Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Август 2019, 11:30

Күгәрсен ауылында "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы үтте

Тыуып үҫеп, тәпәй баҫҡан атай йортонан, ялан аяҡ йүгереп йөрөгән һуҡмаҡтарҙан ҡәҙерлерәк ер юҡтыр. Яҙмыш ҡушыуы буйынса төрлө тарафтарға таралып, сит-яҡтарҙа донъя ҡорорға, төпләнергә тура килһә лә барыбер күңел тыуған йортто һағына, тыуған ергә тартыла. Йәй - ҡыҙыу эш мәле булһа ла, халҡыбыҙ эшкә лә, байрам-осрашыуҙарға ла ваҡыт табып, ауылдаштарҙы, ситтә йәшәүсе яҡташтарҙы атай йортона йыя. Йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан, данлыҡлы шәхестәре, уңған халҡы менән танылған йәмле Күгәрсен ауылы үткән шәмбелә ауылдаштарын, ситтә йәшәүсе яҡташтарын “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына һәм Күгәрсендә мәктәп асылыуға - 100, урта мәктәп булып китеүенә 70 йыл тулыуға арналған юбилей сараһына йыйҙы, изге йәнтөйәген һағынып ҡайтыусыларға тыуған ерен тағы бер тапҡыр ҡайтып күреү, туғандар, яҡындар менән аралашыу бәхете тейҙе.


Йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан, данлыҡлы шәхестәре, уңған халҡы менән танылған йәмле Күгәрсен ауылы үткән шәмбелә ауылдаштарын, ситтә йәшәүсе яҡташтарын “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына һәм Күгәрсендә мәктәп асылыуға - 100, урта мәктәп булып китеүенә 70 йыл тулыуға арналған юбилей сараһына йыйҙы, изге йәнтөйәген һағынып ҡайтыусыларға тыуған ерен тағы бер тапҡыр ҡайтып күреү, туғандар, яҡындар менән аралашыу бәхете тейҙе.

Күгәрсен - райондың күркәм, ҙур ауылдарының береһе. Ауылда бөтә социаль тәғәйенләнештәге объекттар – урта мәктәп, балалар баҡсаһы, ауыл мәҙәниәт йорто, ауыл-табип амбулаторияһы, почта бүлексәһе, 5 магазин һәм 1 киоск бар. бар. Ауыл советының үҙәге булған Күгәрсен ауылында 306 хужалыҡта 816 кеше йәшәй.

Күгәрсендәр данлы эштәре, батырлыҡтары менән үҙ төбәгенең данын арттырыусы яҡташтары - Рәсәй Геройы Мансур Рафиҡов, медицина фәндәре докторы Вәсилә Ваһапова, философия фәндәре докторы, профессор Октябрь Вәлитов, медицина фәндәре докторы Флүрә Ҡорбанаева, СССР-ҙың мәғариф алдынғыһы, мәктәп музейына нигеҙ һалыусы Фәрүәз Вәлитов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Ниғәмәт Ваһапов, БР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе Миңлебай Ҡорбанаев, ауыл хужалығы фәндәре докторы Фәрғәт Ваһапов, иҡтисад фәндәре кандидаты Рәлиә Маннанова, филология фәндәре кандидаты Ләйсән Ваһапова, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре Әхтәм Моратов, Факил Рәжәпов, Фәрәхиә Вәлитова, Ғәзинур Хәйбуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре Нәсимә Сәмиғуллина, Афғанстан ветерандары, хәрби летчик, полковник Илдус Хәлитов, медицина хеҙмәте майоры Фәиз Хәлитов һәм башҡалар менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.
Ауыл матур, халҡы егәрле, уңған...

Матур, етеш йәшәй күгәрсендәр. Ауыл буйлап үткәндә халыҡтың сәмләнеп, дәртләнеп донъя көтөүенә тағы ла бер ҡат инандыҡ. Береһенән-береһе ыҡсым, төҙөк, матур йорттар биҙәй урамдарҙы, гөл-сәскәгә күмелгән ихаталар бында йәшәүсе халыҡтың уңған, егәрле, эшһөйәр булыуы хаҡында һөйләй.


Күгәрсендә йәшәүсе уңған халыҡ менән танышыу байрамдың иң сағыу өлөшө булғандыр. Милли аштарҙан, ризыҡтарҙан һығылып торған өҫтәлдәр, ҡул эштәре, боронғо йыһаздар менән биҙәлгән йорт тирәһе, йыр-моң ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде. Улар хаҡында ике-өс һөйләм менән генә булһа ла әйтеп үтмәү яҙыҡ булыр. Ауыл байрамын оста йәшәүсе Бибисара Вәлитованың татыу ғаиләһе асып ебәрҙе. Ғүмере буйы совхозда мал ҡараусы, магазинда һатыусы булып эшләгән Бибисара апай йортона байрам уңайынан балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары ҡайтҡан.

Икенсе йорт хужабикәһе - Маһинур Шәймәрҙән ҡыҙы Рафиҡова балалары, ейән-ейәсәрҙәре, туғандары менән күркәм табын артына йыйылған. Күгәрсен районынан ике Рәсәй Геройы сыҡһа, уларҙың береһе тап ошо йортта – Маһинур менән Миңлебай Рафиҡовтарҙың татыу һәм күп балалы ғаиләһендә тыуып үҫә. Мансур мәктәпте тамамлағас, 1982 йыда Ҡазан юғары танк команда училищеһына уҡырға инә һәм уны 1986 йылда уңышлы тамамлай. Башта Германиялағы Совет ғәскәрҙәре төркөмөндә, артабан Кавказ аръяғы хәрби округында, Төньяҡ-Кавказ хәрби округында хеҙмәт итә.

1994 йылдың декабре — 1995 йылдың феврале 20-се гвардия мотоуҡсылар дивизияһының айырым танк батальоны командиры вазифаһында Чечен Республикаһы территорияһында конституцион ҡоролошто тергеҙеү буйынса хөкүмәт заданиеһын үтәүҙә ҡатнаша. Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән 1996 йылдың 20 ғинуарында гвардия майоры Рафиҡов Мансур Миңлебай улына «Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеме бирелә һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла.


Әлисә менән Хәмзә Маннановтарҙың йорто алдына йыйылған Маннановтар ғаиләһе бай күргәҙмә, ризыҡ тулы байрам өҫтәле тәҡдим итте, йыр-моң менән ҡаршы алды. Әлисә Ишбирҙе ҡыҙы Маннановтар нәҫеле менән ентекле таныштырҙы, ғүмерҙәрен йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған уҡытыусылар күп сыҡҡан икән улар нәҫеленән. Хөснулла , Шакир, Ғөбәй Сәғиҙулла улдары, уларҙың балалары - Тереза Шакир ҡыҙы, Флүрә Хөснулла ҡыҙы, Рәлиә Ғөбәй ҡыҙы, Хәлиҙә Ғөбәй ҡыҙы, Радик Ғөбәй улы, ейәнсәрҙәре - Рәфиҙә Әхтәм ҡыҙы, Зөбәржәт Заһир ҡыҙы һәм Гөлшат Хәмзә ҡыҙы үҙҙәренең ғүмерен уҡытыусылыҡ эшенә бағышлайҙар. Маннановтар нәҫеленең иң оло кешеһе - Әмир Маннанов заманында һарыҡ йөнөн ҡырҡыу буйынса чемпион исемен ала һәм Хөкүмәттең юғары наградаһына лайыҡ була. Маннановтарҙың ул-ҡыҙҙары ҡул эшенә лә оҫта икән. Күргәҙмәгә ҡуйылған төрлө ағас һындар, ағасты көйҙөрәп биҙәлгән һүрәттәр шул хаҡта һөйләй.


Фәриҙә Хәмиҙуллина тормош иптәше менән 3 бала үҫтергән, Марат, Альберт, Резеда күптән инде үҙ аллы донъя көтә. Тормош иптәше мәрхүм булып, яңғыҙы йәшәүенә, хәҙер инде өлкән генә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Фәриҙә апай ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай, йәштәрҙән ҡалышмай донъя көтә, һаман да яратҡан шөғөлө - умартасылыҡтан айырылмай. Әлеге мәлдә уның ихатаһында 20-гә яҡын баш умарта иҫәпләнә.

Береһенән-береһе уңған дүрт ҡыҙ үҫтергән Гөлсөм менән Камил Ваһаповтарҙың татыу ғаиләһе күптәргә үрнәк булырлыҡ, бер нисә йыл элек алтын туйҙарын билдәләгән гүзәл пар балалары, туғандары менән ҡунаҡтарҙы тирмә ҡороп, гармун уйнап, йырлап ҡаршы алдылар. Ә табындарында ниндәй генә ризыҡ юҡ ине, хужабикәләр нисә төн йоҡоһон ҡалдырғандыр, әммә өҫтәлдә магазиндан алған ризыҡты һанамағанда ла бөтәһе 54 төр (!) ризыҡ әҙерләнгән ине. Хужабикә һәм уның ҡыҙҙары - ҡул оҫталары ла, төрлө биҙәктәр һалып бәйләнгән әйберҙәр, дарыу үләндәре, ҡыҙҙар нәҫелен барлаусы шәжәрә күргәҙмәне тағы ла күркәмерәк итте.

Миңзәлә менән Азат Маннановтар ауылдың матур ғаиләләренә хас булғанса гөрләтеп донъя көтәләр, өйҙәре лә күркәм, ишек алдары таҙа, ялт итеп тора. Йорт хужабикәһе ғүмере буйы урмансылыҡта эшләй, Азат ағайҙың хеҙмәт юлы күп ауыл уңғандарыны кеүек тыуған совхоз менән бәйле була.

Ауыл ҡотон һаҡлаусы ғаиләләрҙең береһе - Зилә менән Фәиз Ваһаповтарҙың да тормош ҡороуҙарына, ғүмер юлын бергәләп үтеүҙәренә өс иҫтәгә яҡын йыл үтеп киткән. 20-ләп баш умарта тотҡан хужалар үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүек егәрлеләр, эшсәндәр. Ә ихаталарында, баҡсаларында бер сүп әҫәре күрмәҫһең. Алмағас төптәренә ҡәҙәр сәскә ултыртып, баҡсаларын биҙәгән, ихаталарын гөл баҡсаһы итеп тотҡан хужаларға афариндан башҡа нимә әйтәһең.

Фәриҙә менән Зиннур Ҡорбанаевтарҙың да ихатаһы гөл-сәскәгә күмелеп, әллә ҡайҙан үҙенә тартып тора. Ике ҡыҙға ғүмер биреп, хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшкән пар бөгөн дә йәшлек дәртен һүндермәй донъя көтә. Әйткәндәй, байрам концертын биҙәп флейтала уйнаған ҡыҙҙар –тап Фәриҙә менән Зиннурҙың ейәнсәрҙәре ине.

Фәрҙәнә менән Мәргән Ғәбитовтар ҙа матур табын ҡорған. Тырышлыҡтары ҡанында булған хужалар ҙа күгәрсендәргә генә хас сәм һәм ғәм менән матур итеп донъя көтә. Ғаилә башлығының төп кәсебе умартасылыҡ булһа, Фәрҙәнә апай китапханала эшләй.


Эй, мәктәбем, белем усағы!

Күгәрсен ауылы мәктәбе элек-электән арҙаҡлы уҡытыусылары, белемгә ынтылышы көслө булған һәләтле уҡыусылары менән дан тотҡан. Белем усағының юбилей тантанаһына мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлаусы уҡыусылар, ошо белем усағында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан уҡытыусылар, ауылдаштар йыйылды.

Сараны асып, йыйылыусыларҙы мәктәп директоры Эльвира Абдулина сәләмләне.

- Күгәрсен мәктәбе бай тарихлы һәм данлыҡлы мәктәп. Мәктәбебеҙ үҙенең сығарылыш класс уҡыусылары менән ғорурлана. Бөгөнгә көнгә 1553 кеше беҙҙең мәктәптән өлгөргәнлек аттестаты алды. Уларҙың күбеһе мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, ауыл хужалығы алдынғылары. Шулар араһында 30-ҙан артыҡ уҡыусыларыбыҙ Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының маҡтаулы исемдәренә лайыҡ булдылар. Бөгөнгө көндә мәктәптә 123 уҡыусы белем ала, 15 уҡытыусы эшләй.

Уҡыусыларыбыҙ район, респубика күләмендә үткәрелгән төрлө конкурс, спорт ярыштарында һәм олимпиадалҙа юғары уңыштарға ирешәләр. Йыл да тиерлек район хакмимите башлыы стипендиаы булып торалар, - тип мәктәптең уңыштарына туҡталды ул.


Мәктәптең элекке уҡыусылары, бөгөнгө көндә үҙ һөнәрҙәренең ысын оҫталары булып төрлө өлкәләрҙә уңышлы эшләп йөрөүселәр – Фәрғәт Ваһапов, Шамил һәм Рәис Хәлитовтар, Рөстәм Якиевтар тыуған мәктәбенә изге теләктәрен юлланы, класташтары менән бергә үткәргән бәхетле көндәрҙе һағынып иҫкә алды, уҡытыусылар, белем һәм тәрбиә генә түгел, ә артабан үҫергә, оло юлға сығырға һынмаҫ ҡанаттар биргән остаздарына сикһеҙ хөрмәт, ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, үҙ бүләктәрен тапшырҙы.

БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ниғәмәт Ваһапов мәктәп тарихы менән таныштырҙы:

- Ауылыбыҙ мәктәбенә нигеҙ һалыныуға шаҡтай йылдар үтһә лә, совет мәктәбе булараҡ ул 1919 йылдан иҫәпләнә, ә ысынында Ҡыҙыл мәсеттән, Ыуарылағы мәҙрәсәнән ҡала өсөнсө булараҡ Күгәрсендә мәҙрәсә асыла. Мәҙрәсә буш урында барлыҡҡа килмәй, мәктәп тә шулай. Ауылыбыҙ нигеҙләнеп, почта станицаһы булараҡ нығынғас, уҡымышлы кешеләр кәрәк була. 20-се быуат башында бында астрономия, физика, химия фәндәренән уҡытыу теркәлә. 1919 йылда Күгәрсен мәҙрәсәһенең исеме үҙгәртелеп, совет мәктәбе тип атала башлай. 1930-1931 йылдарҙа 7 йыллыҡ итеп үҙгәртелә, 1936-1937 йылдарҙа беренсе класс сығарыла. 1949 йылда мәктәп урта мәктәпкә әйләнә, - тип ҡыҫҡаса тарихҡа байҡау яһаны хөрмәтле уҡытыусы.


Мәктәп - тыуған ер йылыһын биреүсе, бала саҡ һәм үҫмер йылдар иҫтәлеген һаҡлаусы, йылдар дауамында үҙенә саҡырып тороусы изге йорт ул. Бер күрешеү - үҙе бер ғүмер, ҡасандыр бергә уҡыған класташтар осрашып, уҡытыусылары менән аралашыуҙан көс-дәрт туплап ауыл байрамына тотто.


Тырыштарға – ихтирам һәм хөрмәт

“Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса төҙөлгән балалар майҙансығын асҡас, ауылдың йәме булып торған күркәм мәсеттә изге йола буйынса әруахтар рухына доға ҡылынды, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арнап төҙөлгән обелискыға сәскәләр һалынды.

Байрамдың рәсми өлөшө ауыл осондағы иркен яланда дауам итте. Ауыл хакимиәте башлығы Рафаэль Аллабирҙин сарала ҡатнашыусыларҙы байрам менән ҡотланы, ауылдаштар осрашыуының төрлө тарафтарҙа йәшәгән ауылдаштарҙы, туған-тыумасаларҙы бергә туплау төп маҡсаты булһа, икенсе яҡтан фәҡәт ауыл өсөн дә файҙалы яҡтары күп булыуын билдәләп үтте.

- Байрамға әҙерлек эштәре 2018 йылда уҡ башланды. Комсомол урамында юл төҙөкләндерелеп, метр ярым диаметрлы торба һалынды. Шул уҡ урамда парк кәртәләнде. 2018 йылда “Реаль эштәр” проекты буйынса Үҙәк урамында ике ҡоҙоҡ төҙөкләндерелде, мәсет алдындағы парковкаға асфальт түшәлде һәм зыярат кәртәләнде. 2019 йылда Үҙәк һәм Совет урамындағы юлдарҙың асфальт соҡорҙары ямалды һәм Баҡса урамында юл ремонтланды. “Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса ауылға 3 балалар майҙансығы ҡуйылды. Мәктәп, клуб, элемтә бүлеге биналарына косметик ремонт яһалды. Быйыл “Реаль эштәр” проекты буйынса Совет урамына фонарҙар өҫтәп ҡуйылды, ҡыйлыҡ төҙөкләндерелде. Халыҡ менән берлектә зыярат эсе таҙартылып, кәртәләре буялды, - тип эшләнгән эштәргә туҡталды ул.



Ҡотлауҙар концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Үҙҙәренең йыр-моңдары менән ауыл халҡының күңелдәрен район мәҙәниәт һарайы артистары Ришат Бәҙретдинов, Мәҙинә Рәхмәтуллина, Гүзәл Ғәбитова, Нәғим Нуриманов, Линар Абдуллиндар күтәрҙе. Күгәрсендәрҙең һәләтле ул-ҡыҙҙары - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Роза Кучукова, Йәмилә Маннанова, Фидәлиә Рәжәпова, Илдус менән Илсур Шәриповтарҙың сығыштары байрамға йәм өрҙө, улар башҡарған йыр-моңдар ихлас алҡыштарға күмелде.

Байрам бер тынала үтеп тә китте, шулай булһа ла Күгәрсендәге “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, мәктәп, класташтар менән осрашыуҙан алған юғары кәйеф, рух берлеге ауыл халҡының күңелен бик оҙаҡ йылытыр әле... Ә Күгәрсен беҙҙең күркәм райондың бер ынйыһы булып, артабан да шулай гөрләп торһон!

Розалия ИСҠУЖИНА.
Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.

Читайте нас: