 12 йәш, ул Мәләүездәге 9-сы гимназияла уҡый, рухи яҡтан үҫешергә мөмкинлектәр күберәк тип шунда уҡырға ебәрҙек, үҙенең дә ҡалаға уҡырға барырға теләге ҙур ине. Театр, бейеү- түңәрәктәренә йөрөй, үҙе лә, ғаилә менән дә мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашабыҙ, Ғаилә йылына арнап үткәрелгән конкурста 1-се урын алып ҡайттыҡ. 10 йәшлек Айһылыу Теләүембәт урта мәктәбенең 5-се класына бара. Ҡыҙҙарымдың икеһе лә бейергә маһирҙар, китап уҡырға яраталар. Берәй конкурста ҡатнашығыҙ, тип кистән әйтеп ҡайтарһалар, төн эсендә бейеү өйрәнеп, гөрләтеп йөрөп ҡайтабыҙ. Ҡыҙҙар менән төрлө тәмлекәстәр бешерәбеҙ, һәр яҡлап ярҙам итергә ашҡынып ҡына торалар. Гөлфиәбеҙ әле бәләкәй, 2 йәш ярымлыҡ ҡына. Апайҙары уны ҡарап ҡына йөрөтә, - ти ҡыҙҙары хаҡында Зөлфиә. Ҡыҙҙарҙың уңғанлыҡтарына үҙебеҙ ҙә шаһит булдыҡ, беҙ һөйләшкән арала оло кешеләр кеүек йүгереп йөрөп һә тигәнсә сәй өҫтәле лә әҙерләнеләр. Ә йорт эсендәге, ихата-баҡсалағы гөлдәр, хужабикәнең күҙ нурҙары түгеп бәйләгән диван, ултырғыс япмалары, сигелгән, бисерҙан эшләнгән әйберҙәр былай ҙа күркәм йортҡа тағы ла матурлыҡ өҫтәй.

- Балаларҙың күмәк булыуы уларҙы яуаплылыҡҡа өйрәтә. Иғтибарҙы һәр береһенә бүлергә тырышабыҙ, йомош, эшкә лә ҡушабыҙ. Бер-береһен ҡарап, эшкә лә, яуаплылыҡҡа ла өйрәнеп үҫәләр, - тиҙәр улар тәрбиә тураһында һүҙ сыҡҡас. Әүҙем ғаилә буш ваҡыттарында балалары менән бергә бассейнға ла йөрөй, ҡыш саңғыла, конькиҙа, йәй роликта ла шыуа. Йып-моңға ғашиҡ, бейегә маһир ғаилә ауылда үткән сараларҙан, һәр төрлө конкурстарҙан да ситтә ҡалмайҙар.

Зөлфиә менән Рәсихтең мөғжизәле донъяһы хужа менән хужабикәнең ҡул¬дарының йылыһын тойоп, оҙаҡ йылдар балҡып торһон! Әле уларҙың тормоштарын тағы ла йәмлерәк итергә көс-дәрте, дәрт-дарманы ташып торған саҡтары...

Розалия ИСҠУЖИНА.

Автор фотоһы.


Читайте нас: