Мораҙым
+10 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
26 Июля 2019, 08:59

Һыу хатаны ғәфү итмәй

Һыу инеү миҙгеле башланғандан алып республикала 42 кеше батып үлгән, шуларҙың 5-әүһе – балалар.Һыу ятҡылыҡтарында нисек итеп хәүефһеҙ ял итергә – ошо юҫыҡтағы һорауҙарға Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров яуап бирә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һыу инеү миҙгеле башланғандан алып республикала 42 кеше батып үлгән, шуларҙың 5-әүһе – балалар.

Һыу ятҡылыҡтарында нисек итеп хәүефһеҙ ял итергә – ошо юҫыҡтағы һорауҙарға Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров яуап бирә.

- Быйыл һыу инеү миҙгеле нисек үтә?

- Үкенескә күрә, һыу инеү миҙгеле башланғандың тәүге көнөндә үк Бөрйән районында Ағиҙел йылғаһында 7 йәшлек бала батып үлде. Аҙна һайын өлкәндәр һәм балалар үлеме менән бәйле һыуҙағы бәхетһеҙ осраҡтар һаны арта ғына бара. Мәҫәлән, июндең бер аҙнаһында ғына 11 кеше батып үлде. Эҫе көндәр осоро әле үтмәгән. Йыл һайын нәҡ ошо мәлдә һыуға батып үлеүселәр һаны арта.

Бөтә был бәхетһеҙ осраҡтар һыу инеү өсөн махсус ҡулайлаштырылмаған урындарҙа булған. Шуға күрә халыҡты махсус тәғәйенләнгән урындарҙа ғына һыу инергә саҡырабыҙ.

Республикала һыу инеү өсөн 75 пляж файҙаланыуға тапшырылған. Уларҙың ҡайҙа урынлашыуын БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының сайтына инеп, интерактив картала ҡарарға мөмкин.

- Йәй күптәр балыҡ тотоу өсөн һыу ятҡылыҡтарына ашыға. Был тәңгәлдә хәлдәр нисек?

- Был тәңгәлдә лә хәлдәр яҡшы тип әйтеп булмай. Мәҫәлән, шул уҡ июнь айында балыҡ тотҡанда 3 кеше батып үлде. 7 июндә Иглин районының Кудеевка ауылы эргәһендәге карьерҙа балыҡ тотҡанда ир кеше һыуға ҡолай һәм батып үлә. Икенсе осраҡ 8 июндә Илеш районының Груздевка ауылы эргәһендә була. Өс ир Ағиҙел йылғаһына кәмә менән балыҡ тоторға сыға, ни сәбәп менәндер кәмәләре түңкәрелгәс, берәүһен ваҡиғаның шаһиттары ярға алып сыға, икенсеһенә беҙҙең ҡотҡарыусылар килеп өлгөрә, ә өсөнсөһөнә ярҙам итеп өлгөрә алмайҙар, уның кәүҙәһе һыу аҫтынан табыла.

9 июндә Өфө районындағы күлгә 9 йәшлек малай балыҡ тоторға тип килә. Ҡармағын һыуға бәргән мәлдә уныһы электр линияһына эләгә һәм шунда уҡ бала электр тогынан һуғылып, вафат була. Бына шулай йылдан-йыл бер үк төрлө фажиғәләр ҡабатланып тора. Шуға күрә балыҡ тотҡанда хәүефһеҙлек сараларын үтәргә кәрәклеген, иң мөһиме, алкоголь эсемлектәрҙе ҡулланып, һеҙ үҙегеҙҙе оло хәүефкә дусар итеүегеҙҙе онотмағыҙ.

- Һыу инергә хәүефле булған ятҡылыҡтарҙы иҫәпкә алаһығыҙмы?

- Һыу инеү миҙгелендә иң күп үлем осраҡтары Ағиҙел йылғаһына тура килә: һәр алтынсы кеше тап шунда батып үлгән. Республиканың бөтә йылғаларында батып үлеүселәр - 55 процент, ҡалған бәхетһеҙ осраҡтар күл, карьер һәм быуа менән бәйле.

Үлеүселәрҙең иң күбе, 90 проценты – ир-егеттәр. Былтыр ҙа 78 ир-егет, 2 ҡатын-ҡыҙ һәм 6 бала батып үлде.

- Йәйге ваҡытта булған бәхетһеҙ осраҡтарҙың үҙенсәлектәре ниндәй?

- Өс төп үҙенсәлекте айырып үтергә мөмкин:

*беренсенән, батып үлеүселәрҙең 80 проценты спиртлы эсемлектәр ҡулланған була;

*икенсенән, транспорт сараларының һыу ятҡылыҡтарына төшөп китеүе күп осраҡта трагик эҙемтәләргә килтерә. Мәҫәлән, былтыр Краснокама районының Сауыҙ ауылы эргәһендәге күлдә 3 кешенән торған ғаилә еңел автомобиль менән һыуға төшөп китеп, батып үлде.

*өсөнсөнән, балыҡ тотҡанда һәм йөҙөү сараларында йөрөгәндә бәхетһеҙ осраҡтар һаны арта бара. 21 июндә Дүртөйлө районында моторлы кәмәлә йөрөгәндә 10 йәшлек бала борт артына ҡолап китә һәм шул ваҡытта башын кәмәнең шөрөбөнә бәрә.

- Һыу инеү миҙгелендә бәхетһеҙ осраҡтарҙы профилактикалау эше нисек ойошторолған?

- Махсус тәғәйенләнгән урындарҙа ҡотҡарыусылар дежур итә, мәҫәлән, Өфө ҡалаһында ғына улар 17 кешене ҡотҡарҙы. Көн һайын ҡотҡарыусылар республиканың һыу объекттары буйлап профилактик рейдтарға сыға. Рейдтар барышында һыу инеү өсөн махсус тәғәйенләнмәгән урындар асыҡланһа, ҡотҡарыу постары ҡуйыла. Профессионал ҡотҡарыусылар менән бер рәттән был эшкә йәмәғәт башланғысында эшләүселәр ҙә йәлеп ителә.

- Һыу ингәндә бәхетһеҙ осраҡтарға юлыҡмаҫ өсөн нимәләр эшләргә?

- Таныш булмаған һәм тыйылған урындарға төшмәгеҙ, таныш булмаған ерҙәрҙә һыу аҫтына суммағыҙ, ярҙан йыраҡҡа йөҙөп китмәгеҙ. Һыу инеү өсөн махсус тәғәйенләнгән урындарҙы ғына һайлағыҙ.

Эскән килеш һыу инмәгеҙ. Спиртлы эсемлектәр ҡулланып, иҫерек килеш һыу ингән өсөн граждандарға 3 меңдән 5 меңгә тиклем административ штраф ҡаралған.

Хөрмәтле ата-әсәләр, өләсәйҙәр, олатайҙар, балаларығыҙҙың үҙҙәрен генә йылға, күл һәм быуаға ебәрмәгеҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл батып үлгән 5 бала ла һыу буйына бер үҙҙәре генә барған. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре ябай ғына, әммә уларҙы теүәл үтәмәү – тоташ кеше ғүмеренә торош, һыу хаталарҙы ғәфү итмәй.

Розалия ИСҠУЖИНА әҙерләне.
Читайте нас