Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Август 2019, 12:36

“Агростартап” грантын нисек алырға һәм нимәгә тотонорға?

“Агростартап” гранты - бәләкәй һәм урта бизнес, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү, хужалыҡты киңәйтеү йүнәлешенә бүленә. Ә кемдәр был грантҡа дәғүә итә ала һуң? Ошо хаҡта район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенең баш белгесе Зөфәр Мәхмүтов менән әңгәмәләшәбеҙ.

“Агростартап” гранты - бәләкәй һәм урта бизнес, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү, хужалыҡты киңәйтеү йүнәлешенә бүленә.

Ә кемдәр был грантҡа дәғүә итә ала һуң? Ошо хаҡта район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенең баш белгесе Зөфәр Мәхмүтов менән әңгәмәләшәбеҙ.

- Зөфәр Ишбулды улы, “Агростартап” гранты нимә ул?

- Ул – шәхси ярҙамсы хужалыҡты үҫтереүгә түләүһеҙ нигеҙҙә бирелә торған 3 млн һум күләмендәге ярҙам. Әгәр хужалыҡ кооперативта тора икән – 4 млн һум бирелә.

Фермер үҙенең хужалығын асыу йә киңәйтеү өсөн (НДС һәм транспорт сығымдарын иҫәпләмәйенсә) күпме аҡса кәрәк буласағын билдәләй. Шул сумманың 90 проценты дәүләт тарафынан бүленһә, ҡалған 10 процентын эшҡыуар үҙе һалырға тейеш була.

Аҡса конкурс нигеҙендә генә бирелә. Дәғүәсе ауыл хужалығы министрлығына бизнес-планын тәҡдим итергә тейеш. Ул проект, төбәк өҫтөнлөктәренә ҡарап, махсус шкала ярҙамында баһаланасаҡ. Мәҫәлән, төбәктә һөтсөлөк өҫтөнлөклө икән, тимәк, һөт фермалары күберәк балл менән иҫәпләнәсәк.

Һәм шул балл ярҙамында конкурс еңеүсеһе билдәләнәсәк.

- Кемдәр дәғүә итә ала?

- Был грантҡа ауыл ерендә йәшәп, аграр йүнәлештәге бизнес менән шөғөлләнгән граждандар дәғүә итә ала. Тик улар ауыл хужалығы министрлығы тарафынан башҡа төр дәүләт ярҙамы алмаған булырға тейеш (мәҫәлән, “Башланғыс фермер”, “Ғаилә малсылыҡ фермаһы”). Шулай уҡ һуңғы өс йылда юридик шәхесһеҙ эшҡыуарлыҡ сифатында һәм коммерция ойошмаһын етәкләргә йә уның ҡатнашыусыһы (үҙе етәкләгән крәҫтиән (фермер) хужалығынан тыш) булырға тейеш түгел.

“Башланғыс фермер” грантынан айырмалы рәүештә “Аростартап” гранты шәхси ярҙамсы хужалыҡ етәкселәренә лә бирелеүе ихтимал, тик был осраҡта ул грант алғас та, 15 көн эсендә үҙенең хужалығын һалым инспекцияһында теркәргә тейеш.

- Грантты нимәгә тотонорға була?

- Сусҡанан башҡа бөтә төр ауыл хужалығы малдарын һатып алырға була. Ҡош, балыҡ, балыҡ үрсетеү материалдары, ауыл хужалығы техникаһы (тотонолған ваҡыты сығарылыу датаһынан өс йылдан да күп булырға тейеш түгел), ауыл хужалығы прокдуцияларын эшкәртеү өсөн кәрәкле ҡоролмалар (сусҡасылыҡтан тыш), күп йыллыҡ үҫентеләр ултыртыу өсөн материалдар, шулай уҡ төҙөлөш, ремонт, етештереү ҡоролмаларын, келәт биналарын яңыртыу өсөн дә йүнәлтергә мөмкин.

- Грантты ҡулланыу шарттары ниндәй?

- Грант алыусы аҡса алынған көндән алып 18 ай эсендә уны тотонорға һәм эш урындары булдырырға тейеш. Эшселәр алыу грант күләменән дә тора. Мәҫәлән, 2 миллионға тиклем ярҙам алған осраҡта – 1, ә 2 миллиондан күп икән – 2 кешене эшкә алырға бурыслы. Бизнес-планда яҙылған хужалыҡты үҫтереү күрһәткестәрен дә бойомға ашырырға кәрәк (мәҫәлән, ауыл хужалығы продукцияһы күләмен арттырыу, мал һанын ишәйтеү һәм башҡалар). Һатып алынған мөлкәт биш йыл буйына тартып алынмаҫҡа тейеш.

- Ниндәй документтар кәрәк?

- Грант алырға теләүселәр БР Ауыл хужалығы министрлығына паспорт күсермәһен, крәҫтиән (фермер) хужалығының дәүләт теркәүе тураһындағы документ күсермәһен, алынасаҡ мөлкәт, башҡарыласаҡ эштәр, күрһәтеләсәк хеҙмәттәр, уларҙың күләме, хаҡы, финанслау сығанаҡтары (грант һәм шәхси), һалым органдарынан һалым буйынса бурыстар юҡлығы һәм башҡа мотлаҡ түләүҙәр булмауы тураһындағы справка, банктан проектты тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле аҡса барлығын иҫбатлаған иҫәп өҙөмтәһе (выписка), белем тураһындағы диплом (ауыл хужалығы йүнәлешендәге), хеҙмәт кенәгәһе (ауыл хужалығы тармағындағы хеҙмәт стажын иҫбатлаусы), әгәр был документтар юҡ икән, өс йыл шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыуҙы раҫлаусы хужалыҡ кенәгәһенән өҙөмтә (выписка) һәм заявка тапшыра. Бизнес-план, крәҫтиән (фермер) хужалығының бөгөнгө торошон раҫлаған документтар ҙа кәрәк буласаҡ. Уларҙың барыһын да айырым папкаға, биттәр һанын билдәләп, тегергә, мисәт булған осраҡта, мисәт һуғырға кәрәк.

Ауыл хужалығы министрлығы документтарҙы ҡарап, тикшереп, ыңғай баһалаһа, улар конкурс комиссияһына тапшырыла.

Программала үҙгәрештәр булыуы ла ихтимал, әгәр булһа, өҫтәмә рәүештә хәбәр итәсәкбеҙ.

- Ентекле мәғлүмәт өсөн ҙур рәхмәт, грант алырға теләүселәргә ул ныҡ ярҙам итер тип өмөтләнәбеҙ.

Анатолий КАЗАКОВ яҙып алды.


Читайте нас: