Мораҙым
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Август 2019, 14:30

Иблес

Һуңғы минутынаса улының исемен ишетеү менән йөҙөнән нур ҡаса, ҡурҡыуынан дер-дер ҡалтырай башлай торғайны, тиҙәр яҡындары. Улының эскелек арҡаһында иблескә әйләнеүе ҡарт әсә өсөн тамуҡ ғазабына тиң булғандыр...

Һуңғы минутынаса улының исемен ишетеү менән йөҙөнән нур ҡаса, ҡурҡыуынан дер-дер ҡалтырай башлай торғайны, тиҙәр яҡындары. Улының эскелек арҡаһында иблескә әйләнеүе ҡарт әсә өсөн тамуҡ ғазабына тиң булғандыр...




...Кискеһен урын йәйеп йоҡларға ятырға ғына йөрөгәндә күрше Сабира әбей ялан аяҡ, сәстәре туҙған килеш аһылдап килеп ингәс, Әсмә апай хатта үҙе ҡурҡып китә. Ҡото алынған әбей йөрәк дарыуы эсеп бер аҙ тынысланғас ҡына телгә килә.

Хәл былай була. Инде ир уртаһына еткән улының ауылға гел генә иҫерек килеш ҡайтыуына Сабира әбей күнегеп тә китә. Ни хәл итәһең, бер уға килгән бәлә түгел, ана, ауылда өй аша тиерлек эсәләр. Оҙаҡламай ғаиләһенән ҡыуылып сыҡҡан ир тыуған йортҡа ҡайтып баш төртә. Һуңғы ваҡыттарҙа бигерәк әллә нимәләр ҡыланып, бәйеле аҙа башлаған улының ҡайтыуы әбейҙе нисектер шомға һалһа ла, үҙемдең ҡаным бит, тип бер һүҙ ҙә әйтмәй.

Иҫерек улы телевизорҙан оятһыҙ фильмдар ҡарай башлаһа, Сабира әбей шым ғына алғы бүлмәгә сығып китә һала. Бер кисте улының сәйер ауаздарын ишетеп килеп ингән әбей уның ярым-яланғас килеш нимәлер эшләп ҡыялыуын күреп шаҡ ҡата.

Утты ла ҡабыҙмайынса урын һалып, йоҡларға ятырға йыйынғанда ул улының янына килеп баҫҡанын абайламай ҙа ҡала. Башта нимәлер мыңғырлап, уны түшәккә йығырға тырышҡан ирҙең нимә ҡыланғанын аңламай, ә инде улының хаяһыҙлығы аңына барып еткәс, йән асыуы менән улын этеп ебәрә лә сығып йүгерә. Ҡайҙан көс-ҡеүәт алғандыр, Хоҙай ғына белә, туҡһанын ҡыуған, быға тиклем өй эсендә лә таяҡ менән көскә-көскә генә йөрөгән әбей көҙҙөң күҙгә төртһәң дә күренмәҫ ҡараңғы төнөндә таяҡһыҙ-ниһеҙ, ойоҡсан килеш күршеһенә барып йығыла.

Ошо ҡәһәрле төндән һуң ир зым-зыя юҡ була. Яҙын ҡар ирей башлағас, урмансылар ауылдан байтаҡ ҡына арауыҡта ятҡан Имән ауған төпкөлөндә ергә йөҙ түбән ҡапланып ятҡан кеше мәйетенә тап булалар. Янында буш шешәһе лә ултырған. Мәйеттең йөҙө сысҡандар кимереп бөткәнлектән, танығыһыҙ хәлдә була. Шулай ҙа уның теткеләнә башлаған кейеменән әбейҙең улы икәнлегенә төшөнәләр. Әсә рәнйеше төшкәнмелер, әллә ирҙең һуңлап булһа ла выждан ғазабы уянғанмылыр – уныһы хәҙер инде мөһим түгел.

...Сабира әбейҙең баҡыйлыҡҡа күскәнлегенә лә хәҙер инде байтаҡ йылдар уҙҙы. Һуңғы минутынаса улының исемен ишетеү менән йөҙөнән нур ҡаса, ҡурҡыуынан дер-дер ҡалтырай башлай торғайны, тиҙәр яҡындары. Улының эскелек арҡаһында иблескә әйләнеүе ҡарт әсә өсөн тамуҡ ғазабына тиң булғандыр...

Тормошта булған был ваҡиға эскелектең ниндәй сиккә алып килеп еткереүенә бары тик бер генә миҫал. Донъяла хур булғың килһә, хәмер эс, тиҙәр.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.





Читайте нас: