Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Август 2019, 11:22

Уңыштар һиңә, Гөлдәриә!

Уңыштар һиңә, Гөлдәриә!Иҫләйһегеҙҙер әле, дуҫтар, бәләкәй генә саҡтарҙан “Аҡбуҙат”, “Йәншишмә”, “Аманат” кеүек гәзит-журналдарҙы нисек түҙемһеҙләнеп көтөп ала торғайныҡ. Телефон, компьютер, интернет булмаған осорҙа тап ошо баҫмалар күптәребеҙҙең яҡын кәңәшсеһе һәм дуҫы булды. Тап шулар аша беҙ яңынан-яңы әкиәттәр, хикәйәләр уҡып, донъяны танып белергә өйрәнһәк, үҫә төшкәс серҙәр менән бүлешер, хәбәрҙәр уртаҡлашыр, яңы дуҫтар табышыр майҙансыҡ, ә йәш ҡәләм тибрәтеүселәр өсөн улар ҡанаттар ҡуйған, дәртләндергән, яңы ижад офоҡтары асҡан баҫмалар булды. Хәҙерге йәштәр араһында ла беҙҙең замандағы кеүек гәзиттәрҙе түҙемһеҙләнеп көтөп алыусылар ҙа бар икән, тигән уйҙар килде Хоҙайбирҙин ауылы һылыуы Гөлдәриә Ғайсинаға “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеһе исеме бирелде тигән ҡыуаныслы хәбәрҙе ишеткәс.

Иҫләйһегеҙҙер әле, дуҫтар, бәләкәй генә саҡтарҙан “Аҡбуҙат”, “Йәншишмә”, “Аманат” кеүек гәзит-журналдарҙы нисек түҙемһеҙләнеп көтөп ала торғайныҡ. Телефон, компьютер, интернет булмаған осорҙа тап ошо баҫмалар күптәребеҙҙең яҡын кәңәшсеһе һәм дуҫы булды. Тап шулар аша беҙ яңынан-яңы әкиәттәр, хикәйәләр уҡып, донъяны танып белергә өйрәнһәк, үҫә төшкәс серҙәр менән бүлешер, хәбәрҙәр уртаҡлашыр, яңы дуҫтар табышыр майҙансыҡ, ә йәш ҡәләм тибрәтеүселәр өсөн улар ҡанаттар ҡуйған, дәртләндергән, яңы ижад офоҡтары асҡан баҫмалар булды. Хәҙерге йәштәр араһында ла беҙҙең замандағы кеүек гәзиттәрҙе түҙемһеҙләнеп көтөп алыусылар ҙа бар икән, тигән уйҙар килде Хоҙайбирҙин ауылы һылыуы Гөлдәриә Ғайсинаға “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеһе исеме бирелде тигән ҡыуаныслы хәбәрҙе ишеткәс.

Хоҙайбирҙин ауылынан Флүрә менән Фитрат Ғайсиндарҙың күп балалы ғаиләһендә тәрбиәләнгән Гөлдәриә бәләкәйҙән ижадҡа ынтыла. Әҙәбиәткә, сәнғәткә, туған теле¬беҙ¬гә битараф булмаған ғаиләлә тәр-биә¬ләнеп үҫкәнгә күрә лә, бәләкәйҙән шиғриәт уға үтә яҡын була. Гөлдәриә мәктәптә яҡшы уҡый, олимпиадаларҙа һынау тота, 7-се кластан Күмертау ҡалаһындағы 3-сө республика гимназия-интернатына уҡырға ингәс, «Йәш хәбәрселәр» түңәрәгенә лә йөрөй. Унда улар - шиғриәткә, ижадҡа ғашиҡ егет-ҡыҙҙар балалар баҫмаларындағы көнүҙәк мәҡәләләрҙе уҡып, фекер алышалар, ижади конкурстарҙа ҡатнашалар, иншалар, шиғырҙар, хикәйәләр, мәҡәләләр яҙалар. Иң уңышлы тип табылған инша, шиғыр, нәҫерҙәрҙе түңәрәк етәксеһе баҫмаларға ебәрергә тәҡдим итә. Гөлдәриә Ғайсинаның беҙҙең гәзиттә баҫылған тыуған ауылына, изге төбәгенә һөйөү хистәре менән һуғарылған шиғырҙарын һеҙ ҙә иҫләйһегеҙҙер әле.

Быйыл Гөлдәриә “Йәшлек” гәзитендә өлкән класс уҡыусылары араһында Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһына иғлан ителгән ижади эштәр конкурсында ҡатнаша һәм 1-се дәрәжә лауреат исемен яулай. Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһына килгәндә, ул “Йәшлек” гәзите тарафынан Булат кеүек төплө, киң ҡарашлы егет-ҡыҙҙарҙы табып, уларға хыялдарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам ҡулы һуҙыу маҡсатында ойошторола.

«Уҡыусылар араһында ҙур популярлыҡ яулаған конкурс 2014 йылдан алып уҙғарыла. Йыл һайын унда йөҙҙән ашыу мәктәп уҡыусыһы һәм урта махсус белем биреү йорто студенттары ҡатнаша. Бәйгеселәр ижади эштәрҙә үҙҙәренең ҡыҙыҡлы фекерҙәре, төрлө проблемалар буйынса яңы идеялары менән уртаҡлаша. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, бөтә конкурста ҡатнашыусылар ҙа – мәктәптең сығарылыш уҡыусылары – һайлаған һөнәрҙәре буйынса юғары уҡыу йорттарына инә һәм студенттар араһында әүҙем тормош һәм ижади эшмәкәрлеген дауам итә», — ти конкурс тураһында “Йәшлек” гәзите мөхәррире Артур Дәүләтбәков.

Гөлдәриәне мәктәптә үткән “Һуңғы ҡыңғырау” байрамында дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, публицист Әмир Солтангәрәев үҙе килеп бүләкләй, “Йәшлек”тә баҫылған мәҡәләһенә ҙур баһа ла бирә. Республикабыҙҙа ҙур билдәлелек яулаған премияла йөҙҙән ашыу уҡыусы менән ҡатнашыу Гөлдәриә өсөн үҙе бер ҙур тәжрибә мәктәбе була.

Быйыл мәктәпте гел бишкә тамамлаған ҡыҙ киләсәктә үҙен ижадҡа бәйле өлкәлә күрә. Әҙәбиәтте, матурлыҡты һөйгән Гөлдәриә артабан да һынатмаҫ, тигән ышаныста уға уңыштар теләп ҡалабыҙ.


Розалия ИСҠУЖИНА.
Читайте нас: