Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Июль 2019, 11:14

Күңелдәрҙә ҡалды йыр булып...

Сирбай ауыл клубында билдәле яҡташыбыҙ - йырсы, үҙешмәкәр композитор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты Дамир Әҙелбаевҡа арналған матур хәтер кисәhе үтте.

Сирбай ауыл клубында билдәле яҡташыбыҙ - йырсы, үҙешмәкәр композитор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты Дамир Әҙелбаевҡа арналған матур хәтер кисәhе үтте.

Йәмле йәйҙең иң ҡыҙыу мәлендә күңелдәрҙе моң менән мөлдөрәмә тултырыр, бөтмәҫ донъя мәшәҡәттәренән ял итер һәм һәләтле яҡташыбыҙҙың яҡты рухын иҫкә алып, моңло һәм тәрән мәғәнәле йырҙарын йырлап күңел бушатыр өсөн йыйылды халыҡ был көндө.

Зал туп- тулы булды: Сирбай ауылының хөрмәтле инәйҙәре, дәртле йәштәре, Әҙелбаевтар ғаиләһе, уларҙың туғандарынан тыш, залда төрлө тарафтарҙан - Себерҙән, Өфө, Сибай, Мәләүез, Иҫәнғол, Мораҡтан килеп еткән ҡәҙерле ҡунаҡтар ҙа бар ине. Һәр кем тамаша һуңында “Әл дә килдек әле” тип шатландылар.

Йондоҙ һүнһә лә, артынан яҡтылығы ҡала, тиҙәр. Хәтер кисәһендә һағынып иҫкә алған, арабыҙҙан иртә китеүе менән йәндәрҙе һыҙландырған, һыҡрандырған, йырҙары менән күңелдәрҙе йәшәрткән, тыйнаҡлығы, һөйкөмлөлөгө, яғымлылығы менән күңелдәрҙә йылы хәтирәләр ҡалдырған илаһи моң эйәһе Дамир Әҙелбаевтың күңел яҡтылығы, әйтерһең дә, ошо залды яҡтыртты. “Аҡбуҙат”ы менән ҡанатландырып, йәшлек ауазы булып, тыуған яҡҡа ҡот алып ҡайтты Дамир ағайҙың хәтер кисәһе.

Уның беҙҙең арабыҙҙан китеүенә биш йыл үтеп тә китте. Яҡты донъяларҙа булмауына һаман да ышанып булмай, аҡыл ышанһа ла, күңел тартҡылаша. Иртә китте ул фани донъянан, үҙенең мөкиббән китеп йәшәгән моң иленән.

Кешенең күңел байлығы тыуған яғына ла бәйле, тиҙәр. Дөрөҫтөр – Дамир ағайҙың халыҡ яҙмышын, йәшлек хистәрен, йәшәү мәғәнәһен һүрәтләгән йырҙарында данлы Оло Эйек буйында урынлашҡан Үрге Сирбай ауылы гүзәллеге, халҡының ихласлығы сағыла.

Изгенең күңеле көҙгөләй, тип тә әйтәләр. Дамир ағайҙың күңел көҙгөһө – уның дуҫтары йыр-моңға булған һөйөүҙәрен үҙҙәренең балаларына ла тапшыра. Талантлы йәштәр – алмаш булып килгән йәш быуын араһында өмөтлө йәштәр бар. Мәҫәлән, Нәғим Шәрипов, Гөлсәсәк һәм Гөлфиә Шәриповалар, Алмас Вәхитов.

Сара йыр-моңға бик бай блды. Үҙенсәлекле сценарий авторы, яғымлы алып барыусы Нурия Ҡунсбаева, Рәмил Ҡотлоғужин, Фәимә Аҡъюлова етәкселегендәге “Йәнбикә" төркөмө, Илдус Шәрипов, Нәғим, Шәүҡәт, Мөхәммәт Шәриповтар, Миңлегөл, Нәзифә, Айгөл Искәндәровалар, Рәзилә Ҡотлоғужина, Фәниә Рәхмәтуллина, Мансур Яхин, Күгәрсен ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рафаэль Аллабирҙин сығыш яhаны һәм иҫтәлектәре менән бүлеште.

Һәр әсәй үҙ балаһының һәр аҙымын ҡурсалап, күҙәткән кеүек яҡташтары Дамир ағайҙың ижад юлын күҙәтеп барҙы.

Кеше тормош юлында ниндәйҙер яҡты эҙ, эҙ булмаhа hүҙ ҡалдырырға тейеш. Эҙе аҙашҡандарға hуҡмаҡ булһа, һүҙе өшөгәндәргә усаҡ булыр. Яҡташтары күңеленә композитор танhыҡ йырҙары, гармун моңо менән үтеп инде, йөрәктәрҙә иртә таңда талдар араhында сихри мондар таратыусы hандуғас булып ҡалды.

Ғүмере йырҙарҙа йырланғанса, куктә атылған яҡты йондоҙ кеүек иҫ киткес матур булып балҡыны ла һүнде Дамир ағайҙың... Ә бына йырҙары иһә быуындарҙан-быуындарға тапшырылыр, иншаллаһ!

Нәзифә УСАРОВА.

Сәйетҡол ауылы.
Читайте нас: