Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Июль 2019, 22:33

Баймаҡ түрәләре ниңә бай?

Баймаҡ түрәләре ниңә бай? Баймаҡ алтынға ла, көмөшкә лә бай тип йырларға яратабыҙ. Бынан һуң Баймаҡтың түрәләре лә ифрат бай тип йыр һуҙырбыҙмы икән?! Республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙе был хаҡта хайран ҡалып социаль селтәрҙә яҙған.

Баймаҡ алтынға ла, көмөшкә лә бай тип йырларға яратабыҙ. Бынан һуң Баймаҡтың түрәләре лә ифрат бай тип йыр һуҙырбыҙмы икән?!

Республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙе был хаҡта хайран ҡалып социаль селтәрҙә яҙған. "Республиканың Контроль-иҫәп палатаһы тикшереүенән һуң бында элекке түрәләрҙең ни өсөн властҡа йәбешеп ятыуҙары асыҡланды. Райондарҙа шаҡтай тикшереү үткәрелде, әммә бының кеүек үк закон боҙоуҙар бер ҡайҙа ла юҡ. Сағыштырмаса бәләкәй муниципалитетта зыян биш миллиард һумға етә. Енәйәт эше ҡуҙғатырлыҡ 160-тан ашыу факт асыҡланды", - тип хәбәр итә ул.

Торлаҡ фонды эшмәкәрлегендә лә аҡсаны законһыҙ үҙләштереү осраҡтары күп. Әлегә улар ете миллиард һум иҫәпләнә.

Ҡулдары үҙҙәренә ҡарай кәкерәйгән элекке түрәләрҙе имләү сараһы табылһа ярай ҙа.


Автор: Венер ИСХАҠОВ.


Читайте нас: