Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Август 2019, 10:59

Юғары исемгә лайыҡ булды

Үткән аҙнала Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров үҙ эшендә уңыш ҡаҙанған бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында республика, район үҫешенә ҙур өлөш индергән һаулыҡ һаҡлау, төҙөлөш, иҡтисад, мәҙәниәт, матбуғат өлкәһе хеҙмәткәрҙәре бар ине. Беҙҙе иһә улар араһында хеҙмәттәшебеҙ – 35 йылға яҡын ғүмерен район гәзитенә хеҙмәт итеүгә арнаған “Кугарчинские вести” гәзитенең бүлек мөдире Анатолий Сергеевич Казаковтың булыуы айырыуса ҡыуандырҙы.

Үткән аҙнала Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров үҙ эшендә уңыш ҡаҙанған бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында республика, район үҫешенә ҙур өлөш индергән һаулыҡ һаҡлау, төҙөлөш, иҡтисад, мәҙәниәт, матбуғат өлкәһе хеҙмәткәрҙәре бар ине.

Беҙҙе иһә улар араһында хеҙмәттәшебеҙ – 35 йылға яҡын ғүмерен район гәзитенә хеҙмәт итеүгә арнаған “Кугарчинские вести” гәзитенең бүлек мөдире Анатолий Сергеевич Казаковтың булыуы айырыуса ҡыуандырҙы. Уға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған киң мәғлүмәт һәм матбуғат хеҙмәткәре исеме бирелде.

Районда ул аяҡ баҫмаған баҫыу, ул булмаған хужалыҡ, ул белмәгән һәм уны белмәгән кеше бармы икән?! Ҡайҙа ғына булһа ла ул - һәр ваҡыт, һәр ерҙә үҙ кеше. Уны һәр ерҙә көтөп алалар, яраталар, хөрмәт итәләр. Кешелеклелеге, ярҙамсыллығы менән райондаштарыбыҙ араһында оло хөрмәт ҡаҙанған абруйлы коллегабыҙ ололарға - ололоҡло, кеселәргә – кеселекле булыуҙа барыһына ла ҙур өлгө булып тора. Һәр ваҡыт шулай көслө рухлы, егеттәр һымаҡ етеҙ, алдынғы ҡарашлы, ярҙамсыл булып ҡалығыҙ.

Район йылъяҙмаһын булдырыуға сикһеҙ өлөш индергән хеҙмәттәшебеҙҙең юғары исемгә лайыҡ булыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Читайте нас: