Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Август 2019, 11:00

Шөкөр итеп йәшәй белеү - үҙе бер бәхет

Һәр миҙгелдең үҙ йәме булған кеүек, ғүмер дәүерҙәренең – бәхетле бала саҡтың, ғәмһеҙ йәшлектең,типһәң тимер өҙөрҙәй булып ер һелкетеп баҫып йөрөгән саҡтарҙың, тыныс ҡартлыҡтың һәр береһенең үҙ йәме, үҙ матурлығы, шатлыҡ-ҡыуаныстары бар. 1 августа үҙенең 65 йәшлек ғүмер байрамын билдәләгән Хәмдиә апай Хәлитова ла йәшәгән йылдар бейеклегенән артҡа күҙ ташлап, “Ғүмеремдең бер көнөнә лә үкенмәйем. Шатлыҡ-ҡыуаныстарым да, көйөнөслө мәлдәрем дә – барыһы ла үҙемдеке. Иң мөһиме – һаулыҡ булһа, балаларым иҫән-һау ғүмер итһә, минең өсөн шул – иң ҙур бәхет. Барына шөкөр итеп йәшәргә кәрәк”, - ти.

Һәр миҙгелдең үҙ йәме булған кеүек, ғүмер дәүерҙәренең – бәхетле бала саҡтың, ғәмһеҙ йәшлектең,типһәң тимер өҙөрҙәй булып ер һелкетеп баҫып йөрөгән саҡтарҙың, тыныс ҡартлыҡтың һәр береһенең үҙ йәме, үҙ матурлығы, шатлыҡ-ҡыуаныстары бар. 1 августа үҙенең 65 йәшлек ғүмер байрамын билдәләгән Хәмдиә апай Хәлитова ла йәшәгән йылдар бейеклегенән артҡа күҙ ташлап, “Ғүмеремдең бер көнөнә лә үкенмәйем. Шатлыҡ-ҡыуаныстарым да, көйөнөслө мәлдәрем дә – барыһы ла үҙемдеке. Иң мөһиме – һаулыҡ булһа, балаларым иҫән-һау ғүмер итһә, минең өсөн шул – иң ҙур бәхет. Барына шөкөр итеп йәшәргә кәрәк”, - ти.

Хәмдиә Сәмиғулла ҡыҙы бынан теүәл 65 йыл элек Етебулаҡ ауылында донъяға тәүге ауазын һала. Ғаиләләге алты бала араһында иң ҙуры ул, шуға ла ҡул араһына иртә инә, ата-әсәһенең беренсе ярҙамсыһы булып үҫә. Ул заманда ауыл ерендә үҫкән балаларға эштәрҙең үтә мул эләккәнлеге һәр кемгә мәғлүм.

Үҙ ауылында башланғыс белем алғандан һуң, артабан Күгәрсенгә йөрөп уҡый ҙа, 8-се класты тамамлағандан һуң артабан уҡырға тип талпынмай күмәк балалы ғаиләлә үҫкән ҡыҙ. Бар теләге, бар хыялы – тиҙерәк эшкә инеп үҙ көнөн үҙе күреү һәм ата-әсәһенә, кесе туғандарына ярҙам итеү була. Бала саҡтан мал ҡарап үҫкәнгәме, ауыр эштән дә ҡурҡып тормай - “Октябрь”совхозына һауынсы булып бара. Бөгөнгө күҙлектән сығып ҡарағанда, хайран ҡалырлыҡ: хәҙер ҡайһы 15 йәшлек ҡыҙ йөрьәт итеп, шундай ауыр эшкә тотонор ине икән?! Үтә тәүәккәл була шул йәштән Хәмдиә апай, һыйырҙан тибелһә тибелә, арып-талсығыуҙан, йоҡоһо туймауҙан миктәһә миктәй, әммә бер тотонған эшен ташламай, матур ғына эшләп алып китә.

Уның кейәүгә сығыуын үҙе бер тарих тип атарға булалыр. Буласаҡ тормош иптәше – Күгәрсен ауылы егете Мансурҙы күреп-белеп йөрөһә лә, яҡындан аралашҡандары булмай. Шулай берҙән-бер көндө был егет киске уйында талпынып бейеп йөрөгән һылыуҡайҙы күреп ҡала. Иптәштәре уның күҙҙәренең осҡонланғанын күреп, ипләп кенә сәмләндерәләр, йәнәһе, ул сибәркәй һиңә ҡарай буламы? Йөрәгенә ут ҡабынған Мансур ҙа һыр бирмәй: “Барыбер минеке буласаҡ, урлап алам!”

Башлаған эш – бөткән эш, тигәндәй, аты ла, санаһы ла табыла, ҡайтырға сыҡҡан ҡыҙҙың башына тоҡ ҡаплап, санаға тейәлешеп, егеттең тыуған йортона алып киләләр.

Барыһын да шаярыу тип аңлаған егерме йәшлек ҡыҙ ҡапҡанан ингәс, “Өйөңә бер инһәм, ҡабат сыҡмайым бит” тип егетте үҙенсә “ҡурҡытып” маташа. Буласаҡ бейеме аҡыллы ҡатын була, ҡыҙҙың бына тигән килен буласағын бер ҡараштан аңлап, үҙ фатихаһын бирә.

Алдан вәғәҙәләр бирешеп, дуҫлашып йөрөмәй генә өйләнешһәләр ҙә, иңгә-иң терәп, 35 йыл бергә матур ғүмер кисерә улар.

Башта Күгәрсендә төпләнһәләр, тәүге балалары Гөлсинә тыуғас район үҙәгенә күсеп киләләр, бында инде улдары Рөстәм донъяға килә.

Яҡшы кеше булып сыға Мансур ағай, һайлап алған йәренә бер ҡасан да нужа күрһәтмәй, асыҡ күңеле, үҙененең күркәм холҡо менән уның күңелен яулай. Тик, оло үкенескә күрә, ғүмер генәһе ҡыҫҡараҡ була шул - оҙаҡ ауырыуҙан һуң вафат була. Әйткәндәй, Хәмдиә апай 11 йыл ҡарай инсульт кисергән ирен, ошо ваҡыт эсендә уға оло терәк-таяныс була, һис ауырһынмай баға. Уты-һыуҙы бергә кискән ҡәҙерле кешеһенең вафат булыуын ауыр кисерһә лә, ҡайғыны башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас оло сабырлыҡ менән үткәрә, күҙ йәштәрен, йөрәк әрнеүен сит-яттарға ғына түгел, яҡындарына ла күрһәтмәй, бар хәсрәтен эш менән баҫа. Нимә-нимә, эштән бәхете була уның. 15 йәшендә башланған хеҙмәт юлынан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы ҡайҙа ғына эшләһә лә, һәр ерҙә намыҫ менән тир түгә. Район судында суд башҡарыусыһы булһынмы, ул саҡта район үҙәгендә гөрләп эшләгән “ХСМУ” ойошмаһында кадрҙар буйынса инспектор, аҙаҡ шәхси эшҡыуарҙа һатыусы булһынмы – үҙ эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙе һәр ерҙә хөрмәт итәләр, һәр эште ышанып тапшыралар. Уның бихисап маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдары ла шуны дәлилләй.

Әйткәндәй, балалары ла үҙенә оҡшап эшһөйәр, тырыш булып үҫә, алдарына ҡуйған маҡсаттарына ирешмәй ҡалмай. Ҡыҙҙары Гөлсинә Мансур ҡыҙы – Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 25-се район-ара инспекцияһы хеҙмәткәре булып эшләй, һалым органдарына мөрәжәғәт итеүселәр уны үҙ эшен яҡшы белгән, кешеләргә һәр ваҡыт ихлас, яғымлы мөнәсәбәттә булған төплө белемле белгес тип белә. Ул тормош иптәше Илдар менән бына тигән ғаилә ҡороп, 2 бала үҫтерә: Эльвиналары Башҡортостан дәүләт аграр университетының 2-се курсын, Айҙарҙары Мораҡ башҡорт гимназияһының 5-се класын тамамлаған.

Хәлитовтарҙың улдары – хәрби хәрәкәттәр ветераны, хәрби операциялар мәлендә күрһәткән ҡыйыулығы өсөн “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән, граждандар оборонаһын нығытыуҙағы хеҙмәттәре өсөн “Маршал Василий Чуйков” миҙалына лайыҡ булған Рөстәм хаҡында уҡыусыларыбыҙ “Мораҙым” гәзите аша уҡып белә. Ул байтаҡ йылдар 84-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу часында янғын һүндереүсе булып эшләй, тормош иптәше Әлиә менән өс бала үҫтерә: Динисламдары быйыл 7-се, Әҙиләләре 5-се класҡа күскән, Данилдарына иһә 2 йәш тулған. Төп эштәренән тыш та эшләргә яйын таба уңған пар: бына бер нисә йыл инде халыҡтан һөт йыялар. Киләсәктә иһә һөт эшкәртеү цехы асырға ниәтләйҙәр.

Алда әйтеп киткәнебеҙсә, Хәмдиә апай ғаиләләге алты бала араһында иң ҙуры була. Бала саҡтан ҡусты-һеңлеләрен ҡарап үҫкәнгәме,улар өсөн яуаплылыҡ уның ҡанына һеңгән. Хәҙер инде әсәй урынына ҡалып, барлыҡ туғандары өсөн һыйыныр ҡосаҡ, күңелдәрен йылытыр усаҡ булып тора ул. Бала саҡтан инвалид булған ҡустыһы Азатты ла үҙ янына алған.

Олоғая килә кеше тормош асылы хаҡында йыш уйлана, күптәре дин юлына баҫа. Хәмдиә апайҙың күңелендә юғары көскә ышаныу иһә йәштән була, йәшәй-йәшәй аят-доғаларҙы ла өйрәнә, ураҙаларҙы ҡалдырмай, бынан 5-6 йыл самаһы элек намаҙға ла ныҡлап баҫа. Һәр гүзәл затҡа хас булғанса, күңеленә ятҡан шөғөлдәре лә бар: сәскәләр үҫтерергә, ашарға бешерергә ярата.

- Ҡасан ғына килһәк тә, әсәйемдең өҫтәлендә телеңде йоторлоҡ аш-һыу була. Һис йыбанмай, әле ҡамыр ашы бешерһенме, башҡа ризыҡ әҙерләһенме – уның уңғанлығына күптәр хайран ҡала. Ейәнсәрҙәренә лә аш-һыу әҙерләү серҙәрен өйрәтә, ҡыҙым Эльвина менән бергә бешергән сәк-сәктәрен хатта сит тарафтарға ла алып китәләр.

Ҡәҙерлебеҙгә рәхмәттәребеҙ сикһеҙ. Беҙҙең өсөн ул – донъялағы иң яҡшы, изге күңелле әсәй. Беҙгә терәк тә, һәр яҡлап өлгө лә булып тора. Матур ғүмер байрамын билдәгәндә, уға башҡа изге теләктәр менән бер рәттән иң мөһиме - ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ, - ти балалары яратҡан әсәләре хаҡында.

Хәмдиә апайҙы яҡындан белгәндәр уның йәнә бер яғын билдәләй: тура һүҙле ул, уйлағанын йәшермәй, шунда уҡ күҙгә ҡарап әйтә, уның ҡарауы кенә һаҡламай, ғәйбәт һөйләмәй. Туғандары менән генә түгел, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары менән дә аралашып, татыу ғүмер итә.

Беҙҙе иһә уның тәүәккәллеге һоҡландырҙы. Ике йыл элек, мәҫәлән, әхирәте Зәкиә менән Төркиәгә ял итергә баралар ҙа, унан йәнә өҫтәмә юллама алып, бар донъяға билдәле “Әл-Аҡса” мәсетен күреү өсөн тура Израилгә барып ҡайталар. “Шундай оҙон юлға нисек ҡурҡмай сыҡтығыҙ?” тип ғәжәпләнеүебеҙгә, “Барыһы ла Аллаһ ҡулында. Яҙғанын мейес башында ятһаң да күрәһең… Ҡулда телефон булғас, балалар менән хәбәрләшеп торҙоҡ, бер ҙә икеләнмәй юлға сыҡтыҡ”, - ти йылмайып.

Әйткәндәй, телефонды ла йәштәрҙән былайыраҡ үҙләштергән Хәмдиә апай, коммуналь хеҙмәттәр өсөн барлыҡ түләүҙәрҙе лә уның аша ғына башҡара икән.

Ғүмер – аҡҡан һыу менән бер, тиҙәр. Елдәй елеп үткән йәшлегеңдә һалыналыр нигеҙ бәхетле ҡартлыҡҡа. Янып эшләгән, янып йәшәгән геройыбыҙҙың бөгөнгө көндә лә йәшәү дәртен юғалтмай, ишеген шаҡыусы ҡартлыҡҡа бирешмәй, тормошто яратып, яҡындарына кәрәк булып йәшәүе шуға асыҡ миҫал.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Автор фотоһы.



Читайте нас: